Йылҡысыҡҡанкүл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
2 юл:
== Йылҡысыҡҡанкүл легендаһының хәҙерге заманда йәшәгән варианттары ==
 
2009 йылдың 30 майынан 6 июненә саҡлы Бөрйән районына РФА Өфө Фәнни Үҙәге фольклорсыларының ғилми экспедицияһы ойошторолдо. Ғалимдар Хөсәйенова Г.Р., Юлдыбаева Г.В. хәҙерге, замана, кешеләренән Шүлгәнташ һәм уның менән бәйле легендаларҙы яҙып алғандар.
Барыһы 11 ауылда халыҡ менән осрашты улар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡыныңхалҡы ауыҙ-тел ижадының традицион жанрҙары һаман да тере булыуы асыҡланды. Легендалар һәм риүәйәттәр бүлеге бигерәк тә бай булыуы дәлилләнде. Шулар араһында "Башҡорт халыҡ ижады" күп томлығына индерелмәгәндәре, ташҡа баҫылмағандары ла осрай.
Ғәҙелгәрәй ауылынан Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенең атамаһы менән бәйле ҡыҙыҡлы легендалар һөйләне. Икенсе информант таш өйҙөң (мәмерйәмәмерйәнең) эйәһе бар, тип белдерҙе. "Һирәк осраҡта уны йә кеше күләгәһе, йә ат күләгәһе итеп күрергә була икән".
 
Мәмерйә эйәһе тураһында тағы бер легендә яҙып алынды: «Һуңғы ваҡытта таң атҡанда Аҡбуҙатҡа атланған Таш өй эйәһен йыш ҡына күргеләйҙәр, тип һөйләйҙәр. Ул нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдерә».
«Мәмерйә эйәһен мәмерйә эсендә күреп була. Әгәр башты юғары күтәрһәгеҙ, мәмерйә түбәһенән һеҙгә ике күҙ ҡарай. Был - таш өй эйәһенең күҙҙәре».
Таш өй эйәһе тураһында тағы ла бер легенда бар: «Күп кеше элегерәк мәмерйәнең эйәһе бар, ул таш өйөнән сығып йөрөй, тип һөйләйҙәр ине. Әсәйем бына нимә һөйләгәйне: «Беҙ, өсәүөс инек.кеше, Мәмерйәмәмерйә тирәһендә йөрөй инек, арығайныҡ, Шүлгәнкүл янында ял итергә ултырҙыҡ. СаҡУлтырып ултырҙыҡта өлгөрмәнек, шул мәлдә мәмерйәнән атҡа атланған аҡ һаҡаллы ҡарт күренде. Ул һәйбәт кейенгән: башында аҡ сәллә, өҫтөндә - кәзәкей, ялтырапитектәре торғанялтырап итеклетора. Аттың өҙәңгеһе, йүгәне көмөштән. Ҡарт, беҙҙе күргәскүреү менән, мәмерйәгә кире инеп юғалды ла. Беҙ доға уҡыныҡ, хәйер(милостыню) ҡалдырҙыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Беребеҙ ҙә ул ҡартты башҡа күрмәнек».
Йылҡысыҡҡанкүл тураһында ла шуға оҡшаған легендалар һаман йәшәй.
16 юл:
Информанттар һөйләүе буйынса, элегерәк кешеләр мәмерйә эйәһенең йә бүрегә, йә ҡошҡа әүерелгән образын йыш күрә тоған булғандар. Ә хәҙер, байтаҡтан инде, уны бер кем дә күргәне юҡ.
«Йылҡысыҡҡанкүл» легендаһының баҫылған сығанаҡтарында уның йөкмәткеһе түбәндәгесә яңғырай: бер егеткә бер һунарсының эте оҡшап төшә. Эт өсөн ул күл төбөнән бер өйөр йылҡы сығарырға вәғәҙә итә һәм һүҙендә тора. Был аттар һоро арҡалы ала, сыбар тоҡомло була. Урындағы халыҡ бөгөн дә башҡорт тоҡомло аттарҙың Йылҡысыҡҡан күленәнЙылҡысыҡҡанкүлдән сығыуына ышана.
 
Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙынан яҙып алынған “Йылҡысыҡҡанкүл” легендаһының икенсе варианты “Аҡбуҙат” эпосын хәтерләтә: “Бер йәш һунарсы, көн һайын күл буйына килеп, ҡоштарға һунар итер булған. Бер тапҡыр ул күл өҫтөндә йөҙөп йөрөгән бик матур өйрәкте күргән. Егет, уны атырға тип, уҡ-һаҙағын тоҫҡаған саҡта, был өйрәк телгә килгән: ”Һин, егет, миңә атма. Мин һиңә йылҡы өйөрө бүләк итермен”. Егет быға бик ышанып та етмәгән, шулай ҙа тикшереп ҡарарға булған. Өйрәк уға тағы: “Һин, егет, артыңа боролоп ҡарама, өйөңә ҡарай тура атлап бар ҙа бар”,- тигән. Тағы бер ҡат киҫәткән: ”Тик артыңа боролоп ҡарама!”. Егет өйөнә ҡарай атлаған. Бер аҙҙан аттар кешнәгән, тояҡ тауыштары ишеткән. Түҙемлеге етмәгән, әйләнеп ҡараған егет һәм күлдән сығып килгән аттарҙы күргән. (Ауылдағы бер нисә кешелә әле лә ала, сыбар төҫтәге ат бар. ҺаманХалыҡ даһаман халыҡда ошондай аттарҙың Йылҡысыҡҡанкүлдән сығыуына ышана). Егет, әлбиттә, ашыҡҡан (тыйыуҙы үтәмәгән – Х.Г.), бөтөн аттар ҙа күлдән сығып өлгөрмәгән. Шулай булһа ла, тояҡтары ергә тейгән ҡалған аттар егет артынан эйәргән. Шуның өсөн дә йылҡы сыҡҡан күлде Йылҡысыҡҡанкүл тип йөрөтәләр”.
Легенданың өсөнсө вариантының сюжеты ябайыраҡ. Легенданың төп персонажы, көтөүсе егет, йылҡы өйөрөн, һыйыр көтөүен күл төбөнөн бүләк итеп тә, ҡатыныны артынан килгән бирнә итеп тә алмай, барыһы ла осраҡлы килеп сыға: “Бер көндө көтөүсе тауыш ишеткән: Юл буйлап туп-тура бар, әйләнеп ҡарама!” Егет тыуған ауылына илткән юл буйлап атлап киткән. Түҙмәгән, күпмелер ваҡыт үткәс, артына әйләнеп ҡараған һәм бер өйөр йылҡының үҙенең артынан килгәнен күргән. ЕрБыл саҡта ер өҫтөнә малдың бер өлөшө генә сығып өлгөргән була, яртыһы күлгә кире сумған. Ярға иң һуңғыһы булып Аҡбуҙат сығырға тейеш булған. Егет ҡуйылған шартты үтәмәгәнүтәмәгәнлектән, һәм Аҡбуҙат күл төбөндә тороп ҡалған”.
Тимәк, Йылҡысыҡҡанкүл төбөнән ат өйөрө сығыуы тураһындағы легенданың бер нисә варианты бар икән.