Йылҡысыҡҡанкүл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
63 юл:
Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙынан яҙып алынған “Йылҡысыҡҡанкүл” легендаһының икенсе варианты “Аҡбуҙат” эпосын хәтерләтә: “Бер йәш һунарсы, көн һайын күл буйына килеп, ҡоштарға һунар итер булған. Бер тапҡыр ул күл өҫтөндә йөҙөп йөрөгән бик матур өйрәкте күргән. Егет, уны атырға тип, уҡ-һаҙағын тоҫҡаған саҡта, был өйрәк телгә килгән: ”Һин, егет, миңә атма. Мин һиңә йылҡы өйөрө бүләк итермен”. Егет быға бик ышанып та етмәгән, шулай ҙа тикшереп ҡарарға булған. Өйрәк уға тағы: “Һин, егет, артыңа боролоп ҡарама, өйөңә ҡарай тура атлап бар ҙа бар”,- тигән. Тағы бер ҡат киҫәткән: ”Тик артыңа боролоп ҡарама!”. Егет өйөнә ҡарай атлаған. Бер аҙҙан аттар кешнәгән, тояҡ тауыштары ишеткән. Түҙемлеге етмәгән, әйләнеп ҡараған егет һәм күлдән сығып килгән аттарҙы күргән. (Ауылдағы бер нисә кешелә әле лә ала, сыбар төҫтәге ат бар. Халыҡ һаман да ошондай аттарҙың Йылҡысыҡҡанкүлдән сығыуына ышана). Егет, әлбиттә, ашыҡҡан (тыйыуҙы үтәмәгән – Х.Г.), бөтөн аттар ҙа күлдән сығып өлгөрмәгән. Шулай булһа ла, тояҡтары ергә тейгән ҡалған аттар егет артынан эйәргән. Шуның өсөн дә йылҡы сыҡҡан күлде Йылҡысыҡҡанкүл тип йөрөтәләр”.
Легенданың өсөнсө вариантының сюжеты ябайыраҡ. Легенданың төп персонажы, көтөүсе егет, йылҡы өйөрөн, һыйыр көтөүен күл төбөнөн бүләк итеп тә, ҡатыныныҡатынының артынан килгән бирнә итеп тә алмай, барыһы ла осраҡлы килеп сыға: “Бер көндө көтөүсе тауыш ишеткән: Юл буйлап туп-тура бар, әйләнеп ҡарама!” Егет тыуған ауылына илткән юл буйлап атлап киткән. Түҙмәгән, күпмелер ваҡыт үткәс, артына әйләнеп ҡараған һәм бер өйөр йылҡының үҙенең артынан килгәнен күргән. Был саҡта ер өҫтөнә малдың бер өлөшө генә сығып өлгөргән була, яртыһы күлгә кире сумған. Ярға иң һуңғыһы булып Аҡбуҙат сығырға тейеш булған. Егет ҡуйылған шартты үтәмәгәнлектән, Аҡбуҙат күл төбөндә тороп ҡалған”.
Тимәк, Йылҡысыҡҡанкүл төбөнән ат өйөрө сығыуы тураһындағы легенданың бер нисә варианты бар икән.