Мөрсәлим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
70 юл:
1726 йылда [[Түбәләҫ улусы]] 171 ир-егете булған 57 йорттан торған. 1816 йылда 359 ир-ат йән башына 41596 дисәтинә ер (шуның эсендә һөрөнтө ерҙәр — 517, бесәнлектәр — 8000, урман — 30196, уңайһыҙ ерҙәр — 1867 дисәтинә) тура килгән. Уларҙың аҫаба ерҙәрендә килмешәктәр (припущенник) булмаған.
 
"Ҡалмаҡҡол ауылы, XX быуаттың 20 йылдарында БАССР-ҙың Мәсәғүт кантонына ҡараған шул уҡ атамалы улус үҙәге булып китһә лә, алдағы XVIII-XIX быуаттарҙа, ул аҡрын үҫешкән. 1795 йылда, мәҫәлән, 13 йортта 84 кеше йәшәһә, 1816 йылда шул уҡ йортта 4 кешегә кәмерәк халыҡ йәшәгән. 1859 йылда инде 31 йортта 200 кеше, ә 1920 йылда 78 йортта 380 кеше булған",- тигән мәғлүмәт бирә беҙгә Әнүәр Әсфәндийәров.
 
Ауылға нигеҙ һалыусы тип, [[1740 йылғы ихтилал]]да ҡатнашҡан, әммә батша хөкүмәте яғына сыҡҡан, һуңынан, 1777-1778 йылдарҙа, [[Түбәләҫ]] һәм бер үк ваҡытта [[Шайтан-Көҙәй улус]]тары старшинаһы вазифаһын башҡарған [[община]]ның билдәле вәкиле Ҡалмаҡҡол Килтәйев (Килтәков?) (Калтыков, Кяльтиков, Кельтеев)<ref> фамилияһы рәүиз материалында шулай боҙоп яҙылған</ref>. Ул күрше заводтар хужаларына ер һатыуҙа ла бик әүҙем ҡатнашҡан <ref> МИБ.ч.1, с.396; т.4, ч.1, С.III? 259; т.5, с.64, 66, 70. А.З.Асфандияров: Основателем деревни Р.Вахитов считает её жителяКалмаккула Каракучукова, что не подтверждается источниками</ref>.
78 юл:
XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә Транс-Себер магистрале төҙөлгән, Ҡалмаҡҡол ауылы эргәһенән Һамар - Златоуст суйын юлы һалынған. Ҡалмаҡҡолдан 2 саҡрымда урынлашҡан Мөрсәлим утары урынында, 1920 йылда ике генә йорттан торған ерҙә, 5 йыл эсендә 24 йорттан торған урыҫ милләтле Мөрсәлим тимер юл станцияһы барлыҡҡа килгән <ref>Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 144-145 с.</ref>.
 
XX быуатбыуаттың һуңына90-сы йылдарына тиклем Ҡалмаҡҡол ауылдың рәсми атамаһы булып ҡалды - Ҡалмаҡҡол ауыл советы биш ауылды берләштерҙе, Ҡалмаҡҡол урта мәктәбе эшләне. Шулай итеп, аҡрынлап, тарихи башҡорт ауылы Ҡалмаҡҡол урыҫлашҡан ҡатнаш милләтле Мөрсәлим ауылына әүерелде.
 
=== 1773 − 1774 йылдарҙағы ихтилал осоронда ===
 
[Салауат Юлаев], [Крәҫтиәндәр һуғышы] башланыу менән, башҡорт яугирҙарын [Пугачёв] ғәскәренә ҡушҡанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Урындағы риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, үҫмер Салауат [Түбәләҫ] һабантуйҙарына килеп (сөнки ул ваҡытта [Йүрүҙән]де хәҙерге [Иҙрис ауылы] янында кисеп сығып, [Башташ] тау тауы итәгенән тура 17 саҡрым араны һыбай үтерлек юл булған), Мырҙаш батыр менән көрәшеп йөрөгән. Был турала уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина "Салауат батыр ир ине" тигән тамаша сценарийы ла яҙҙы <ref>Абдуллина М. Ф.Салауат батыр ир ине. Тамаша, 2001, 3-сө һаны </ref>. 1765 йылдан бирле Себер юлы Түбәләҫ ырыуының старшинаһы вазифаһын башҡарған Ҡалмаҡҡол ир-егете [Собханғол Килтәков] (1720-1774) командаһында 1773 йылда 91 йорт булған. "Салауат Юлаев" энциклопедияһында (345 б.) Собханғол Килтәков Пугачёв ихтилалында ҡатнашҡан, полковник, тип аңлатма бирелә. "1773 йылдың декабрь урталарында 25 башҡорт егете менән [И. С. Кузнецов] отрядына ҡушылған. [Златоуст], [Ҡатау-Тамаҡ], [Һатҡы]заводтарында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙа, [Бердский] баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҡса оҙатыуҙа ҡатнашҡан. 1774 йылдың ғинуар башында 50 яугиры менән Салауат отряды сафтарында [Красноуфимск]иҙы, 23-24 ғинуарҙа [Көнгөр]ҙө алыуҙа ҡатнашҡан. [Cура Рәсүлев] етәкселегендәге башҡорт атлылары сигенгән саҡта атаман И. Н. Зарубиндың секретары [И. И. Суконников] уны әсирлеккә алған. 4 февралдә [Пермь провинциаль канцелярияһы]нда [Собханғол Килтәков]тан һорау алғандар. ]Генерал-аншеф А. И. Бибиков] ҡушыуы буйынса [Көнгөр]ҙә аҫып үлтерелә. [Собханғол Килтәков]тың һәләк булғанын ишетеп белгән [Салауат Юлаев], [1775] йылдың 25 феврвалендә Йәшерен экспедицияның Мәскәү бүлексәһендә һәм 5 майында Өфө провинциаль канцелярияһында унан һорау алғанда, үҙ хәлен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында, "[1774] йылдағы [Красноуфимск] ваҡиғаларына мине [Собханғол Килтәков] ылыҡтырҙы", тип яуаплылыҡты ситләштерергә тырышып ҡараған. Килтәковҡа полковник дәрәжәһен дә [Себер юлы]нда отряд туплаған [И.Н. Грязнов] бирҙе, тип белдергән Салауат Юлаев... <ref>Салауат Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 2004 </ref>
 
=== Ҡалмаҡҡолдарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мөрсәлим» битенән алынған