Бөрйән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
 
'''Бөрйән''' — башҡорт ҡәбиләһе.
 
Тарихи сығанаҡтар буйынса, ХIХ быуаттың икенсе ярты­һында улар 50 – 55 мең кеше иҫәпләнгән. Бөр­йән­дәр араһында Монаш, Нуғай? Бөрйән, Ямаш, Янһары, Байулы-Бөрйән ырыуҙары киң таралған булған.
 
Бөрйәндәр, нигеҙҙә, Ағиҙелдең үрге ағымынан башлап көньяҡҡа Яйыҡ буйына тиклем ерҙә йәшәгән. Көньяҡта Оло һәм Кесе Эйек, Юшатыр буйҙарында ла ғүмер иткән. Элек бөрйәндәрҙең байтағы Дим буйында, артабан көньяҡта Туҡ, Оло һәм Кесе Уран буйҙарында, Ырғыҙ, Кәрәлек һәм Кәмәлек буйҙарында урынлашҡан.
[[Файл:Bashkirs clans.jpg|thumb|right|250px|]]
Профессор Р. Кузеев бөрйәндәрҙең 490 тамғаһын тапҡан. Улар араһында уҡ башағына оҡшағаны – яғылбай иң киң таралғандарҙан иҫәпләнә.
Боронғо бөрйәндәрҙең этногенетик мәғлүмәттәре уларҙың ата-бабаларының Үҙәк Азияла йәшәүе хаҡында һөйләй.
 
Беҙҙең эраның тәүге мең йыллығының беренсе яртыһында бөрйәндәр башҡа халыҡтар менән Урта Азияға күсенгән. Тап ошонда уларҙың этник нигеҙе һалынған да инде. Исемдәре лә ошо ваҡыттан бирле йәшәй. Тарихи-этнографик әҙәбиәттә бөр­йәндәрҙе көнсығыштағы бурджандар менән сағыштыралар. Бында нин­дәйҙер нигеҙлек булырға тейеш. Ҡайһы бер ғалимдар бурджандарҙы Дунай болғарҙары менән тиңләй. Бында улар урта быуаттарҙа йәшәгән Әл-Бәкри һәм Яҡутҡа һылтаналар. Улар бурджандарҙы «румийҙарҙың күршеләре» тип яҙып ҡалдырған. Бурджандарҙың Византия менән күршеләш булыуы һәм уларҙы Дунай болғарҙары менән этник яҡтан бер тигеҙ ҡуйыу тарихи үҫештең һөҙөмтәһе булып тора. Бурджандар сығышы буйынса төрки халыҡтарынан һәм уларҙың тарихы Урта Азия менән бәйләнгән.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бөрйән» битенән алынған