Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
21 юл:
Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙай ҡыҙы 1949 йылдың 3 ғинуарында [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1992 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]]<ref>[http://volganews.info/oblast5/terraxn/ip-ksgxaw7.htm ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА] {{ref-ru}}</ref>) [[Яңауыл районы]] [[Иҫәнбай (Яңауыл районы)|Иҫәнбай]] ауылында тыуған. Яман сир һөҙөмтәһендә ете йәшендә хәрәкәтһеҙ ҡала. Ижадҡа тотоноуы уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары аҙағына тура килә: тейешле белем алыуҙан мәхрүм булһа ла, үҙ аллы шөғөлләнеүе, күп уҡыуы, тормошҡа ышаныс һәм өмөт менән ҡарауы уның йөрәгендә илһам сатҡылары уята. Хис-тойғоларын тәүге тапҡыр шиғри юлдарға һалғанда уға ун ете йәш була. Уның тәүге әҫәре 1970 йылда [[Яңауыл районы]] гәзитендә донъя күрә, ә бер шәлкем шиғырҙары 1977 йылда [[Ҡазан]]да нәшер ителгән «Ҡыҙҙар тауышы» исемле йыйынтыҡҡа индерелә. [[Өфө]]лә «Йәш көстәр» альманахында 1984 йылда бер нисә шиғыры, тағы ла бер йылдан йәш шағирҙарҙың татар телендәге «Осҡондар» тупланмаһында «Был йыр һинең хаҡта» йыйынтығы уҡыусы хөкөменә тәҡдим ителә. Шунан һуңғы тиҫтә ярым йылдан артығыраҡ осорҙа Кәүсәриә Шафиҡованың [[Өфө]]лә ете, [[Ҡазан]]да өс, [[Нефтекама (ҡала)|Нефтекама]] һәм [[Яңауыл (ҡала)|Яңауыл]]да ике йыйынтығы баҫыла. Һуңғы баҫмаларға әҙибәнең шиғырҙары һәм композиторҙар көй яҙған йыр текстары менән бер рәттән уның хикәйәләре һәм новеллалары ла ингән. 1995 йылда [[Өфө]]лә донъя күргән «Пар аҡ ҡош» һәм 2000 йылда [[Яңауыл (ҡала)|Яңауыл]]да баҫылған «Бөрөләр асылғанда» китаптары — Кәүсәриә Шафиҡованың тормош юлдашы, үҙенә оҡшаш яҙмышлы шағир Рәфис Мөхәмәтдинов менән берләктәге ижад емештәре.
 
ШағирәШағир [[Арғымаҡ (журнал)|«Арғымаҡ»]] журналының [[Сажиҙә Сөләймәнова]] исемендәге конкурсының тәүге лауреаты, төрлө йылдар йомғаҡтары буйынса шундай уҡ исемде уға республикабыҙҙың күп кенә гәзит-журналдары, шул иҫәптән [[Башҡортостан ҡыҙы (журнал)|«Башҡортостан ҡыҙы»]] редакцияһы ла биргән. Ул шулай уҡ [[Яңауыл районы]] хакимиәтенең [[Ғәли Соҡорой]] исемендәге премияһы лауреаты, ҡала һәм райондың почетлы гражданы.
 
Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәренә [[Башҡортостан]] һәм [[Татарстан]] композиторҙары ике йөҙгә яҡын йыр яҙған. Шағирәне оло сәхнәгә алып сығыусы, уның шиғырҙарын көйгә һалып, халыҡҡа еткереүсе — билдәле композитор һәм йырсы, [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған артисы [[Наил Шәймәрҙәнов]]. Алтмыштан артыҡ йыр — ике авторҙың моң даръяһындағы сирек быуатҡа яҡын дауамындағы ижади дуҫлыҡ һөҙөмтәһе. Был хеҙмәттәшлек, 1991 йылда яҙылған «Ҡайталар инде ҡыр ҡаҙҙары»нан башланып китеп, «Башҡортостан гөлө беҙ», «Их, алмаһы», «Ҡоштар китә», «Ике малай», «Балан тәлгәштәре», «Иҫән саҡта күрешәйек» һәм башҡа киң танылыу алған йырҙар менән дауам итә. «Дәрмән» төркөмө башҡарыуында йыш яңғыраған «Был минең ғорурлығым»ды айырым билдәләргә кәрәк.