Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
63 юл:
Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен табалар. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала [[Кроманьонец|кроманьонецтар]] йәшәгән дәүерҙә, [[Һуңғы палеолит|һуңғы палеолит]] осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, [[Боҙлоҡ периоды|боҙлоҡ периоды]] аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.
 
Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө [[кальцит]] һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау проблемаһы хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә. Мәмерйә торошон яҡшыртыу Андоранан килгән реставратор Эудаль Гийаме кәңәштәренә таянып атҡарылды<ref>[http://u7a.ru/articles/society/11854</ref>
Заманса уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр 36400 йыл элек төшөрөлгәнен билдәләне<ref>[http://u7a.ru/articles/society/11854 Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза], Киске Өфө, 2016 йыл</ref>.
 
Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө [[кальцит]] һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау проблемаһы хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә.
 
2012 йылдың февраленән башлап, мәмерйәләге һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында һүрәт төшөрөлгән залдар ябылғанлыҡтан һәм уларҙы ирекле ҡарау тыйылғанлыҡтан, фотографтар Александр Марушин һәм Григорий Сухаревҡа, ғилми хеҙмәткәр Ольга Червяцоваға теләгән һәр кемгә мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген бирерлек виртуаль фототур ойоштороу заданиеһы бирелә. 2012 йылдың июленән башлап [[ҡурсаулыҡ]] территорияһында «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тигән интерактив музей эшләй.
 
Заманса уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрһүрәттәрҙең максималь йәше 36400 йыл, минималь йәше - 14500 йыл элек төшөрөлгәнен билдәләне. Был мәғлүмәт сит илдәрҙә сыҡҡан ғилми хеҙмәттәрҙә баҫылды һәм Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелеүенә нигеҙ булып торасаҡ тигән ышаныста ҡалабыҙ<ref>[http://u7a.ru/articles/society/11854 Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза], Киске Өфө, 2016 йыл</ref>.
 
== Галерея ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шүлгәнташ» битенән алынған