Мөрсәлим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
→‎Тарихы: Башҡорт ихтилалдары (1735—1740)
72 юл:
"Ҡалмаҡҡол ауылы, XX быуаттың 20 йылдарында БАССР-ҙың Мәсәғүт кантонына ҡараған шул уҡ атамалы улус үҙәге булып китһә лә, алдағы XVIII-XIX быуаттарҙа, ул аҡрын үҫешкән. 1795 йылда, мәҫәлән, 13 йортта 84 кеше йәшәһә, 1816 йылда шул уҡ йортта 4 кешегә кәмерәк халыҡ йәшәгән. 1859 йылда инде 31 йортта 200 кеше, ә 1920 йылда 78 йортта 380 кеше булған",- тигән мәғлүмәт бирә беҙгә Әнүәр Әсфәндийәров.
 
Ауылға нигеҙ һалыусы тип, [[Башҡорт ихтилалдары (1735—1740)|1740 йылғы ихтилал]]да ҡатнашҡан, әммә батша хөкүмәте яғына сыҡҡан, һуңынан, 1777-1778 йылдарҙа, [[Түбәләҫ]] һәм бер үк ваҡытта [[Шайтан-Көҙәй улус]]тары старшинаһы вазифаһын башҡарған [[община]]ның билдәле вәкиле Ҡалмаҡҡол Килтәйев (Килтәков?) (Калтыков, Кяльтиков, Кельтеев)<ref> фамилияһы рәүиз материалында шулай боҙоп яҙылған</ref>. Ул күрше заводтар хужаларына ер һатыуҙа ла бик әүҙем ҡатнашҡан <ref> МИБ.ч.1, с.396; т.4, ч.1, С.III? 259; т.5, с.64, 66, 70. А.З.Асфандияров: Основателем деревни Р.Вахитов считает её жителяКалмаккула Каракучукова, что не подтверждается источниками</ref>.
 
Уның улы Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1746-1814), 1787 йылғы ейәне, Мөрсәлимдең өлкән улы, Ҡунаҡкилде (Ҡунаҡкилденең улдары Мөхәмәтша, Мөхәмәтшәриф), 1796 йылғы икенсе улы Хисаметдин Мөрсәлимов 8 ауылды үҙ эсенә алған Түбәләҫ улусының 2-се йорто старшинаһы вазифаһын башҡарғандар. Мөрсәлимдең тағы ла Әбделхалиҡ, Әбделнасир, Әбләис, Сиражетдин исемле улдары булған<ref> ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2 Д.745, 468</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мөрсәлим» битенән алынған