Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
 
Хеҙмәт эшмәкәрлеген [[1954 йыл]]да [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда башлай. [[1969 йыл]]дан [[Өфө дәүләт сәнғәт академияһы|Өфө дәүләт сәнғәт институтында]] (хәҙер [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы|Заһир Исмәғилев исемендәге академия]]) эшләй, 1980 йылда — яңғыҙ йыр кафедраһы мөдире, 1984 йылдан — доцент, 1990 йылдан — профессор. Ул әле лә академияның яңғыҙ башҡарыу кафедраһында эшләүен дауам итә. 42 йыл эшләү дәүерендә Миләүшә Ғәли ҡыҙы үҙен педагогик оҫталығын даими камиллаштырыусы һәләтле педагог итеп кенә түгел, ә аҡыллы кәңәшсе-тәрбиәсе, вокал методикаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу өлкәһендә әүҙем ғилми хеҙмәткәр итеп тә танытты. Ул вокал педагогикаһы мәсьәләләре буйынса 20-нән ашыу ғилми-методик эштәр авторы.
 
1973 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында уҡыта. 1980 йылдан яңғыҙ йырлау кафедраһы етәксеһе булып тора. 1990 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.
 
М. Г. Мортазина республика вокаль конкурстарында алмаштырғыһыҙ жюри етәксеһе(«Дуҫлыҡ моңо», «Дебют», Г. Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс).
 
М. И. Глинка исемендәге ХV һәм ХVI Халыҡ-ара вокалистар конкурсында, Төнъяҡ Кавказ вокалистар конкурсында; Италиялағы (Сицилия-Алькамо) Халыҡ-ара вокалистар конкурсында жюри ағзаһы.
 
[[Рәсәй]] Президенты [[Владимир Путин]]дың указы нигеҙендә 2 дәрәжә «Ватан алдында ҡаҙаныштары» өсөн ордены менән бүләкләнде.
 
Улы Мортазин Владислав Львович — музыкант, огранист, БР халыҡ артисы. Ҡыҙы Ләйлә Шагиева — музыка белгесе.
 
Миләүшә Мортазинаның хеҙмәт стажы — 73 йыл.