Түңгәүер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
аныҡлаштырыу
28 юл:
 
[[Файл:Bashkirs clans.jpg|thumb|right|250px|]]
Түңгәүерҙәрҙең боронғо ҡомартҡылары уларҙың Уралға күсеп килгәнгә тиклем [[Һырдаръя]] буйҙарында йәшәүе хаҡында аныҡ күрһәтә.
Аҡһаҡалдарҙың раҫлауынса, Көньяҡ Уралға улар бүре артынан эйәреп килгән. Түңгәүерҙәр араһында ғына түгел, көньяҡта йәшәгән үҫәргәндәрҙә лә бүре хаҡында хикәйәт киң таралған. Йәнәһе, бик боронғо замандарҙа башҡорттарҙың ата-бабалары Һырдаръя буйында йәшәгән һәм һуңынан ул төбәкте ташлап китергә мәжбүр булған. Күсенгәндә улар сикһеҙ далаларҙа аҙашҡан. Шул мәлдә уларға бүре осраған. Ул кешеләрҙе үҙенә яҡын да ебәрмәгән, ташлап та китмәгән. Аҡһаҡалдарҙың әмере буйынса, халыҡ ошо бүре артынан төньяҡҡа табан юлын дауам иткән. Бик күп төн һәм көндәрҙән һуң улар Урал тауҙарына юлыҡҡан.
Халыҡ хәтерендә һаҡланыуынса, түңгәүерҙәрҙең ата-бабалары элек Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. [[Мирасов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Мирасовтың]] шәжәрәһе буйынса түңгәүерҙәр [[Ҡармасан]] һәм [[Сәрмәсән]] буйҙарында төпләнгән. Улар был тирәлә ХIII быуатҡа тиклем күсенеп йөрөгән. [[Нөгөш]] һәм Ағиҙел буйҙарында тау-урман араһына урынлашҡан. Түңгәүерҙәрҙең күпселеге Һаҡмарҙың үрге ағымында һәм Урал аръяғында мәңгелеккә тороп ҡалған. Уларҙың бер төркөмө [[Кәрәлек]] буйына күсеп ултырған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Түңгәүер» битенән алынған