Гагарин Юрий Алексеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
}}'''Гагарин, Ю́рий Алексе́евич''' — 1934 йылдың 9 мартында тыуған. Урыҫ. 1961 йылдың 12 апрелендә донъяла беренсе булып йыһан киңлегенә осҡан кеше. Сығышы менән крәҫтиән ғаиләһенән: атаһы — балта оҫтаһы, әсәһе — һөтсөлөк фермаһында эшләгән. Баскетбол уйнарға яраткан.
 
1951 йылдың авгусында Һарытау индустриаль техникумына уҡырға инә һәм 1954 йылдың 25 октябренән Һарытау аэроклубында шөғөлләнә башлай. 1955 йылда Юрий Гагарин ҙур уңыштарға өлгәшә, уҡыуын яҡшы билдәләргә тамамлай, ЯК-18 самолётында беренсе тапҡыр уҙаллыүҙ аллы оса. Аэроклубта бөтәһе 196 тапҡыр һауаға күтәрелеп, осоу ваҡытын 42 сәғәт 23 минутҡа еткерә.
 
1955 йылдың 27 октябрендә әрме сафына саҡырыла һәм Чкалов ([[Ырымбур]]) ҡалаһына К. Е. Ворошилов исемендәге 1-се осоусылар хәрби-авиация училищеһына ебәрелә.
 
1957 йылда Валентина Ивановна Горячева менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Аҙаҡтан Ырымбур ҡалаһында, Валентинаның ғаиләһе йәшәгән өйҙә, Юрий һәм Валентина ГагариндырҙыңГагариндарҙың музей-фатирҙары асыла.
 
1959 йылдың 9 декабрендә космонавтарға кандидаттар рәтенә индереүҙе һорап, ғариза яҙа. 1960 йылдың 3 мартында Хәрби-һауа көстәре баш командующийы бойороғо менән кандидаттар төркөмөнә ҡабул ителә. 25 марттан алып космонавтарҙы әҙерләү буйынса даими дәрестәр башлана. 1961 йылдың 12 апрелендә [[Байконур]] космодромынан осоусы-космонавт Юрий Гагарин «Восток» космик карабы бортында донъяла беренсе булып йыһанға старт ала. Был осоу өсөн Ю.Гагаринға [[Советтар Союзы Геройы]] исеме һәм ваҡытынан алда майор дәрәжәһе бирелә. Ә 1962 йылдан алып 12 апрель көнө — [[Космонавтика көнө]] тип иғлан ителә.