Ибраһим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
41 юл:
 
[[Файл:Gheorghe Tattarescu - Agar în deşert (1870).jpg|thumb|230px|left|Хәжәр сүллектә ([[Таттареску, Георге|Георге Таттареску]], 1870)]]
Аллаһ был хәлдәрҙән һуң йәнә Мысыр йылғаһынан Евфратҡа тиклем ерҙәр уның тоҡомдарына ҡаласағын, башта уларҙың ҡоллоҡҡа эләгәһен, әммә һуңынан ҡотолорон һәм байырын белдерә. Ибрам Аллаһтың талабы буйынса өс йәшлек тыуса, өс йәшлек кәзә, өс йәшлек тәкә, алатуба менән күгәрсенде ҡорбанға килтерә. (Башл.15). Мәгәр Сара түлһеҙ була, үҙе урынына ҡолиәһе [[Һәжәр - (Исмәғилдең әсәһе)|Хәжәрҙе (Агарь)Һәжәрҙе]] иренә тәҡдим итә. Ауырға ҡалғас, [[Хәжәр - Исмәғилдең әсәһе|Хәжәр]] Сараға өҫтән ҡарай башлай, Сара иһә Ибрамға дәғүә белдерә. Ибрам Сараға хеҙмәтсе менән ни эшләһә лә рөхсәт икәнен әйтә. [[Хәжәр - Исмәғилдең әсәһе|Хәжәр]] хужабикәһенең йәберләүҙәренә түҙмәй, сүлгә ҡаса. Ҡоҙоҡ янында уға фәрештә тап була һәм кире ҡайтырға бойора. Аллаһ уның ялбарыуҙарын ишеткәнен, Исмәғил (Тәүратта — Измаил) исемле улы булырын хәбәр итә. Улы тыуғанда Ибрамға 86 йәш була (Башл.16).
 
13 йылдан Аллаһ Ибрамға ишле тоҡом һәм унан күп халыҡтар таралырын яңынан иңдерә. Тәүратта әйтелгәнсә, тыуғанда уның исеме Ибрам булһа, хәҙер Аллаһ тарафынан Ибраһим (Авраам, Авраһам) (йәғни күптәрҙең атаһы) тип үҙгәртелә. Ҡәнғәндең мәңгелеккә уның тоҡомдарына ҡалыры белдерелә. Аллаһ һәр сабыйҙы (көмөш биреп һатып алынғандарын да) тыуғандың һигеҙенсе көнөнә сөннәткә ултыртырға бойора. Сараның исеме Сарра тип үҙгәртелә. Сарра Исхаҡ тигән малай табыры тураһында иҫкәртелә. Ибраһим үҙе 99 йәшендә сөннәтләнә (Башл.17).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибраһим» битенән алынған