Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот косметические изменения
4 юл:
 
 
== Ике өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө ==
[[Рәсем:Ике_олошлолар.TIF|300px||thumb|right|]]
Фасоль орлоғоноң төҙөлөшө менән танышайыҡ. Фасолдең орлоҡтары эре. Орлоҡтоң бер яғы көмрө, икенсе яғы батынҡы була.
11 юл:
Орлоҡ ҡабығы аҫтында бәбәк урынлашҡан. Ул ике орлоҡ өлөшөнән һәм улар араһында урынлашҡан тамырсанан, һабаҡсанан һәм бөрөсәнән тора. Уларҙы тик лупа аша ғына яҡшы күрергә мөмкин. Эре, ҡалын орлоҡ өлөштәрендә туҡлыҡлы матдәләр запасы була. Борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлы үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө лә шундай уҡ. Ләкин, мәҫәлән, тиле торманың һәм көтөүсе муҡсаһының туҡлыҡлы матдәләр запасы орлоҡ өлөштәрендә генә түгел, бәлки бәбәктең башҡа өлөштәрендә лә — тамырсала һәм орлоҡ өлөштәренән түбәнерәк, һабаҡта урынлашҡан, ә бөрөсәһе әле үҫешмәгән.
Бәбәктәре ике орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәрҙе ике өлөшлөләр тип атайҙар, мәҫәлән, имән, алмағас, кишер, астра, ҡабаҡ, көнбағыш, лютик, мәк һ. б..
Ләкин ике өлөшлө бөтә үҫемлек орлоҡтарының төҙөлөшө фасоль йә көтөүсе муҡсаһыныҡы кеүек түгел. Лютиктың һәм миләүшәнең ҙур булмаған бәбәге эндосперм — туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған махсус күҙәнәктәр менән уратып алынған. Шуға күрә күҙәнәктәрҙән торған орлоҡ ҡабығы бәбәкте түгел, ә эндоспермды уратып алған.<ref>Биология: Үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр, лишайниктар: Урта мәктәптең 6-7 класстары өсөн дәреслек. 23-сө баҫманан тәржемә. Башҡортса икенсе баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан "Китап" нәшриәте, 1995. — 256 б., ил. — ISBN 5-295-01185-2. Башҡортсаға тәржемә С.И. Йәнтүрин</ref>
 
== Бер өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө ==
[[Рәсем:Бер_олошлолар.TIF|300px||thumb|right|]]
Ҡыяҡлы иген(бойҙай, арыш, кукуруз) орлоҡтарының. төҙөлөшө башҡаса. Бойҙайҙың ҡоро емешен — бөртөксәһен тикшереп ҡарайыҡ. Бойҙайҙың оҙонса бөртөксәһе тыш яҡтан алтын төҫөндәге һары тиресәле емеш тышсаһы менән ҡапланған. Ул тышса орлоҡ ҡабығына шул тиклем ныҡ йәбешеп үҫкән, уны орлоҡтан айырып алыу мөмкин түгел.
20 юл:
Бер өлөшлө башҡа үҫемлектәрҙең, мәҫәлән һуғандың, ынйы сәскәнең, орлоҡтарында шулай уҡ эндосперм була, тик ул, бойҙай һәм башҡа ҡыяҡлыларҙағы кеүек, бәбәккә бер яҡлап ҡына йәбешмәгән, ә бәбәкте уратып алған .
Шулай итеп, орлоҡтоң ҡабығы һәм бәбәге була. Ике өлөшлө үҫемлектәрҙең бәбәге ике орлоҡ өлөшөнән тора, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ғәҙәттә, йә бәбәктең үҙендә, йә эндо- спермда туплана. Бер өлөшлөләрҙең бәбәге тик бер орлоҡ өлөшлө, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ҡағиҙә булараҡ, эндоспермда була.
== Орлоҡтарҙың составы ==
Эндосперм йәки бәбәк күҙәнәктәрендә ниндәй туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған? Бойҙай бөртөксәләрен тарттырып он алалар. Был —нигеҙҙә, ваҡланған эндосперм. Бер аҙ бойҙай онон алайыҡ та унан ҡамыр баҫып, марляға төргәс, стакандағы һыуҙа йыуайыҡ. Һыу буръяҡланыр, сөнки ҡамырҙан ниндәйҙер матдә йыуылып сыға. Тиҙҙән марляла һуҙылып, йәбешеп торған масса ҡалыр —был елемсә йәки үҫемлек аҡһымы.
Буръяҡ һыулы стаканға 2—3 тамсы йод эретмәһе тамыҙайыҡ. Стакандағы һыу күк төҫкә инер. Йод менән тейгәндә крахмалдың күк төҫкә инеүе билдәле. Тимәк, һыуҙа крахмал бар. Буялған крахмал әкренләп стакан төбөнә ултырыр.
48 юл:
һыу бойҙай бөртөгөндә көнбағыш орлоғондағыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк була. Көнбағыш орлоғонда органик матдәләр бойҙай бөртөгөндәгегә ҡарағанда күберәк. Бөтә үҫемлектәрҙең орлоҡтарында ла органик матдәләр һыу һәм минераль матдәләргә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк була.
 
== Орлоҡтарҙың шытыуы ==
[[Рәсем:Шытыу_фото1.TIF|thumb|left|]]
[[Рәсем:Шытыу_2.TIF|300px||thumb|right|]]
60 юл:
һауа төрлө үҫемлектәрҙең орлоҡтарына төрлө миҡдарҙа кәрәк. Дөгө һәм ебәләй үләне орлоҡтары һыуҙа эрегән бик аҙ миҡдарҙағы һауа иҫәбенә хатта һыу аҫтында ла шыта. Күпселек сәскәле Үҫемлектәрҙең орлоҡтары һауаның күп булыуына мохтаж, улар һыу аҫтында шыта алмай.
 
== Орлоҡтарҙың һулауы ==
ОРлоҡҡа шытып сығыу өсөн һауа кәрәк.
Шытыусы орлоҡтар кислородты йоталар һәм углекислый газ бүлеп сығаралар, йәғни һулайҙар. Был тәбиғи, сөнки үҫемлектәр — тере организмдар.
66 юл:
Орлоҡтар һулағанда бүленеп сыҡҡан йылылыҡ уларҙы йылыта. Шыта башлаған орлоҡтар һулағанда бигерәк тә күп йылылыҡ бүленеп сыға. Дымлы шытҡан орлоҡтар ҡоро шытмаған орлоҡтарға ҡарағанда көслөрәк һулайҙар. Ҡалын итеп өйөп һалынған дымлы орлоҡтар шыта һәм бик тиҙ ҡыҙа. Ундай орлоҡтарҙың бәбәктәре һәләк була. Орлоҡтар шытымһыҙға әйләнә. Бындай хәл булмаһын өсөн орлоҡтарҙы һаҡларға бары тик ҡоро килеш кенә урып-һуғып алалар һәм ҡоро, яҡшы елләтелә торған биналарҙа һаҡлайҙар. Орлоҡтарға һауа өҙлөкһөҙ килеп торорға тейеш. Был шыта башлаған орлоҡтарға ҡарағанда аҙыраҡ һулаған ҡоро орлоҡтар өсөн дә кәрәк. Хәҙерге заман иген һаҡлағыстарында (элеваторҙарҙа) орлоҡтарҙы һаҡлау өсөн бындай шарттар булдырыла.
 
== Орлоҡтарҙың туҡланыуы һәм үҫеүе ==
Орлоҡ шытҡанда эндоспермдағы крахмал махсус мәтдәләр тәьҫирендә һыуҙа ирей торған шәкәргә әүерелә, шәкәр иретмәһе бәбәккә килеп тора.
Бәбәктең тамырса, һабаҡса, бөрөсә күҙәнәктәре туҡланып бүленә. үҫә һәм үҫендегә әүерелә.
74 юл:
Бәбәк үҫә һәм күҙәнәктәренең бүленеүе һәм үҫеүе арҡаһында ул үҫендегә әүерелә. Орлоҡ шытҡанда, тәүҙә тамырсаһы сыға. Ул бәбәктең башҡа органдары үҫешен уҙып китә һәм тупраҡта бик тиҙ нығына. Үҫенденең тамырҙарына ҡарап, орлоҡтоң бер өлөшлө үҫемлекме әллә ике өлөшлө үҫемлекме икәнлеген белергә була. Бер өлөшлө үҫемлектәрҙең үҫендеһендә, ғәҙәттә, бер нисә тамыр, ә ике өлөшлө үҫемлектәрҙең үҫендеһендә бер генә тамыр була, үл һуңынан тармаҡланып үҫеп китә.
 
== Орлоҡтарҙы сәсеү ваҡыты һәм уларҙы күмдереү тәрәнлеге ==
Орлоҡтарҙың шытып сығыуы өсөн кәрәкле шарттарҙы иҫәпкә алып, сәсеү ваҡытын билдәләйҙәр.Орлоөтарҙың шытып сығыуы өсөн һыу, һауа һәм йылы кәрәк.Быларҙың бөтәһен дә орлоҡтар үҙ ваҡытында сәскәндә генә ала. Иртә яҙ тупраҡта бик күп ямғыр һәм ҡар һыуы туплана, ләкин тупраҡ әле йылынып өлгөрмәй. Иртә яҙҙа тик һалҡынға сыҙамлы үҫемлектәрҙең (бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ) орлоҡтарын ғына сәсәләр. Был үҫемлектәрҙең орлоҡтары түбән температурала һәм дым мул булғанда шытып сыға.
Йылыны күп талап итеүсән үҫемлектәрҙең орлоғон тупраҡ "терлек кимәлдә йылынғас сәсергә тура килә.
Шулай ҙа йылы яратыусан үҫемлектәрҙең (кукуруз, фасоль, ҡыяр, ҡабаҡ, ҡауын, томат) орлоҡтарын сәсеүҙе һуң¬латырға ярамай. Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра, һәм туп¬раҡ кипкәндән-кибә бара. Шуға күрә был үҫемлектәрҙең орлоҡтарын сәсеүҙе һуңлатыу уңышты кәметә. «Яҙғы бер көн — йыл аҫрай» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Быны иҫәпкә алып, йылы яратыусан үҫемлектәрҙең орлоҡтарын мөмкин тиклем иртәрәк, тупраҡ 10—12° С-ҡа тиклем йылынғас та сәсергә кәрәк. һуң сәселгән орлоҡтар йылы, ләкин ҡоро тупраҡҡа эләгә, һәм улар оҙаҡ шытмай ятасаҡ, был иһә уңышты кәметәсәк.
Орлоҡтарҙың үҙ ваҡытында сәселеп тә тупраҡҡа тәрән күмелмәй ҡалыуы мөмкин. Ул ваҡытта улар яҙғы ҡояштың эҫенурҙары аҫтында кибеп бөтәсәк. Әгәр ҙә тупраҡҡа артыҡ тәрән сәселһә, шытымдар насар буласаҡ.Бик тәрән күмдергәндә үҫенделәргә һауа етешмәй. йәш үҫенделәр өҫкә тишеп сыға алмай. Шуға орлоҡтарҙы тейешле тәрәнлектә генә сәсергә кәрәк.
 
== Әҙәбиәт ==
<references/>
 
[[Категория:Биология|Үҫемлектәр ]]
 
[[an:Simient]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған