Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
{{Пещера
|Название = Шүлгәнташ
Юл 28 ⟶ 27:
'''Шүлгәнташ мәмерйәһе''' — [[Башҡортостан]]дың [[Бөрйән районы]]нда, [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел йылғаһының]] уң яҡ ярында, [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы]] биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралдағы бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған [[мәмерйә|мәмерйәләрҙең]] иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы<ref>[http://unescorb.ru/ru/news/detail.php?ID=952 Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО]</ref>.
 
Мәмерйә [[палеолит]] эпохаһындадәүерендә йәшәгән [[Тәүтормош йәмғиәте|тәүтормош кешеһенең]] [[Петроглифтары|таштағы һүрәттәре]] аша билдәле<ref>Ольга Червяцова [http://www.shulgan-tash.ru/2009-12-08-08-26-17/archaeologicalresearches Археологические исследования] Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»</ref>.
 
Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған. Шулай уҡ солоҡсолоҡ, умартасылыҡ музейы бар.
Юл 35 ⟶ 34:
 
== Атамаһы ==
«Шүлгәнташ» атамаһы мәмерйәгә ингән ерҙә Ағиҙелгә ҡушылған Шүлгән йылғаһы исеменән һәм [[башҡорт теле|башҡорт телендәге]] «таш» һүҙенән килеп сыҡҡан. Шулай уҡ боронғо башҡорт диалектында «шу үлгән» «һыу үлгән, юҡҡа сыҡҡан» тигәнде аңлата, дөрөҫөрәге, «һыу ташта үлгән» йәки «һыу таш аҫтына киткән» мәғәнәһендә. Бынан тыш, Шүлгән - — башҡорт халҡының боронғо «[[Урал- батыр]]» ҡобайыры персонажы, уның төп геройы Урал батырҙың ағаһы.
 
Рус тикшеренеүселәре Шүлгәнташты «Капова» мәмерйәһе тип атауының ике фаразы бар: беренсеһе - — тамсы тамыуҙы аңлатҡан «кап-кап» русурыҫ ымлығынан (мәмерйәлә һәр ваҡыт тамсы тамған тауыш ишетергә мөмкин), икенсеһе — «[[капище]]» (храм), мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы тип раҫлауҙан. Сөнки бик боронғо замандарҙан бирле, яҙманан алда, мәмерйәлә ғибәҙәтхана булғанлығы дәлилләнде, ҡаялағы һүрәттәр ҙә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәнлеге иҫбатланды. Башҡорт легендаларынан һәм археологик ҡаҙылмаларҙан билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа ла Шүлгәнташ ғибәҙәтхана ролен үтәгән, мәмерйәлә мәжүси йолалар башҡарылған<ref>''В. И. Левин'' «Свидетели из Каповой пещеры» М. : «Детская литература» 222 с. 1982</ref>.
 
== Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо ==
Мәмерйәгә ингән урын - — 25-28 метр бейеклегендәге арка рәүешендә, Һарыкүскән тауының көньяҡ битендә урынлашҡан; уның киңлеге 40 метрға етә. Шулай уҡ мәмерйәгә ингән урындың һул яғындағы күлдән [[Шүлгән]] йылғаһы ағып сыға. Зәңгәрләнеп күренеп ятҡан күлдең диаметры 3  метрға яҡын, ә тәрәнлеге -  80 метрҙан артыҡ (дөрөҫөрәге, ул күл түгел, ә һыу юлағының вертикаль өлөшө). Ҡушылмалары күп булыу сәбәпле, күлдең һыуы эсергә яраҡлы түгел, уны дауаланыу ванналары өсөн файҙаланыу отошлораҡ. Инеү урынының уң яғында - — тағы бер күл - Түңәрәк күл бар<ref>Кудряшов И. К. ''Путеводитель по Каповой пещере'' Уфа, 1956</ref>.
 
Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар бар. Мәмерйә, эре залдары, галереялары, һыу аҫты күлдәре һәм йылғалары менән, әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. МәмерйәШүлгәнташ өс гипсометрик кимәлле, түбәнге ҡатын һыу баҫҡан, унда мәмерйәне барлыҡҡа килтергән һыу аҫты ''Шүлгән йылғаһы'' аға<ref name="perechen" />. <ref>[http://www.academia.edu/9304055/Prehistoric_Eurasia ''В. С. Житенёв.'' Капова пещера — многослойный памятник археологии: предварительное сообщение // Первобытные древности Евразии. К 60-летию Алексея Николаевича Сорокина, 2012]</ref>.
 
Шүлгәнташ мәмерйәһенең бөтөн бейеклеге 140  метр. Мәмерйәгә яҡын, эргәләш Шүлгән йылғаһының өс саҡрым оҙонлоғондағы тәрән карст [[каньон]]ы һуҙыла, ул аҡрынлап эре карст соҡорҙарҙан, күлдәрҙән торған йырынға, ҡоро үҙәнгә әүерелә.
 
Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500  метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20  метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.
 
Шүлгәнташ мәмерйәһенә барған юлда бейек ҡаяла тәбиғәт яһаған мөғжизәле «Мамонт ҡыуышы» («Кәзә ташы») күренә. [[Мәғәрә]]гә бындай исем, ҡояш байыған саҡта ҡаялағы күләгәнең үҙенсәлекле ятыуы сәбәпле, таш һыҙаттары торбатомшоғон түбән төшөрөп йоҡоға талған [[мамонт]]ты хәтерләткәнлектән, бирелгән.
 
== Ер аҫтындағы йылға һәм күл ==
Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрымға арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрым аралыҡта ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташҡа ингән ерҙә, урғып, ер өҫтөнә сыға, диаметры 3 метрлыҡ метрлыҡ күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан сыҡҡас, 150—170  метр арауыҡтан гөрләп ағып, Шүлгән [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙелгә]] ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.
 
== «Рәсемдәр» бүлмәһе ==
Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә хас температура, дымлылыҡ режимы һәм һауа әйләнеше меңәр йылдар буйы, миҙгелгә ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә температура үҙгәрмәй, даими тора. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде.
Шүлгәнташ мәмерйәһе [[палеолит]] дәүерендәге [[Тәүтормош йәмғиәте|тәүтормош кешеһе]]нә хас һуңғы солютрей мәҙәниәтенән урта мадлен мәҙәниәте ваҡыты менән тамғаланған петроглифтар, йәғни ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле<ref>{{статья|заглавие=Об ископаемых носорогах эласмотериях|автор=Жегалло В.И и др.|ссылка=http://macroevolution.narod.ru/elasm.htm|издание=Новости из Геологического музея им. В. И. Вернадского|номер=9|год=2002|ISSN=1029-7812}}</ref>.
 
Һүрәттәр 1959 йылда ҡурсаулыҡтың зоологы А. В. Рюмин тарафынан табылған<ref>А. Д. Столяр. Происхождение изобразительного искусства. — М.: Искусство, 1985. — С. 35.</ref><ref>Э. П. Позднякова, А. В. Лоскутов, Н. Н. Скокова. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 241.</ref><ref>[http://www.shulgan-tash.ru/cave-shulgan-tash-kapova/ Пещера Шульган-Таш (Капова)]. Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»</ref>.
Боронғо һынлы һүрәт сәнғәтен ([[Живопись|живописте]]) өйрәнеүҙә [[СССР Фәндәр Академияһының Археология институты]] ҙур роль уйнаған (бигерәк тә [[Бадер, Отто Николаевич|О. Н. Бадер]]<ref>Бадер О. Н. ''Каповая пещера-La caverne Kapovaia: Палеолитическая живопись'' М., 1965.</ref> и [[Щелинский, Вячеслав Евгеньевич|В. Е. Щелинский]]<ref>[http://www.shulgan-tash.ru/2009-12-01-08-15-39/2009-12-14-23-27-09 Щелинский В. Е.] Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»</ref>). Улар 50 һүрәтте асыҡлаған. Һуңынан һүрәттәрҙе Бөтөн Рәсәй геология институты өйрәнә һәм [[Рус география йәмғиәтенән]] Ю. С. Ляхницкий 173 һүрәт йәки улрҙың уларҙың реликтын — сағыу таптарын таба.
 
МәмерйәләМәмерйә диуарында [[мамонттар]], [[йылҡы]] (ат) һәм башҡа йәнлек һүрәттәре, антропоморф фигуралар төшөрөлгән. [[Ағас күмере|күмер менән]] төшөрөлгән һирәк һүрәттәр ҙә осрай.
Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен табалартаба. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала [[Кроманьонец|кроманьонецтар]] йәшәгән дәүерҙә, [[Һуңғы палеолит|һуңғы палеолит]] осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, [[Боҙлоҡ периоды|боҙлоҡ периоды]] аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.
 
Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине ине — күпмелер өлөшө [[кальцит]] һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау проблемаһымәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә. Мәмерйә торошон яҡшыртыу Андоранан килгән реставратор Эудаль Гийаме кәңәштәренә таянып атҡарылды<ref>[http://u7a.ru/articles/society/11854</ref>
 
2012 йылдың февраленән башлап, мәмерйәләге һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында, һүрәт төшөрөлгән залдар ябылғанлыҡтан һәм уларҙы ирекле ҡарау тыйылғанлыҡтан, фотографтар Александр Марушин һәм Григорий Сухаревҡа, ғилми хеҙмәткәр Ольга Червяцоваға теләгән һәр кемгә мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген бирерлек виртуаль фототур ойоштороу заданиеһы бирелә. 2012 йылдың июленән башлап [[ҡурсаулыҡ]] территорияһында «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тигән интерактив музей эшләй.
 
Заманса уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең максималь йәше 36400 йыл, минималь йәше - 14500 йыл элек төшөрөлгәнен билдәләне. Был мәғлүмәт сит илдәрҙә сыҡҡан ғилми хеҙмәттәрҙә баҫылды һәм Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелеүенәиндерелер нигеҙтигән булыпөмөт торасаҡменән тигәнйәшәй ышаныстабашҡорт ҡалабыҙхалҡы<ref>[http://u7a.ru/articles/society/11854 Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза], Киске Өфө, 2016 йыл</ref>.
 
== Галерея ==
Юл 77 ⟶ 76:
</gallery>
 
Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) йәшәгән кешеләрҙең буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың зурҙур залында табылған. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра, менән яһалған.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шүлгәнташ» битенән алынған