Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тәүтормош йәмғиәте
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
60 юл:
Боронғо һынлы һүрәт сәнғәтен (живописте) өйрәнеүҙә [[СССР Фәндәр Академияһының Археология институты]] ҙур роль уйнаған (бигерәк тә [[Бадер, Отто Николаевич|О. Н. Бадер]]<ref>Бадер О. Н. ''Каповая пещера-La caverne Kapovaia: Палеолитическая живопись'' М., 1965.</ref> и [[Щелинский, Вячеслав Евгеньевич|В. Е. Щелинский]]<ref>[http://www.shulgan-tash.ru/2009-12-01-08-15-39/2009-12-14-23-27-09 Щелинский В. Е.] Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»</ref>). Улар 50 һүрәтте асыҡлаған. Һуңынан һүрәттәрҙе Бөтөн Рәсәй геология институты өйрәнә һәм [[Рус география йәмғиәтенән]] Ю. С. Ляхницкий 173 һүрәт йәки улрҙың реликтын — сағыу таптарын таба.
 
Мәмерйәлә [[мамонттар]], [[йылҡы малы, аттар]] һәм башҡа йәнлек һүрәттәре, антропоморф фигуралар төшөрөлгән. [[Ағас күмере|күмер менән]] төшөрөлгән һирәк һүрәттәр ҙә осрай.
Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен табалар. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала [[Кроманьонец|кроманьонецтар]] йәшәгән дәүерҙә, [[Һуңғы палеолит|һуңғы палеолит]] осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, [[Боҙлоҡ периоды|боҙлоҡ периоды]] аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шүлгәнташ» битенән алынған