Юрматы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
[[File:Юрматы (тамга).JPG|thumb|Тамға Юрматы]]
[[Файл:Bashkirs clans.jpg|thumb|right|250px|]]
Юрматы ҡәбиләһенә Тәлтим, Тәтәгәс, Ҡармыш, Юрматы, Нуғай-юрматы йәки Арлар һәм Мишәр-юрматы ырыуҙары ҡараған. Һәр ырыуҙың үҙ тамғаһы булған. Мәҫәлән, тәлтимдәрҙең – һәнәк, тәтәгәстәрҙең – тараҡ, ҡармыштарҙың – ҡаҙ тәпәйе, ә мишәр-юрматыларҙың сыбыҡ кеүек. Был ҡәбилә башҡорттарының ҡошо – торна. Әйткәндәй, бөгөнгө венгр­ҙарҙың ҡошо ла – торна. Ҡәбиләнең ағасы – миләш. Үкенескә күрә, тарихи документтарҙа ҡәбиләнең ораны осрағаны юҡ, әммә халыҡ хәтерендә ҡалғаны – «Айтайлаҡ».
 
Юрматыларҙың тарихын ХIII – ХIV быуаттарҙан күҙәтергә мөмкин. Шәжәрәләрҙән күренеүенсә, юрматылар ул ваҡытта Зәй һәм Шешмә йылғаларының үрге ағымында күсеп йөрөгән. Хәҙер был ерҙәр [[Татарстан]]ға ҡарай. ХIV быуат аҙағында Тимурҙың Туҡтамыш менән көрәшенең көсәйеүе арҡаһында юрматылар Шәғәли бей етәкселегендә Зәй, Шешмә буйҙарын ташлап китеп, [[Кама]] йылғаһының уң яғына күскән. Бер аҙ Ҡама үҙәндәрендә йөрөгәндән һуң, улар Шатлыҡ яғына килеп сыҡҡан. Шәғәли бей вафат булғас, юрматылар Ғәли Шәйех етәкселегендә Зәй һәм Шешмә буйҙарына кире әйләнеп ҡайтҡан.
 
Юрматылар, нигеҙҙә, ярым күсмә тормош алып барып, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Академик И. Фальктың әйтеүенсә, ХVIII быуат аҙағында иң ярлыһының да 10 – 20 аты булған. Ә хәлле һәм байҙарҙың йылҡы өйөрөндә 1000 – 2000 баш ат иҫәпләнгән. Ошондай уҡ һандарҙы Г. Георги ҙа килтерә: ябай кешенең – 30 – 50, ә ҡайһы берҙәренең – 500, байҙарҙың мең баш йылҡыһы һәм шул тиклем үк һарығы булған.
Таулы райондарҙа һунарсылыҡ, умартасылыҡ, һәр төрлө һөнәрселек ҙур роль уйнаған. Игенселек юрматылар өсөн төп һөнәр түгел. Сәсеүлек майҙандары ла әллә ни ҙур булмаған. ХIХ быуаттың 80-се йылдарына юрматылар тамам ултыраҡ тормошҡа күсә. Ошонан һуң игенселек уларҙың төп йәшәү сығанағына әүерелә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Юрматы» битенән алынған