Эсперанто: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Xqbot (фекер алышыу | өлөш)
ә робот өҫтәне: sa:एस्पेरान्तो
18 юл:
Эсперанто 1870-се йылдар аҙағында – 1880–се йылдар башында поляк [[офтальмология|офтальмологы]] [[Лю́двик Ла́зарь Заменго́ф|Людвиг Заменгоф]] тарафынан барлыҡҡа килтерелә. Эсперанто телен уйлап сығарғандан һуң ун йыл дауамында Заменгоф әҙәби әҫәрҙәрҙе был телгә әйләндергән һәм шулай уҡ ошо телдә [[проза|прозаик әҫәрҙәр]] һәм [[шиғриәт|шиғырҙар]] ижад иткән, ә 1887 йылдың июлендә [[Варшава]] ҡалаһында [[Unua Libro|эсперанто теленең грамматикаһы]] баҫылып сыҡҡан. Артабанғы 50 йыл эсендә был телдә һөйләшеүсе кешеләр һаны [[Рус империяһы]] һәм [[Көнсығыш Европа]]ла, һуңынан [[Америка]]ла, [[Ҡытай]]ҙа һәм [[Япония]]ла бик тиҙ артҡан. Тәүге йылдарҙа эсперанто телендә һөйләшеүселәр почта һәм матбуғат аша аралашҡан, ә 1905 йылда [[Франция]]ның [[Було́нь-сюр-Мер]] ҡалаһында беренсе донъя [[Эсперанто донъя конгресы|Эсперанто телендә һөйләшеүселәр конгресы]] үткәрелгән. Шунан алып, бындай донъя конгрестары биш [[континент]]та, ике [[Донъя һуғышы]]н һанамағанда, йыл һайын уҙғарылып, 6000-гә тиклем кеше йыйған.
20-се быуат башында ҡыҫка ваҡыт йәшәүсе [[Нейтраль Мореснет]] иле беренсе эсперанто иле итеп булдырылған. Ҡытайҙа 1911 йылғы [[Синьхай революцияһы]]нан һуң ҡайһы бер төркөмдәрҙә ил менән 20-се быуатҡа сағыу итеп аяҡ баҫыу өсөн рәсми тел рәүешендә ҡытай теле урынына эсперанто телен ҡабул итеү тураһында һүҙ йөрөгән, әммә был йүнәлеш яраҡһыҙ тип табылған.
Эсперанто ҡайһы бер халыҡ-ара ойошмаларҙа ҡулланыла, тик был ойошмаларҙың күбенеһе – эсперантоның үҙенә арналған ойошмалар. Шуларҙың иң ҙуры – [[Эсперанто донъя ойошмаһы]], был ойошма [[БМО]] һәм [[ЮнескоЮНЕСКО]] менән рәсми бәйләнеш тота.
 
== Эсперантола һөйләшеүселәр йәмғиәте ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Эсперанто» битенән алынған