Арарат: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
22 юл:
{{другие значения}}
'''Арара́т''' ({{lang-hy|Արարատ}} и {{lang-hy|Մասիս}} (Масис), {{lang-tr|Ağrı Dağı}}, {{lang-ku|Çiyayê Agirî}}) — тау: Төркиәнең көньяғында Әрмән ҡалҡыулығының иң бейек вулкан массивы; стратовулкандарға ҡарай. Төркиәнең административ бүленеше Ыгдыр иле Аракс йылғаһының урта ағымы уң ярында, Иран сигенән 16 километрҙа, Әрмәнстан сигенән 32 километрҙа<ref>[http://www.calend.ru/event/4101/] 1829  йылдың 9 октябрында Арарат түбәһен тәүге яулау — «Ваҡиғалар календары» проекты</ref>{{не АИ}}. Конус нигеҙҙәре менән ҡушылған йоҡо хәлендәге ике вулкандан: Оло Арараттан һәм Кесе Арараттан тора. Оло Арараттың түбәһе диңгеҙ кимәленән 5165 метрҙа<ref>{{БСЭ3|заглавие=Арарат (вулканический массив)}}</ref><ref name="britannica">{{Из|Британника|http://www.britannica.com/EBchecked/topic/32131/Mount-Ararat|заглавие=Mount Ararat}}</ref>) Төркиәнең иң бейек нөктәһе булып тора.
== Төҙөлөшө ==
[[Файл:Ararat 3d version 1.gif|thumb|left|120px|Арараттың 3D-моделе]]
Оло һәм Кесе Арарат түбәләренең араһы 11 км<ref name="Britannica">Encyclopaedia Britannica. Great Ararat.
Ararat consists of two peaks, their summits about 7 miles (11 km) apart. Great Ararat, or Büyük Ağrı Dağı, which reaches an elevation of 16,945 feet (5,165 metres) above sea level, is the highest peak in Turkey. Little Ararat, or Küçük Ağrı Dağı, rises in a smooth, steep, nearly perfect cone to 12,782 feet (3,896 metres).
</ref>. Вулкандар Сардар-Булак биләне менән бүленгән. Ике түбәнең дә нигеҙ әйләнәһе оҙонлоғо 130  км-ға яҡын. Кайнозой базальты менән тултырылған. Тау биттәре буш, елләгән лава ағымынан барлыҡҡа килгән. Оло Арарат 4 250  метрҙан үргәрәк мәңгелек ҡар менән ҡапланған. Массивта 30-ға яҡын боҙлоҡ бар (иң эреһе — 2  км оҙонлоғондағы изге Яков боҙлоғо).
Оло Арараттың диңгеҙ кимәленән бейеклеге 5165  метр тәшкил итә, Кесе Арараттыҡы — 3896 м<ref name="Britannica"></ref>.
Шуныһы ҡыҙыҡ, үҙенең ҙурлығына һәм мәңгелек ҡарҙары һәм боҙлоҡтары булыуға ҡарамаҫтан, Арарат тауҙарынан бер йылға ла ағып сыҡмай.
== Урғылыуҙары ==
Моғайын, Арарат б. э. т. өсөнсө меңйыллыҡта әүҙемлек күрһәткәндер; пирокластик ағымдары аҫтында иртә бронза быуаты артефакттары һәм кеше кәүҙәһе ҡалдыҡтары табылған<ref name="gvp">{{cite gvp|vnum = 0103-04-|name = Ararat|accessdate=2009-01-01}}</ref>.
Араратта һуңғы тапҡыр вулкан урғылыу 1840 йылдың 2 июлендә булған<ref>[http://www.volcano.si.edu/world/volcano.cfm?vnum=0103-04-&volpage=erupt Ararat: Eruptive History] — Global Volcanism Program, [[Национальный музей естественной истории (Вашингтон)]]</ref>; ул ер тетрәү менән бергә күҙәтелгән. Ер тетрәү һәм ташҡын ағымы һөҙөмтәһендә тау башында урынлашҡан Изге Яков монастыры һәм Аргури ауылы емерелгән; шул осорҙан алып Араратта даими ултыраҡтар булғаны юҡ<ref name="britannica" /><ref name="iranica" />.
39 юл:
Был вулкан мәшхәре тураһында Сергей Меч Рәсәйҙең революцияға тиклемге география дәреслегендә иҫкә алып үткән:
{{начало цитаты}}
Арараттың вулкан көсө һуңғы тапҡыр үҙе тураһында 1840  йылда белдерҙе. Арараттан урғылып төшкән һыу һәм бысраҡ ташҡынынан, уларҙан алда башланған ер тетрәүенән тирә-йүндәге ҡала һәм ауылдарҙа бер нисә мең кеше һәләк булды. (Въ послѣдній разъ вулканическія силы Арарата напомнили о себѣ въ 1840 г., когда погибло нѣсколько тысячъ человѣк въ окрестныхъ городахъ и селеніяхъ отъ потоков воды и грязи, хлынувшихъ съ Арарата, и отъ предшествовавшихъ имъ ударовъ землетрясені).<ref>Сергѣй Мечъ. Россія. Учебникъ отечественной географіи. Двадцать седьмое изданіе. Москва, 1911. с. 172—173</ref>
{{конец цитаты}}
49 юл:
Арараттың урындағы атамалары:
* Арараттың традицион әрмәнсә атамаһы — Масис ({{lang-hy|Մասիս}}). Анатолий Петрович Новосельцева фекеренсә, «Масис» иран сығышлы һүҙ, һәм «бөйөк, ҙур», иң ҙур тау тигән мәғәнәне аңлата, сөнки урта фарсыса «масист» — «иң ҙур» тигән һүҙ<ref name="novosel">''[[Новосельцев, Анатолий Петрович|А. П. Новосельцев]]'', [http://annales.info/blacksea/ararat.rar.htm О местонахождении библейской «горы Арарат»] — «Восточная Европа в древности и средневековье», М., Наука, 1978, стр. 61-66</ref>. Мовсес Хоренаци «"Әрмәнстан тарихы»"нда, әрмән халыҡ этимологияһына таянып, «"Масис»"ты легендар әрмән батшаһы Амасий исеме менән бәйләй. Джеймс Расселл фекеренсә, уның атамаһы халыҡ этимологияһында Амасья ҡалаһы исеменән килеп сыҡҡан<ref name="russell1985" />.
* Арараттың төрөк атамаһы — Агрыда́г йәки Агры-Даг ({{lang-tr|Ağrı Dağı}}), «кәкре тау»<ref name="Pospelov" /> йәки «ауыртыу тауы» (от {{lang-tr|Ağrı}} — «һыҙлау, ҡайғы»<ref name="novosel" />). Джеймс Расселл фекеренсә, {{lang-tr|Ağrı}} оҡшағандар {{lang-tr|ağir}} — «ауыр» һәм урта иран ''*masi-'' тәржемәһе була, боронғо иран теленән йәш авестий телендәге ''mas-'' — «оҙон, ҙур» тигәнде аңлата<ref name="russell1985" />.
* Арараттың фарсы атамаһы — Кухи-Нух ({{lang-fa|کوه نوح}}), «Нух тауы».
55 юл:
* Арараттың курд атамаһы — «Агри» ({{lang-ku|Çiyayê Agirî}} йәки «Гридах» (ҡыҫҡартылған) курд теленән «Яныусы тау» тип тәржемә ителә, шуның менән уның вулкандан барлыҡҡа килеүен иҫбатлай.
== Оло Арарат түбәһенә күтәрелеү ==
[[Файл:James Bryce Vanity Fair 25 February 1893.jpg|thumb|left|170пкс|]] 1876 йылдың 12 сентябрендә Джеймс Брайс Арарат түбәһенә яңғыҙы тәүләп күтәрелгән.
[[Файл:Friedrich Parrot.jpg|thumb|180пкс|]] Иоһанн Фридрих Паррот Араратҡа тәүләп 1829 йылдың 27 сентябрендә (9 октябрендә) күтәрелгән. Урындағы халыҡтарҙың (курдтарҙың, әзербайжандарҙың, фарсыларҙың,әрмәндәрҙең һәм төрөктәрҙең) ышаныуы буйынса, Араратҡа менергә маташыу ғына хатта үтә ҡыйыу һәм аллаға ҡаршы эш, тип һаналған<ref name="britannica" />.
1829 йылдың 27 сентябрендә (9 октябрендә), Туркманчай тыныслыҡ тураһындағы килешеүе нигеҙендә, Арарат түбәһе Фарсыстандан Рәсәй империяһына күскәс, Араратҡа тикшеренеү экспедицияһы сиктәрендә, Дерпт университеты профессоры Иоһанн Фридрих Паррот тәүге булып Оло Араратҡа күтәрелгән. Паррот менән бергә түбәгә уны оҙатыусы төркөм дә күтәрелгән: тәржемәсе һәм юл күрһәтеүсе Хачатур Абовян, 41-се егер полкының ике һалдаты — Алексей Здоровенко һәм Матвей Чалпанов, шулай уҡ Аргури ауылы крәҫтиәндәре  — Ованнес Айвазян һәм Мурад Погосян<ref name="mountain">''Ашот Левонян'', [http://www.mountain.ru/article/article_display1.php?article_id=2465 Арарат: история восхождений] — Mountain.RU</ref><ref>''Friedrich Parrot'', [http://books.google.de/books?id=9pYLAAAAYAAJ&dq=ararat+name+origin&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Journey to Ararat], 1846, стр. 196</ref>.
«Беҙ, туҡталмайса, тағы бер нисә ҡалҡыулыҡты уҙҙыҡ, һәм шул саҡта тау түбәһе тыны аңҡыны: мин битләүҙең сираттағы көмөрөһөн үттем, һәм  — минең шатлыҡтан иҫергән ҡарашым алдында, икеләнеүһеҙ, Арарат түбәһенең боҙло сатыры ята ине. Шулай ҙа һуңғы көсөргәнеш менән баҫҡыстар ярҙамында тағы ла бер боҙлоҡто артылыу кәрәк ине. Һәм бына беҙ Арарат түбәһендә торабыҙ — 15 сәғәт 15 минут, 1829 йылдың 27 сентябре!»<ref name="mountain" /><ref>''Friedrich Parrot'', [http://books.google.de/books?id=9pYLAAAAYAAJ&dq=ararat+name+origin&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Journey to Ararat], 1846, стр. 191</ref>
Бөгөнгө көндә һәр теләгән кеше лә Араратҡа күтәрелә ала. Бының өсөн төрөк властарынан махсус виза алыу һәм турист путёвкаһы һатып алыу етә{{нет АИ|24|05|2012}}.
70 юл:
== Арарат Тәүратта ==
[[Файл:Joseph Anton Koch 006.jpg|300px|thumb|]] Йозеф Антон Кох, Нухтың ҡорбан килтереүен күрһәткән пейзаж, 1803  й. Артҡы планда түбәһендә кәмә торған тау түбәһе күренә
Тәүратта «Арарат тауҙары» иҫкә алына. Хәҙерге күҙаллауҙар буйынса, һүҙ Ассирияның төньяғындағы урын - — Урарту тураһында<ref name="biblenc" /> һәм, башҡа ваҡытта, Ассириянан төньяҡтараҡ ятҡан дәүләт тураһында, бара. Тәүратта әйтелгәнсә, Нух кәмәһе Арарат еренең айырым бер тауында һай урынға барып төртөлгән.
Брокгауздың Библия (Тәүрат) энциклопедияһында, бер нимә лә нәҡ хәҙерге Арарат тауына кәмә килеп терәлгән тип төртөп күрһәтмәй, тиелгән<ref name="biblenc" />. Тәүраттың әрмән теленә тәржемәләрендә бөтөн донъяны һыу баҫыу тураһындағы хикәйәттә Нух кәмәһе Масис (Մասիս) тауына, йәғни Араратҡа килеп терәлгән, тиелә<ref name="Tokarev" />.
Ошо китапҡа ингән атаҡлы бөтөн донъя һыу баҫыуы тураһындағы хикәйәт месопотамия риүәйәттәре менән бәйле икәне хәҙер инде яҡшы билдәле. Шулай ҙа күп халыҡтарҙа, Австралияла, Океания утрауҙарында һәм америка индеецтарында ла, бөтөн донъя ташҡыны тураһындағы риүәйәт йәшәй икән, был бик боронғо сығанаҡ барлығы тураһында һөйләй. (Ентекләп ҡара: Бөтөн донъя ташҡыны тураһындағы хикәйәт). Новосельцевтан белеүебеҙсә, барса донъяны һыу баҫыу тураһындағы месопотамия мифы ассирия периодында Әрмән ҡалҡыулығының көньяҡ армыттары менән бәйле булған<ref name="novosel" />. Иосиф Флавий б. э. I быуатында, халдеян Беросҡа һылтанып, кәмәнең ҡалдыҡтары «Әрмәнстандағы Кордуй тауында»  һаҡланған, тип хәбәр иткән  — Новосельцев буйынса, Кордиен тауҙарында, йәғни төньяҡтан туранан-тура Месопотамия тигеҙлегенә килеп тоташҡан тау арҡаһында.
Новосельцев фекеренсә, Нух тауын хәҙерге Арарат менән тигеҙләү, күрәһең, V быуаттан һуң Әрмәнстандан тыш сиркәү даирәләрендә, килеп сыҡҡандыр, шунан Әрмәнстанға ла килеп еткәндер<ref name="novosel" />. Православие энциклопедияһы буйынса, тик XI—XII  бб. әрмән һәм башҡа традициялар Масисты (Арараттың иҫкесә әрмән атамаһы) Нух кәмәһе килеп терәлгән урын булған, ти<ref>{{Православная энциклопедия|75836|Арарат|3|175—176|Беляев Л. А.}} </ref>.
Был традицияны үҫтереп, европалылар тауға «Арарат» атамаһын биргән (ҡара: Атаманың этимологияһы).
Был традиция тирәләй урындағы халыҡтарҙа легендалар комплексы ижад ителгән. Арарат - — әрмәндәр өсөн изге урын (ҡара: Арарат- Әрмәнстан символы). Фарсы легендаһы Араратты кешелектең сәңгелдәге тип атай<ref name="britannica" />. Арарат битләүендәге Аргури ауылы торған урында Нух миһрап (алтарь) төҙөгән һәм тәүге йөҙөм ағасын ултыртҡан, ә ауылдың исемен әрмән телендәге «ул тал сыбығы ултыртҡан» тигән һүҙбәйләнеш менән бәйләгән<ref name="bryce208">''Viscount James Bryce Bryce'', [http://books.google.de/books?id=8XQdAnBvpQMC&dq=it+has+received+among+geographers+the+name+of+ararat&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Transcaucasia and Ararat: being notes of a vacation tour in the autumn of 1876], стр. 208</ref>). Маранд ҡалаһының атамаһын әрмән телендәге «был урында әсәй бар» тигән мәғәнә менән бәйләгәндәр һәм Нухтың ҡатынының үлгән, күмелгән урыны, тип иҫәпләгәндәр<ref name="bryce208" />. Нахичевань (Нахиджеван) ҡалаһының атамаһын «ул тәүге килеп төшкән» тип аңлатҡандар һәм Нухтың килеп төшкән урыны тип тап килтергәндәр<ref name="bryce208" />. Халдейҙар тау түбәһендә йондоҙҙарға табынған, һәм уларҙың өсөһө, Вифлеем йондоҙона эйәреп, Ғайса бәйғәмбәр (Иисус Христос) тыуған урынға йүнәлгән, тип һаналған<ref name="bryce209">''Viscount James Bryce Bryce'', [http://books.google.de/books?id=8XQdAnBvpQMC&dq=it+has+received+among+geographers+the+name+of+ararat&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Transcaucasia and Ararat: being notes of a vacation tour in the autumn of 1876], стр. 209</ref>.
=== Изге Яков һәм Арарат түбәһенә үрләү мөмкин түгел ===
XIII быуаттан европалыларға Изге Яков (Агоп) тураһындағы әрмән легендаһы билдәле булған (был унан да иртәрәк билдәле булған һәм Джуди тауы хаҡында һүҙ барған Иаков Низибийский тураһындағы легендаға яраҡлаштырылған<ref name="russell1985">''[[:en:James R. Russell|James R. Russell]]'', «Armeno-Iranica» в ''[[:fr:Jacques Duchesne-Guillemin|Jacques Duchesne-Guillemin]], [[:fr:Pierre Lecoq|Pierre Lecoq]]'', [http://books.google.de/books?id=YdUUAAAAIAAJ&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Acta Iranica, Volume XI] — Centre International d’Etudes Indo-iraniennes, 1985, стр. 447—458. Стр. 456:
… Jabal Judi in Gordyene was associated with the Biblical legend of the Ark in early Christian times, so that it, too, was considered to have been the highest of mountains, at least in the days of the Flood45
45 See for instance [[Фавстос Бузанд|P’awstos Buzand]], [http://www.vehi.net/istoriya/armenia/buzand/03.html III], 10, where the mountain is called ''Sararad'' (''sar'' 'peak' with modern scribal error ''*Ararad'', joined by haplology): St. Jacob of Nisibis is granted a piece of the Ark from there.
</ref>). Был монах тау түбәһенә күтәрелергә һәм аяҙ көндә асыҡ күренгән кәмәгә табынырға бик теләгән. Өс тапҡыр тау түбәһенә күтәрелергә маташҡан, ләкин, ҙур ғына бейеклеккә күтәрелгәс икәс, уны йоҡо баҫа башлай, уянһа, күрә - — тау итәгендә ултыра, имеш. Өсөнсө ынтылыштан һуң уның төшөнә фәрештә керә, һәм ул, Аллаһы тәғәлә ябай (үлемле) кешеләргә изге түбәгә бөтөнләй менеүҙе һәм кәмәгә ҡағылыуҙы тыйҙы, ти. Иң мөҡәддәс нәмәгә ынтылғанын тейешле баһалап, фәрештә монахҡа кәмә эшләнгән ағастың бер киҫәген бүләк иткән. Аргури ауылынан юғарыраҡ Изге Яковҡа бағышланған монастырь урынлашҡан (ауыл һәм монастырь 1840 йылда тулыһынса емерелгән (ҡара: Вулкан урғылыуы)<ref name="bryce206">''Viscount James Bryce Bryce'', [http://books.google.de/books?id=8XQdAnBvpQMC&dq=it+has+received+among+geographers+the+name+of+ararat&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Transcaucasia and Ararat: being notes of a vacation tour in the autumn of 1876], стр. 206</ref>.
Джеймс Брайс әйткәнсә, Арарат түбәһенә үрләү мөмкин түгеллек (тыйыу) әрмән сиркәүе «дин ҡағиҙәләренең бер өлөшө булған»<ref name="bryce206" />. Парротты оҙатып йөрөүсе ике әрмән, тауға күтәрелгәндән һуң (ҡара: Араратҡа күтәрелеү), ҙур ғына бейеклеккә күтәрелдек, әммә тау түбәһенә менмәнек, тип һөйләгәндәр. Араратты 1845 йылда үҙенә буйһондорған икенсе берәү - — Абих - — менән дә ошондай хәл ҡабатланған. 1856 йылда ла тауға үрләгән инглиздәр төркөмө курдтар һәм төрөктәрҙән түбәгә үрләү мөмкин түгел тигән раҫлауҙар ғына ишеткәндәр. Брайс фекеренсә, 1876 йылда Араратҡа күҙ күреме ерҙә йәшәгән һәр кеше (бәлки, Ереванда йәшәгән төплө белемле берәй рәсәй чиновнигын иҫәпләмәгәндә), Нухтан һуң бер кем дә тау түбәһенә күтәрелмәгән, тип, икеләнмәй, әйтә алған<ref name="bryce236-237">''Viscount James Bryce Bryce'', [http://books.google.de/books?id=8XQdAnBvpQMC&dq=it+has+received+among+geographers+the+name+of+ararat&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Transcaucasia and Ararat: being notes of a vacation tour in the autumn of 1876], стр. 236—237</ref>. Арарат түбәһенә күтәрелгәндән һуң, Брайс Эчмиадзинға килгән, һәм уның идарасыһы архимандрит менән осрашҡан. Әңгәмә барышында Брайс тау үренә менеүен хәбәр иткән. Тәржемәсе архимандритҡа: «Ошо инглиз Масис түбәһенә күтәрелдем, тип әйтә»,- тигәс, тегенеһе, йылмайып, яуаплаған: «Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел. Бер кем дә бер ваҡытта ла унда булмаған. Был мөмкин түгел».<ref>''Viscount James Bryce Bryce'', [http://books.google.de/books?id=8XQdAnBvpQMC&dq=it+has+received+among+geographers+the+name+of+ararat&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Transcaucasia and Ararat: being notes of a vacation tour in the autumn of 1876], стр. 293</ref>
== Геосәйәсәттәге хәле ==
XVI һәм XVIII быуаттар арауығында Арарат тау буйҙары Ғосман һәм Фарсы империялары сигендә торған һәм ғосман-сефевид һуғыштарында оло әһәмиәткә эйә булған. Оло Арарат түбәһе һәм төньяҡ битләүе һәм Кесе Арараттың көнсығыш бите Фарсыстан күҙәтеүе аҫтында булған<ref name="iranica" />.
1828 йылғы Туркманчай тыныслыҡ килешеүе шарттары буйынса, Оло Арарат түбәһе һәм уның төньяҡ бите Рәсәй империяһына күскән, ә Кесе Арарат өс империяның да сиктәре киҫешкән урын булып киткән<ref name="iranica" />. Джеймс Брайс әйткәненсә, был осраҡлылыҡ түгел, ә тау атамаһының сәйәси мәғәнәһенең кәүҙәләнеше һәм Тәүрат легендаһына оҡшатыла. Николай I батшаның кәңәшселәре Оло Араратты Рәсәй территорияһына индерергә кәңәш иткәндәр, сөнки тау түбәһенең хужаһы күрше халыҡтарҙың тәрән ихтирамы менән файҙаланған<ref name="bryce233">''Viscount James Bryce Bryce'', [http://books.google.de/books?id=8XQdAnBvpQMC&dq=it+has+received+among+geographers+the+name+of+ararat&hl=ru&source=gbs_navlinks_s Transcaucasia and Ararat: being notes of a vacation tour in the autumn of 1876], стр. 233</ref>.
1921 йылғы Мәскәү килешеүе буйынса, Оло Арарат Төркиәгә күскән. 1932 йыдла төрөк-фарсы килешеүе буйынса, Кесе Арараттың көнсығыш битенең бер өлөшө (түбәнән 5 йәки 6 километрҙа) Төркиәгә бирелгән. Шулай итеп, Арараттың ике түбәһе лә төрөк территорияһына күскән<ref name="iranica" />.
1927—1930  йылдарҙа курд халҡының яңы тарихтағы дәүләт ойошмаһының береһе - — Арарат Курд Республикаһы ла булған.
== Арарат Әрмәнстан символы булараҡ ==
Арарат Әрмәнстандың берҙән-бер иң билдәле символы тип һанала<ref name="komm101207">''ВЯЧЕСЛАВ БЕЛАШ'', [http://www.kommersant.ru/doc.aspx?DocsID=833937 Перемещённые символы] — Журнал «[[Коммерсантъ Власть]]», № 48 (752), 10.12.2007</ref>.
Арарат тауы һүрәте Әрмәнстан гербына тәүләп 1918 йылда, «Арарат республикаһы» тип аталған бойондороҡһоҙ Әрмәнстан Демократик республикаһы барлыҡҡа килгәс, төшөрөлгән<ref>[http://archive.org/details/timeshistoryofwa22londuoft The Times History of the War, 1919, vol. XXII] p. 23:
Ararat, Republic Of, proclamation by Armenians, May, 1918, and recognition by Turkey. XX, 82.
</ref>. Арарат һүрәте Ҡаф тауы арты СФСР-ы Гербында, Ҡаф тауы арты федерацияһы эмблемаһында, Әрмән ССР-ы Гербында булған, Нух кәмәһенә өҫтәлмә һынландырыу булып, Әрмәнстан Республикаһының хәҙерге гербында ла бар.
Арарат торған территория 1920 йылдың 29 ноябрендә барлыҡҡа килгән Әрмән ССР-ынан Төркиәгә 1921 йылда ҡабул ителгән Мәскәү һәм Карс килешеүҙәре буйынса бирелгән. Легенда буйынса, төрөк хөкүмәте Әрмән ССР-ының Гербында Әрмәнстандың өлөшө булмаған Арарат һүрәтләнгәнгә ҡәнәғәтһеҙлек күрһәткәндә, сит ил эштәре халыҡ комиссары Георгий Васильевич Чичерин былай тип яуап биргән: «Төркиәнең флагында ярым ай төшөрөлгән, әммә Ай Төркиә иленең өлөшө түгел»<ref>''Борис Ефимов'', [http://books.google.de/books?id=iQg1AAAAMAAJ&q=турция+арарат+полумесяц&dq=турция+арарат+полумесяц&hl=ru&sa=X&ei=15e_T5P9D8nTtAat5czWCg&redir_esc=y Десять десятилетий: о том, что видел, пережил, запомнил] — Вагриус, 2000</ref><ref>''Никита Сергеевич Хрущёв'', [http://books.google.de/books?id=XABpAAAAMAAJ&q=турция+арарат+полумесяц&dq=турция+арарат+полумесяц&hl=ru&sa=X&ei=15e_T5P9D8nTtAat5czWCg&redir_esc=y Время, люди, власть….] — Московские новости, 1999</ref><ref name="komm101207" />.
133 юл:
Һәм ҡамышты ҡәләмдәй ваҡлаһам,
Шул саҡта ла яҙмамда мин,
Хоҙайым, һанап бирерменме барын - —
Гонаһтарым минең бихисап.
Әгәр ҙә өс ҡоласлы ливан кедрын
Йығып, үлсәү һалмауыры ул булһа,
Был табаҡта Арарат ауырлығы ла
Минең гонаһымды баҫа алмаҫ
Тау сығанағынан сыҡҡан һыу саранчаны юҡ итеүсе тетагуш тигән ҡошто саҡырырға ярҙам итә тигән ышаныс йәшәгән<ref name="bryce209" />.
150 юл:
Бик боронғо әрмән мифтарында Масис (йәки Ҡара тау, Араратты йыш ҡына шулай атайҙар) — йыландар һәм вишаптар ояһы.
Тарих менән йәнәшә торған бер мифта әрмән батшаһы Тигран, мидия батшаһы Аждахакты еңеп, уның ҡатыны Ануйшты һәм бик күп мидийҙы әсирлеккә алған. Халыҡ этиологияһында мидийҙар вишапидтарға тигеҙләнгән, Аждахак һәм Ануйш вишаптарҙың балалары тип аталған, Тигран уларҙы Масистың көнсығыш һырттарына ҡыуған<ref name="arut" />. Тәүгеһе менән бәйләнгән икенсе боронғо әрмән мифы «"Випасанк»"та әйтелгәнсә, Масис тауы итәгендә баш вишап Аргаван етәкселегендәге вишап вариҫтары (вишапазунк, вишапидтар), йәшәй икән<ref name="arut" />.
Тағы бер мифтың вариантында, Арташес батшаның улы Артавазд, Масис тауына һунарға барғанда, атаһының ҡарғауы буйынса, кадждар тарафынан тотоп алынған һәм, бығаулап, мәмерйәгә ябылған. Ике эт бер туҡтауһыҙ уның сынйырын кимерә, ти, ул, көсәнеп тороп, мәмерйәнән сыҡмаҡсы һәм донъяны юҡ итмәксе була икән. Ләкин тимерсе сүкеше һуғыуынан уның бығауҙары тағы ла нығына икән. Икенсе вариантта, Артавазд исемле батырҙы уҫал йәндәр ябып тота икән. Риүәйәт буйынса, ул ҡайсандыр тотҡонлоҡтан ҡотоласаҡ һәм донъяны яулап аласаҡ, тиелә<ref name="arut">''С. Б. Арутюнян'' // Основные черты древнеармянской мифологии. Պատմա-բանասիրական հանդես, № 3 . pp. 57-66. — 2006 г. ISSN 0135-0536 [http://hpj.asj-oa.am/1758/1/2006-3%2857%29.pdf]</ref>. Масис түбәһендә башына ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән таж кейгән йылан батша йәшәй, ти. Масис итәгендәге йыландар, ете йылға бер, үҙҙәренең батшаһы янына киләләр икән<ref name="Tokarev">[[Мифы народов мира (энциклопедия)|Мифы народов мира]]. Т. 2 / Гл. ред. [[Токарев, Сергей Александрович|С. А. Токарев]]. — М.: [[Советская энциклопедия]], 1987. — С. 122; {{oq|ru|
166 юл:
| align="center"|Төрөк лираһы (1972—1986)
| align="center"|Әрмән драмы (1993—2004)
211 юл:
{{Символы Армении}}
[[Категория:ВулканыТөркиә Турциивулкандары]]
[[Категория:ДремлющиеӘрмәнстан вулканымәҙәниәте]]
[[Категория:Стратовулканы]]
[[Категория:Культура Армении]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Арарат» битенән алынған