Мөрсәлим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
82 юл:
=== 1773 − 1774 йылдарҙағы ихтилал осоронда ===
 
[Салауат Юлаев], [Крәҫтиәндәр һуғышы] башланыу менән, башҡорт яугирҙарын [Пугачёв] ғәскәренә ҡушҡанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Урындағы риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, үҫмер Салауат [Түбәләҫ] һабантуйҙарына килеп (сөнки ул ваҡытта [Йүрүҙән]деЙүрүҙәнде хәҙерге [Иҙрис ауылы] янында кисеп сығып, [Башташ] тау тауы итәгенән тура 17 саҡрым араны һыбай үтерлек юл булған), Мырҙаш батыр менән көрәшеп йөрөгән. Был турала уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина "Салауат батыр ир ине" тигән тамаша сценарийы ла яҙҙы <ref>Абдуллина М. Ф.Салауат батыр ир ине. Тамаша, 2001, 3-сө һаны </ref>. 1765 йылдан бирле Себер юлы Түбәләҫ ырыуының старшинаһы вазифаһын башҡарған Ҡалмаҡҡол ир-егете [Собханғол Килтәков] (1720-1774) командаһында 1773 йылда 91 йорт булған. "Салауат Юлаев" энциклопедияһында (345 б.) Собханғол Килтәков Пугачёв ихтилалында ҡатнашҡан, полковник, тип аңлатма бирелә. "1773 йылдың декабрь урталарында 25 башҡорт егете менән [И. С. Кузнецов] отрядына ҡушылған. [Златоуст], [Ҡатау-Тамаҡ], [Һатҡы] заводтарында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙа, [Бердский] баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҡса оҙатыуҙа ҡатнашҡан. 1774 йылдың ғинуар башында 50 яугиры менән Салауат отряды сафтарында [Красноуфимск]иҙыКрасноуфимскиҙы, 23-24 ғинуарҙа [Көнгөр]ҙөКөнгөрҙө алыуҙа ҡатнашҡан. [Cура Рәсүлев] етәкселегендәге башҡорт атлылары сигенгән саҡта атаман И. Н. Зарубиндың секретары [И. И. Суконников] уны әсирлеккә алған. 4 февралдә [Пермь провинциаль канцелярияһы]ндаканцелярияһында [Собханғол Килтәков]танКилтәковтан һорау алғандар. ]Генерал-аншеф А. И. Бибиков] ҡушыуы буйынса [Көнгөр]ҙәКөнгөрҙә аҫып үлтерелә. [Собханғол Килтәков]тыңКилтәковтың һәләк булғанын ишетеп белгән [Салауат Юлаев], [1775] йылдың 25 феврвалендә Йәшерен экспедицияның Мәскәү бүлексәһендә һәм 5 майында Өфө провинциаль канцелярияһында унан һорау алғанда, үҙ хәлен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында, "[1774] йылдағы [Красноуфимск] ваҡиғаларына мине [Собханғол Килтәков] ылыҡтырҙы", тип яуаплылыҡты ситләштерергә тырышып ҡараған. Килтәковҡа полковник дәрәжәһен дә [Себер юлы]ндаюлында отряд туплаған [И.Н. Грязнов] бирҙе, тип белдергән Салауат Юлаев... <ref>Салауат Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 2004 </ref>
 
=== Ҡалмаҡҡолдарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мөрсәлим» битенән алынған