Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
стилде төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, викилаштырыу
25 юл:
Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы<ref>[http://www.vatandash.ru/index.php?article=358 Ватандаш / Соотечественник / Compatriot]</ref> 1926 йылда Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Баҡай ауылында тыуған.
 
Мәктәпте тамамлағас, Өфө агрегат етештереү берекмәһендәге инструменталь цехта эшләй. Заводтың концерт бригадаһында ҡатнаша. Составында пианист, скрипач, гитарист, һөйләүселәр һәм йыр башҡарыусылары булған бригада госпиталдәр, хәрби төркөмсәләр буйлап концерттар ҡуйып йөрөй.
 
Һуғыштан һуң, экзамендар алып тә тормай, Өфө авиация институтына уҡырға алалар. Студент сағында уҡ Урал консерваторияһында уҡый башлай.
32 юл:
 
1954 йылда — [[Ҡазан]] консерваторияһын (А. Г. Цветкова класы) тамамлап, Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта башлай. Шул уҡ ваҡытта башҡарыусы эшен дә алып бара.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген [[1954 йыл]]да [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда башлай.
 
[[1969 йыл]]дан [[Өфө дәүләт сәнғәт академияһы|Өфө дәүләт сәнғәт институтында]] (хәҙер [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы|Заһир Исмәғилев исемендәге академия]]) эшләй, 1980 йылда — яңғыҙ йыр кафедраһы мөдире, 1984 йылдан — доцент, 1990 йылдан — профессор. Ул әле лә академияның яңғыҙ башҡарыу кафедраһында эшләүен дауам итә.
 
1973 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында уҡыта.
 
1980 йылдан яңғыҙ йырлау кафедраһы етәксеһе булып тора. 1990 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.
 
42 йыл эшләү дәүерендә Миләүшә Ғәли ҡыҙы үҙен педагогик оҫталығын даими камиллаштырыусы һәләтле педагог итеп кенә түгел, ә аҡыллы кәңәшсе-тәрбиәсе, вокал методикаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу өлкәһендә әүҙем ғилми хеҙмәткәр итеп тә танытты. Ул вокал педагогикаһы мәсьәләләре буйынса 20-нән ашыу ғилми-методик эштәр авторы. М. Г. Мортазина республика вокаль конкурстарында алмаштырғыһыҙ жюри етәксеһе(«Дуҫлыҡ моңо», «Дебют», Г. Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс).
 
М. И. Глинка исемендәге ХV һәм ХVI Халыҡ-ара вокалистар конкурсында, Төнъяҡ Кавказ вокалистар конкурсында; Италиялағы (Сицилия-Алькамо) Халыҡ-ара вокалистар конкурсында жюри ағзаһы.