Урмия (күл): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Урмия (озеро)" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

09:29, 27 июль 2016 өлгөһө

Урмия (әзерб. Urmiya gölü, перс. دریاچه ارومیه — Дарйаче-йе Орумийе) —  Әрмән ҡалҡыулыҡтарында[1][2] төньяҡ-көнбайыш Иранда,  Көнсығыш һәм Көнбайыш Әзербайжан араһында урынлашҡан ағымһыҙ тоҙло күл. Яҡын һәм Урта Көнсығыштағы иң ҙур күл.

Исеме

 "Авеста" ул  "тоҙло һыулы тәрән күл " кеүек билдәле, Чечашт ("ялтыр-аҡ"), һәм шул исеме менән  фарсы авторҙары XIV быуатта ла телгә ала. Истахри уны  Бухайрат аш-Шурат  тип атай— "ересь яҡлы кешеләрҙең күле" тип аңлатыла. Урта быуатта  шулай уҡ Тоҙло күл тип йөрөтөлә; Ҡабудан (иран. Дарйача-йи Кабудан — "зәңгәр күл"[3], урта әрм. Կապուտան [Ҡапутан]); Шахи (Шаху, таулы утрау буйынса) йәки Тала (Теля, ҡәлғә буйлап). Исеме әлеге мәлдә, көнбайыш ярында урынлашҡан Урмия ҡалаһы хөрмәтенә әйтелгән . 1926 йылда Реза Пехлеви шаһы хөрмәтенә Резайе́ тип үҙгәртелә; 1970-се йылдарҙа элекке исеме кире ҡайтарыла. Заманса исеме башҡа телдәре —  әзерб. Urmiya gölü, әрм. Ուրմիա լիճ [Урмия лич], курд. Gola Urmiyê.

Географик характеристика

 Көнсығыш һәм Көнбайыш Әзербайжан араһында, тектоник уйһыулығында, Курдский тауҙары (1275. м) бейеклегендә урынлашҡан  . Төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙылған; максималь оҙонлоғо — 140 км., киңлеге — яҡынса 40-55 км. Майҙаны төрлө юлдар менән 5200-се тиклем 6000 км². Уртаса тәрәнлеге — 5 метр, максималь — 16 метрға тиклем. Майҙаны  — яҡынса 50 мең км². Параметрҙары һыу өҫтәлеүе рәүешендә үҙгәрә , уртаса алғанда йылына 5 км³ һыу, 80% - ҡа тиклем  ямғырлы ҡышҡа һәм яҙғы айҙарға тура килә. Ҙур ҡушылдыҡтар — Зәрринә-Руд (Джагату) һәм Татаву көньяғында, Аджи-сәй — төньяҡ-көнсығышында. Күл ағымһыҙ булғанлығынан, бик тоҙло , һәм тоҙлолоғо сезонлы: яҙғыһын 80-150 ‰  тиклем, көҙҙөң һуңғы айҙары 260-280 ‰ . Төп тоҙҙар — хлор, натрий һәм сульфат.

Күлдә 102 утрау урынлашҡан , ҙур утрауҙарҙа — фисташка урмандары (Pistacia atlantica); көньяҡ өлөшөндә  50 ваҡ-төйәк утрауҙар. Күл туңмай,судносылыҡ бар. Ярында — тоҙло тупраҡтар ,  йылғалар тамағында — ҡамышлы һаҙлыҡтар; күбеһенсә кеше аяғы баҫмаған утрауҙар . Балыҡ юҡ, әммә  һыу үҫемдәренең күплеге артемияларға  ваҡ-төйәк ризыҡ булып тора  . Яр ситтәрендә берғаҙан, фламинго, пеганка һәм ҡоштар оя һалалар,  утрауҙы ваҡытлыса миграция территорияһы кеүек ҡулланалар. 1967 йылда милли парк  барлыҡҡа килә, һәм күлдең ҙур өлөшө индерелә.

 
Күл аша күпер төҙөү, 2005 йыл

2008 йылдан алып ике өлөшкә дамба менән бүленә, һәм унда  Көнсығыш һәм Көнбайыш Әзербайджанды бәйләгән шоссе үтә.  Дамба күперенең оҙонлоғо 1500 метрға тиклем һуҙыла , шуға ла күлдең циркуляцияһын боҙоп, тирә-яҡ мөхиткә насар йоғонто яһап тора. 

Примечания

  1. [ Армянское нагорье] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.:
  2. Большой энциклопедический словарь.
  3. Краткие сообщения института народов Азии, Выпуски 62-66, 1964