Ысыҡ-Күл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Иссык-Куль" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:07, 22 июль 2016 өлгөһө

Ысыҡ-күл (ҡырғ. Ысык-КөлЫсыҡ-Көл — "ҡыҙыу күл") — Ҡырғыҙстандағы иң ҙур күл, донъялағы 25 иң ҙур майҙанлы күлдәрҙең береһе, иң тәрән күлдәр араһында алтынсы урынды алып тора. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Төньяҡ Тянь-шань тауҙарында: Күндәй-Ала-Тоо һәм Терский Ала-Тоо һырты арһында 1609 м бейеклектә урынлашҡан. Ағымһыҙ күлгә  80-гә яҡын ҙур булмаған йылғалар ағып төшә. Уларҙың иң ҙурҙары булып көнсығыштан  Түп һәм Джергалан аға. Көнбайыш өлөшөндә Шыу йылғаһы бик яҡын тура килә, шуға ла яҙғы ташҡын ваҡытында  Кутемалды йылғаһы (оҙонлоғо 6 км) ҡушылып киткән саҡта һыуының бер өлөшө күлгә ағып төшә . Күлдең һыу кимәле  цикллап үҙгәреүсән (йәғни күтәрелмәй ҡала, йә таша); цикл 10 йыл дауамында бара. Һыуы тоҙло (минерализацияһы — 5,90 ‰).

Спутник фотоһүрәте NASA

Һыу күләме  1738 км³, майҙаны— 6236 км2, яр буйы оҙонлоғо  — 688 км, уртаса тәрәнлеге — 278 м, бер үк тәрәнлектәр яҡынса 2,5 тапҡырға күберәк һәм 702 метрға тигеҙ. Оҙонлоғо  көнбайыштан көнсығышҡа  182 км, ә көньяҡтан төньяҡҡа табан — 58 км.

Ысыҡ-күл буйындағы шәфәҡ (2002)
Ысыҡ-күлдә ҡомло һыу инеү урыны

Климат

Уртаса диңгеҙ климаты һаҡлана. Ысыҡ күл акваторияһы буйлап йомшаҡ йоғонто яһай. Ғинуарҙың уртаса температураһы: Тамға -2°, Сулпан-Ата -3°, Ҡарҡол -6°. Июлдәге уртаса температура: +17°.

Күлдең көнбайыш ярында яуым-төшөм иң әҙе, ә иң күбе  соҡорҙоң көнсығыш өлөшөндә.

Ҡояштың ҡыҙҙырыуы 2700 сәғәт тәшкил итә , Ҡара диңгеҙҙекенә ҡарағанда күберәк. Сағыштырыу өсөн Мәскәүҙә ҡояш ҡыҙҙырыуы 1700 сәғәткә тигеҙ.

Исеме

Күлдең урыҫса исеме  "Иссык-Куль", төрки яҙманан килә — «Иссиқ-Кўл». «Ысык кёль» (ысык көл) ҡырғыҙстан теленән "ҡыҙыу күл" тип тәржемә ителә.[1], сөнки күл ҡыш көнө лә туңмай. Соҡорҙоң йылы ҡышы, һыуҙың йылылығы һаҡланып ҡалыуы, күлдең тоҙлолоғо уны туңыуҙан һаҡлай. Әммә Э. М. Мурзаев фекеренсә ( географ һәм топонимист ) күлдең исеме  элекке «ызык, эзых» (изге). Күлдең изгелеге һәм уға ҡарата ҡырғыҙ халҡының ихтирамлы мөнәсәбәте  хәҙерге көнгә тиклем дә һаҡланып ҡалған.   ref name=murzaevissik> Мурзаев Э. М. Төрки географик атамалары. — М., Вост. лит., 1996. C. 161 татарстан республикаһы, удмурт республикаһы/ref>.

Примечания

  1. Русско-киргизский словарь. Орусча-кыргызча сөздүк. Под ред. Орузбаевой В. О. Редакция Киргизской советской энциклопедии. Фрунзе. 1988