Мөрсәлим — версиялар араһындағы айырма

491 байт өҫтәлгән ,  4 года назад
Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ҡалмаҡҡол ауылында 4 синыфлыҡ башланғыс мәктәп асыла. Унан бик һирәгенә 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе)н тамалау мөмкин булған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәбенә йөрөп уҡыған. Һуғыштан һуң Ҡалмаҡҡолда ла 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп, 60-сы йылдарҙан башлап урта мәктәп эшләне. Ҡарағол, Илсекәй, Сүрәкәй ауылы балалары ошо мәктәпкә йөрөп уҡыны. Хәҙер ул Мөрсәлим урта мәктәбе тип атала.
 
30-сы йылдарҙа Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары "Путь социализма" тигән колхозға ойошҡан. Уның беренсе рәйесе Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе- Ғәлимйән Ишбирҙин булған. Ҡалмаҡҡол ауылы 1958 йылдан XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәгенә әйләнде. Был колхозға шулай уҡ Илсекәй, Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдары, Рус Илсекәйе утары ҡараны. Колхоз идаралығы, "Заготзерно" предприятиеһы, ашлыҡты беренсел эшкәртеү токтары булған эре хужалыҡ булды. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне. Шулай уҡ "Заготскот" предприятиеһы бар ине. Ике тиҫтә йылға яҡын (80-2000-се йылдарҙа) Мөрсәлим ит комбинаты эшләне. Бынан тыш Мөрсәлим аша Транс-Себер тимер юлы үтә, ауылда тимер юл вокзалы, нефть базаһы, эзбизташ заводы, участка дауаханаһы. Бөгөн Мөрсәлимдә "Башкиравтодор" предприятиеһы эшләй.
 
Ҡалмаҡҡол ауылы 1958 йылдан XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәгенә әйләнде. Был колхозға шулай уҡ Илсекәй, Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдары, Рус Илсекәйе утары ҡараны. Колхоз идаралығы, "Заготзерно" предприятиеһы, ашлыҡты беренсел эшкәртеү токтары булған эре хужалыҡ булды. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне. Ҡалмаҡҡолда шулай уҡ "Заготскот" предприятиеһы бар ине.
 
Ике тиҫтә йылға яҡын (1980-2000-се йылдарҙа) Мөрсәлим ит комбинаты эшләне.
 
Бынан тыш Мөрсәлим аша Транс-Себер тимер юлы үтә, 2000-се йылдарҙа яңы тимер юл вокзалы төҙөлдө, нефть базаһы, эзбизташ заводы, участка дауаханаһы. Бөгөн Мөрсәлимдә "Башкиравтодор" предприятиеһы эшләй. Өс меңгә яҡын халыҡ йәшәгән ауылда, бәләкәй генә тимер юл клубынан башҡа, Мәҙәниәт йорто ла, Спорт үҙәге лә юҡ. Мөрсәлим - Түбәләҫ ауылдары араһында газ үткәрелгән берҙән-бер ауыл. Үҙәк урамдарҙа асфальт түшәлгән, һыу колонкалары бар.
 
== Халыҡ һаны ==
17 162

үҙгәртеү