Лейкоциттар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:SEM blood cells.jpg|thumb|200px|Ҡан күҙәнәктәре (һүрәт электрон микроскоп аша алынған). Ике яҡтан батынҡы эритроциттар һәм өҫкө йөҙө йыйырсалы йомро формалағы '''лейкоциттар''' ]]
 
'''Лейкоци́ттар''' (от {{lang-grc|λευκός||аҡ}} һәм {{lang-grc2|κύτος||тәнсә}}) — аҡ ҡан тәнсәләре; формаһы, төҙөлөшө, функцияһы буйынса төрлө-төрлө булған ҡан күҙәнәктәре.
'''Лейкоци́ттар''' (от {{lang-grc|λευκός||аҡ}} һәм {{lang-grc2|κύτος||тәнсә}}) — аҡ ҡан тәнсәләре; формаһы, төҙөлөшө, функцияһы буйынса төрлө-төрлө булған ҡан күҙәнәктәре.Кеше һәм хайуан организмдары өсөн хас күҙәнәктәре. Уларҙың һәр береһенең төҫһөҙ цитоплазмаға батып торған ядроһы бар. Ҡайһы бер лейкоциттәрҙең ядроһы тотош түгел, бәлки бер нисә өлөштән тора. Аҡ төҫтәге ҡан күҙәнәктәре ҡанда ғына түгел, бәлки лимфала ла булалар.
 
Лейкоциттәрҙең формаһы үҙгәреүсән. Улар бәләкәй амебаларҙы хәтерләтә. Иң нәҙек ҡан тамырҙарының стеналарын төҙөүсе күҙәнәктәрҙе ялған аяҡтары менән айыра төшөп, лейкоциттәр ҡан тамырҙарынан сығалар һәм кеше организменең төрлө туҡымаларының күҙәнәктәре араһына үтеп инәләр.
 
Туҡымалар эсендә үҙаллы күсеп йөрөүгә һәләтле булғандары өсөн лейкоциттәрҙе азан күҙәнәктәр тип атағандар.
 
Төп функциялары- һаҡлау, йәғни организмдың иммун системаһын булдырыу.[[Организм]]дың эске һәм тышҡы патоген агенттарына ҡаршы тороуҙа төп ролде үтәйҙәр.
 
Лейкоциттарҙың бер төрө организмға сит тәнсәләрҙе уратып алып йоталар һәм тарҡаталар.
Был процесс фагоцитоз тип атала. Ә ундай лейкоциттарҙы фагоциттар тип атайҙар. Әгәр сит тәнсләрҙе күпләп йотһалар, фагоциттар шартлай.Эсенән сыҡҡан матдәләрҙән был урындар шешә, температура күтәрелеп ҡыҙара. Шешкән урынға лейкоциттар ағыла башлай. Күпләп үлгән лейкоциттар һәм сит есемдәр тупланмаһы эрен булып туплана.
 
== Лейкоциттар барлыҡҡа килә ==
 
Лейкоциттәр организмдә күпләп ҡырылып торалар. Улар бары 2—4 тәүлек кенә йәшәйҙәр. Яңы лейкоциттәр ҡан яһалыу ағзаларында — һөйәк майында, талаҡта һәм лимфа төйөндәрендә организмдең бөтә өлөштәрендә урынлашҡан тоташтырғыс туҡыманың ҙур булмаған тупланмаларында бер туҡтауһыҙ барлыҡҡа килеп торалар.
 
== Лейкоциттар һаны ==
 
Өлкән кешелә лейкоциттар һаны уртаса 4—9{{e|9}}/[[литр|л]] тирәһен тәшкил итә. Яңы тыуған балаларҙа, бигерәк тә, тәүге көндәрендә 9-ҙан 30{{e|9}}/[[литр|л]] тирәһендә тирбәлә. 1—3 йәшлектәрҙә - 6,0—17,0{{e|9}}/[[литр|л]], 6—10 йәшлектәрҙә 6,0 — 11,0{{e|9}}/[[литр|л]] тирәһендә була<ref>Г. И. Назаренко, А. А. Кишкун, «Клиническая оценка результатов лабораторныйх исследований», Москва, 2005 г.</ref><ref>А. А. Кишкун «Руководство по лабораторным методам исследования» 2007 г.</ref>.
 
Дөйөм алғанда, ҡанда лейкоциттар һаны бер ҡасан да даими була алмай. Тәүлек эсендә һәм организмдың хәленә ҡарап бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора. Кискә ҡарай, ашап алғандан һуң, шулай уҡ физик һәм эмоциональ көсөргәнештән һаны арта.
 
Лейкоциттарҙың берәмек күләмдәге абсолют һанының ҡәҙимге сиктәре була. Юғары сигенән күтәрелеүен ''абсолют лейкоцитоз'' тип, түбәнге сигенән төшөүен  — ''абсолют лейкопения'' тип атайҙар.
 
=== Лейкоцитоз ===
{{main|Лейкоцитоз}}
[[Файл:Neutrophil with anthrax copy.jpg|thumb|[[Себер язва]]һы микробын йотоусы лейкоцит-[[нейтрофил]] (сканирлаусы электрон микроскоп )]]
 
''Ысын лейкоцитоз'' тип лейкоциттар күпләп барлыҡҡа килеп, һөйәк майынан сыҡҡан сыҡҡан сағын атайҙар. Лейкоциттарҙың ҡайһы бер төрҙәре ғәҙәти хәлдә тамырҙар стенкаһында беркетелгән була. Шул күҙәнәктәрҙең ҡанға циркуляцияға сығыуы менән бәйле артыуы ''бүленеш''лейкоцитозы тип атала.
 
Тәүлек эсендәге тирбәлеш тап шундай осраҡ булып тора( физик һәм эмоциональ көсөргәнештән, һыуыҡтан, эҫенән, кискә ҡарай йәки ашағандан һуң артыуы ).
 
''Физиологик лейкоцитоз'' менструация мәлендә, йөклөлөктең икенсе яртыһында, бала тапҡандан һуң 1—2 аҙна үткәс күҙәтелә.
 
Патологик күренеш булараҡ лейкоцитоз организмға инфекция инеүен, шешеү процесы барлығын дәлилләй. Ағыуланғанда, радиактив нурланыш алған ыңғайы, яман сиргә юлыҡҡанда, күп итеп ҡан юғалтҡанда кңҙәтелә. Иң ауыр осрағы - лейкоз.
 
 
=== Лейкопения ===
{{main|Лейкопения}}
Лейкопенияның да физиологик (конституциональ лейкопения) йәки патологик, ысын һәм бүленеш төрҙәре була.
 
Лейкопенияның ҡайһы бер сәбәптәре:
* хроник инфекция: [[туберкулёз]], [[ВИЧ]];
* синдром [[гиперспленизм]]а;
* [[лимфогранулёматоз]];
* Һөйәк майының апластик хәле ;
* [[стресс]].
 
== Лейкоциттар төрө ==