Куляш Денис Владиславович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
күренеште төҙәтеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
=== «Динамо» Мәскәү (2006—2007) ===
 
Миҙгел тамамланғас Денис улы ваҡытта Рәсәйҙең ғәмәлдәге чемпионы — мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубына күсә<ref name="A">[http://web.archive.org/web/20101010124517/http://hawk.ru/person.php?n_id_person=7650 Профиль на сайте ХК Авангард (веб-архив)]</ref>. Тик был трансфер ҙур бәхәс тыуҙыра. Куляш «Динамо»ға күсергә теләктәрен белдерә, тик ЦСКА был күсеүгә ҡаршы була. Әммә арбитраж комитеты ике команданың үҙ-ара компенсация тураһында килешеү шарты менән уйынсының күсеүен рөхсәт итә. Командалар араһында һөйләшеүҙәр оҙаҡ бара, арбитраж комитеты командаларға килешһен өсөн ике тапҡыр ике аҙнаға мәсьәләнең хәл итеүен күсерә, ә шул ваҡытта Куляш чемпионатта «Динамо» өсөн сығыш яһай. Һөҙөмтәлә ЦСКА "Динамо"ның ике уйынсыһын компенсация кеүек ала, әммә был клубтың етәкселеге компенсациябының менән ҡәнәғәт булмай.
 
2005/06 йылдар миҙгеленең даими чемпионатында Денис 44 уйын уҙғара һәм 17 (12+5) мәрәй йыя. 2006 йылдың 27 ғинуарында ул «Аҡ Барс» командаһына ҡаршы уйында һаҡсы өсөн уникаль булған хет-трик яһай<ref name="Куляш">[http://sportbo.ru/article/157373 Обладатель «Феррари», сельской команды и убойного щелчка. 10 фактов о новичке «Салавата Юлаева» Денисе Куляше]</ref>. Денис уйын бөтөүгә өс секунд ҡалғанда иҫәпте тигеҙләй һәм өҫтәмә ваҡытта командаһына еңеү килтерә. «Динамо» һигеҙенсе урындан плей-офф уйындарына эләгә, әммә шунда тәүге раундта уҡ [[Лада (хоккей клубы)|«Лада»]] хоккей клубына еңелә. Куляш был плей-оффта бөтә дүрт уйында ла ҡатнаша һәм ике тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. Ил чемпионаты уңышһыҙ булһа ла, «Динамо» Европа чемпиондары кубогын еңә. Куляш бөтә өс уйында ҡатнаша һәм 2 (1+1) мәрәй йыя. 2006/07 йылдар миҙгелендә Мәскәү командаһы даими чемпионатты 10-сы урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында уҡ «Локомотив» хоккей клубына 0-3 иҫәбе менән отола. Куляш был миҙгелдә бөтәһе 50 уйында һөҙөмтәлек өсөн 12 (3+9) балл йыя.