Мөрсәлим — версиялар араһындағы айырма

55 байт өҫтәлгән ,  4 года назад
 
Ауыл 55 йорттан тора. 1890 йылдан биләмәләр 128 йән башына 12 йылға бирелгән. Биләмәләрҙе алғас, урмандың бер өлөшө һөрөнтө ер өсөн, икенсе өлөшө мал утлауы өсөн ҡулланыла. Сәсеү әйләнеше ҡалдау йәиһә тупраҡтың уңдырышлылығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн оҙаҡ ваҡыттар эшкәртмәй ятҡырыу, бер баҫыу — сикләү юҡ; Нәсибаш улусы халҡы ғәҙәттә 3-4 йылдан һуң бүлемен ташлай һәм йәнәш ятҡан бесәнлеген һөрә. Башлыса арыш һәм һоло сәселә. Һабан менән һөрәләр. Иң яҡшы уңыш: арыштың сәселгән 9 ботонан — бер дисәтинәгә 80 бот, һолоноң бер дисәтинәгә сәселгән 15 ботонан — 100 бот, бойҙайҙың 12 ботонан — 70 бот. Көтөүлектәр (мал утлауҙары) 312 дисәтинә ерҙе биләй, һәм унда 400 баш мал йәй буйы утлай. Көтөү шулай уҡ ҡамылда йөрөтөлә; утлаулыҡтар өлөшләтә ырҙын һәм йәшелсә баҡсалары өсөн бүленгән (10 дисәтинәгә яҡыны). Утлаулыҡтар араһынан Мәсе-йылға һәм Олойөр йылғаһы аға. Урман менән иркен, бүлешеп тормай, тик ҡоро-һары, сыбыҡ-сабыҡ, лапы көйө, файҙаланалар. Халыҡ биләмәләрҙе ҡортомға алмай. Ҡалмаҡҡол ауылы йәмғиәте 128 дисәтинә ерҙе йылына 126 һум менән, 30 дисәтинә һөрөнтө ерҙе йылына 30 һум менән 6 йылға оҙайлы ҡортомға бирә. Шулай уҡ, ике дисәтинә тирмән урыны йылына 12 һум менән 12 йылға ҡортомға бирелә. Ауылда ике аҙыҡ-түлек (бакалея) кибете бар. Ҡыш көнө 20 йорт хужаһы утын киҫеү һәм ташыу менән һәм руда ташыу менән шөғөлләнә. Утынды Балашев ҡалаһы рудниктарына, ә руданы — «Вязовая» (Ҡарамалы йылғаһында ултырған) станцияһына ташыйҙар. 2 аты менән ташыған эшсе бер ҡышта 25 һум аҡса эшләй. Икмәкте халыҡ Йүрүҙән заводында һата"<ref>Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 144—145 с.</ref>.
 
== Ауылдың XX быуаттағы үҫеше ==
 
Совет осоронда Ҡалмаҡҡол ауылы XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәге булды. Колхоз идаралығы, "Заготзерно" предприятиеһы, ашлыҡты беренсел эшкәртеү токтары булған эре хужалыҡ ине. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәй ине. Шулай уҡ "Заготскот" предприятиеһы бар ине. Ике тиҫтә йылға яҡын (80-2000-се йылдарҙа) Мөрсәлим ит комбинаты эшләне. Бынан тыш Мөрсәлим аша Транс-Себер тимер юлы үтә, ауылда тимер юл вокзалы, нефть базаһы, эзбизташ заводы, участка дауаханаһы, урта мәктәп бар.
16 091

үҙгәртеү