Любляна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Любляна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

09:55, 8 август 2016 өлгөһө

Любляна (словен. Ljubljana, 1918 йылға тиклем  — Лайбах, нем. Laibach) —  Словенияның баш ҡалаһы. Ҡала 17 районға бүленә.

Халҡы — 258,9 мең кеше (2014 йыл), йәки илдең 13 % халҡы. Ҡала сиктәрендә 500 меңдән артыҡ кеше йәшәй. Любляна йылғаһы ярының Любляна соҡоронда урынлашҡан.

Словенияның баш сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. 40% - тан артыҡ илдең эске дөйөм продуктын концентрирлай һәм ҙур компанияларҙың штаб-квартираларының өстән бер өлөшө . Бында Любленский университеты, 50 меңдән артыҡ студент уҡый. Йәмәғәт транспорты автобустарҙан тора.

Град ҡәлғәһе тарихи ҡәлғә, уның аҫтында — Боронғо ҡала урынлашҡан. Антик һәм урта быуат ҡоролмаларының ҡалдыҡтары; барокко стилендәге—XVI-XVIII быуат ансамблдәре, 1895 йылдағы ер тетрәүенән һуң булған модерн, архитектор -Й. Плечниканың  XX быуаттың беренсе яртыһындағы төҙөлөштәре.

 I быуаттан алып ҡала Эмона тип атала, V быуатта ундағы йәшәйеш бөтә; урта быуат халҡы кеүек XII быуаттан алып билдәле.1335-1918 йылдарҙа Гасбург дәүләтенә инеп Лайбах тип атала, XIV  быуатта - Крайнының административ үҙәге. Ә 1918 йылдан алып Любляна - Словенияның баш ҡалаһы.

Исеме

Исеменең килеп сығыуы әлегә тиклем дә аңлайышһыҙ. Яңы аңлатыуҙар буйынса ( Штих,2010), ljub- славяндан сыға, ә ҡала исеме  Ljubíja, йылға исеме Любляница йылғаһынан. Ваҡыты менән Ljubijane Ляблянаға әйләнә. Немец исеме Лайбах ( беренсе тапҡыр XII быуатта ) — Laibach Labach тигәндән алынып, бавар теленән «һаҙлыҡ» тип тәржемә ителә. 1146 йылғы документтарҙа Luwigana кеүек билдәле.Тағы бер аңлатыуҙар латин теленән aluviana тип иҫкәртелә.