Шүлгәнташ — версиялар араһындағы айырма

3230 байт өҫтәлгән ,  3 года назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
== Ер аҫтындағы йылға һәм күл ==
Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрымға арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрым аралыҡта ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташҡа ингән ерҙә, урғып, ер өҫтөнә сыға, диаметры 3 метрлыҡ күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан сыҡҡас, 150—170 метр арауыҡтан гөрләп ағып, Шүлгән [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙелгә]] ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.
 
== Шүлгәнташ эйәһе тураһында легендалар ==
 
2009 йылдың 30 майынан 6 июненә саҡлы Бөрйән районына РФА Өфө Фәнни Үҙәге фольклорсыларының ғилми экспедицияһы ойошторолдо. Ғалимдар Хөсәйенова Г.Р., Юлдыбаева Г.В. хәҙерге, замана, кешеләренән Шүлгәнташ һәм уның менән бәйле легендаларҙы яҙып алғандар
Барыһы 11 ауылда халыҡ менән осрашты улар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡының традицион жанрҙары һаман да тере булыуы асыҡланды. Легендалар һәм риүәйәттәр бүлеге бигерәк тә бай булыуы дәлилләнде. Шулар араһында "Башҡорт халыҡ ижады" күп томлығына индерелмәгәндәре, ташҡа баҫылмағандары ла осрай.
Ғәҙелгәрәй ауылынан Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенең атамаһы менән бәйле ҡыҙыҡлы легендалар һөйләне. Икенсе информант таш өйҙөң (мәмерйә) эйәһе бар, тип белдерҙе. "Һирәк осраҡта уны йә кеше күләгәһе, йә ат күләгәһе итеп күрергә була икән".
 
Мәмерйә эйәһе тураһында тағы бер легендә яҙып алынды: «Һуңғы ваҡытта таң атҡанда Аҡбуҙатҡа атланған Таш өй эйәһен йыш ҡына күргеләйҙәр, тип һөйләйҙәр. Ул нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдерә».
«Мәмерйә эйәһен мәмерйә эсендә күреп була. Әгәр башты юғары күтәрһәгеҙ, мәмерйә түбәһенән һеҙгә ике күҙ ҡарай. Был - таш өй эйәһенең күҙҙәре».
Таш өй эйәһе тураһында тағы ла бер легенда бар: «Күп кеше элегерәк мәмерйәнең эйәһе бар, ул таш өйөнән сығып йөрөй, тип һөйләйҙәр ине. Әсәйем бына нимә һөйләгәйне: «Беҙ өсәү инек. Мәмерйә тирәһендә йөрөй инек, арығайныҡ, Шүлгәнкүл янында ял итергә ултырҙыҡ. Саҡ ултырҙыҡ, шул мәлдә мәмерйәнән атҡа атланған аҡ һаҡаллы ҡарт күренде. Ул һәйбәт кейенгән: башында аҡ сәллә, өҫтөндә - кәзәкей, ялтырап торған итекле. Аттың өҙәңгеһе, йүгәне көмөштән. Ҡарт,беҙҙе күргәс, мәмерйәгә кире инеп юғалды. Беҙ доға уҡыныҡ, хәйер(милостыню) ҡалдырҙыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Беребеҙ ҙә ул ҡартты башҡа күрмәнек».
 
== «Рәсемдәр» бүлмәһе ==
14 760

үҙгәртеү