Кисүә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
}}
Риүәйәттәргә ярашлы, Исламға тиклем үк Ҡәғбәтуллаға япма ябыуҙы [[химьярит]] батшаһы Әсәд әл-Камил башлаған тип һанала. Мөхәммәд Пәйғәмбәр осоронда кисүәне Йәмәндә тегәләр, мәгәр Үмәр хәлифә заманында уҡ кисүәне [[Мысыр|Мысыр]]ҙа тегә башлайҙар. [[Мәмүн]] хәлифә ваҡытында кисүәне йылына өс алыштыралар , [[әл-Мөтәүәкил]] һәр ике ай һайын яңы кисүә ебәреп торған. 1927 йылға тиклем бик күп быуаттар буйы Ҡәғбәтулла япмаһын [[Мысыр|Мысыр]]ҙан ебәреп торалар. Мәгәр шунан һуң Сәғүд Ғәрәбстанының беренсе короле [[Абд әл-Әзиз]] ибн Сәғүд Ҡәғбәтулла япмаһын тегә торған оҫтахана астыра. Фабрикала 240 туҡыусы, улар тик ирҙәр генә. {{sfn|Татарстанға король бүәлге}}. Был фабрика йылына ике япма әҙерләй, уның береһе һаҡлыҡҡа эшләнә. Иҫке кисүәне сисеп алғас, ул [[Бәни Шәйбә|Ҡәғбәтулланы һаҡлаусылар]] һәм Мәккәнең шәрифе ҡарамағына тапшырыла.
 
== Кисүә Рәсәйҙә ==
Кисүәне сисеп алғандан һуң уны үҙ иленә, төбәгенә алырға дәғүә итеүселәр күп була. Рәсәйҙә лә кисәүенең бер өлөшө бар. Уны Сәғүд Ғәрәбстанының Рәсәйҙәге илсеһе Али Хәсән Джәғфәр 2008 йылдың декабрендә Рәсәй ислам институтның 10 йыллығы һәм Ҡорбан байрамы айҡанлы Ҡазандағы Ҡол Шәриф мәсетенә тапшырҙы.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кисүә» битенән алынған