Лейкоциттар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
68 юл:
И. И. Мечников, күп һанда күҙәтеүҙәр һәм тәжрибәләр үткәреп, лейкоциттәрҙең сир таратыусы микробтар тарафынан зарарланған туҡымаға күпләп ябырылыуын, был микробтарҙы ялған аяҡтары .менән уратып алыуын һәм цитоплазма эсендә уларҙы һеңдереүен асыҡлаған.
 
Лейкоциттәрҙең ҡайһы бер формаларына хас булған был функцияны асыу И. И. МсчниковтыМечниковты был лейкоциттәрҙе фагоциттәр тип атау фекеренә килтергән («фагоциттар» һүҙе тәржемәлә «ашаусы күҙәнәктәр» тигәнде аңлата). Аҡ ҡан күҙәнәктәренең микробтарҙы һәм башҡа ят өлөшсәләрҙе йотоу һәм һеңдереү процесен ул фагоцитоз тип атаған.
 
Организмдең микробтар тарафынан зарарланған участкаларында, ғәҙәттә, лейкоциттәр ҙур һанда туплана. Уларҙың күбеһе микробтар бүлеп сығарған ағыуҙан ҡырыла. Туҡымаларҙа сир таратыусы микроорганизмдар тарафынан тыуҙырылған шешеү ваҡытында барлыҡҡа килеүсе эрен — үле лейкоциттәр тупланмаһы ул.