Гагарин Юрий Алексеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
42 юл:
1955 йылдың 27 октябрендә әрме сафына саҡырыла һәм Чкалов ([[Ырымбур]]) ҡалаһына К. Е. Ворошилов исемендәге 1-се осоусылар хәрби-авиация училищеһына ебәрелә.
 
1957 йылда Валентина Ивановна Горячева менән ғаилә ҡороп ебәрәләрҡоралар. Аҙаҡтан Ырымбур ҡалаһында, Валентинаның ғаиләһе йәшәгән өйҙә, Юрий һәм Валентина Гагариндарҙың музей-фатирҙары асыла.
 
1959 йылдың 9 декабрендә космонавтарға кандидаттар рәтенә индереүҙе һорап, ғариза яҙа. 1960 йылдың 3 мартында Хәрби-һауа көстәре баш командующийы бойороғо менән кандидаттар төркөмөнә ҡабул ителә. 25 марттан алып космонавтарҙы әҙерләү буйынса даими дәрестәр башлана. 1961 йылдың 12 апрелендә [[Байконур]] космодромынан осоусы-космонавт Юрий Гагарин «Восток» космик карабы бортында донъяла беренсе булып йыһанға старт ала. Был осоу өсөн Ю.Гагаринға [[Советтар Союзы Геройы]] исеме һәм ваҡытынан алда майор дәрәжәһе бирелә. Ә 1962 йылдан алып 12 апрель көнө — [[Космонавтика көнө]] тип иғлан ителә.