Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
8 юл:
Был зона Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан һәм [[ҡитға]] климаты менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ температура көнбайышта 2,4°-тан көнсығышта 0,8°-ҡа тиклем тирбәлә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 500-ҙән 799 миллиметрғаса етә.
 
Был зонаға ниндәй урмандар һәм тупраҡтар хас булыуын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Урман зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда, атап әйткәндә, ағас ҡырҡыуҙан, бик ныҡ үҙгәреш кисерҙе. Ҡырҡылған ерҙәрҙә инде икенсел урмандар, башлыса, [[ҡайын]], [[йүкә]], [[уҫаҡ]]тан торған урмандар үҫеп сыҡты. Был зонала майҙандың яртыһы тиерлек һөрөнтө ер өлөшөнә тура килә. Бындай төбәктәрҙә антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Кеше тәьҫиренән тупраҡтың составы ла аҡрынлап үҙгәрә бара. Унда яйлап ҡына булһа ла серемтә ҡатламы ҡалыная.
 
Урман зонаһында кеше ҡулы теймәгән ландшафт майҙандары тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡлана һәм ҡурсалана. Улар иҫәбенә [[Краснокама районы]]ның үҙәге [[Николо-Берёзовка]] ауылы тирәһендәге ҡарағай һәм шыршы урмандары, [[Дүртөйлө районы]]ның Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағай урманы инә.
 
Был зоналағы күлдәр ҙә иҫ киткес гүзәл күренеш барлыҡҡа килтергән. [[Дүртөйлө районы|Дүртөйлө районының]]ның [[Урыҫ Әнгәсәге]] ауылы эргәһендәге Оло һәм Бәләкәй Йылан күлдәре, [[Нуриман районы]]ндағы [[Упҡынкүл]] тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителгән.
 
Тәбиғәт ҡомартҡылары ғына түгел, урман зонаһының бөтә бай һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәте — [[шыршы]] һәм [[аҡ шыршы]] үҫкән бейек текә ярлы [[Павловка һыу һаҡлағысы]] тирәһе, [[Кама]]ның һул яр буйындағы аҡ шыршы һәм шыршы урмандары, [[Өфө ялпы таулығы]]н тәрән йырып аҡҡан [[Йүрүҙән]] буйҙары һаҡсыл мөнәсәбәткә лайыҡ түгелме ни? Мәҫәлән, [[Йүрүҙән]] урыны менән бер нисә тиҫтә метр бейеклегендәге ҡаялар хасил итеп аға. Шундай ҡаяларҙың береһе — Сабаҡай тауы [[Дыуан районы]]ның Сарапул ауылы янында урынлашҡан. Бында тәүтормош кешеһенең торлаҡ эҙҙәре һаҡланған ике мәмерйә барлығы билдәле.
18 юл:
== Урманлы дала зонаһы ==
[[Файл:Сенокосные угодья в Белорецком районе.jpg|thumb|right|280px|Белорет районы күренеше]]
Урманлы дала зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн иң уңайлыһы. Уңдырышлы ҡара тупраҡ, тигеҙ ер өҫтө, ауыл хужалығы өсөн етерлек дым һәм йылылыҡ, мул һыулы йылғалар ошонда. Шуға күрә лә урманлы дала кеше тарафынан күптән үҙләштерелгән. Хәҙерге ваҡытта бында антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Бөтә зонаны юлдар, электр линиялары, урман һыҙаттары арҡы-рығаарҡырыға-буйға киҫеп үтә. Йәй көндәрендә йәм-йәшел баҫыуҙар ҡарашты иркәләй. Һөрөнтө ерҙәр 65 %-ҡапроцентҡа тиклем майҙанды биләй. Сабынлыҡтар, көтөүлектәр, емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсалары ла байтаҡ майҙан алып тора. Иген һәм техник культураларҙың төп өлөшө ошонда үҫтерелә, игендең уңышы гектарынан 30—40 центнер тәшкил итә.
 
Был зонала тәбиғи хәлендә һаҡланған, шулай уҡ кеше ҡулы тарафынан тыуҙырылған ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары байтаҡ. Улар араһында Бәләбәй районында Усень-Ивановка ауылы эргәһендәге, шулай уҡ Бөрө районының «Сосновый бор» ял йорто тирәһендәге ҡарағайлыҡтар иң күренеклеләре.