Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы: өлгөләр араһындағы айырма

рәсми теркәлгән Рәсәй Федерацияһының һул ағымдағы сәйәси партияһы
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Файл:Gennady Zyuganov, 2013.jpeg|alt=Gennady Zyuganov, 2015|thumb|РФКП үҙәк башҡарма комитеты рәйесе [[Зю…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

19:31, 30 май 2016 өлгөһө

Рәсәй Федера́цияһының Коммунисти́к па́ртияһы (рус. Коммунисти́ческая па́ртия Росси́йской Федера́ции , ҡыҫҡаса РФКП, йәки КПРФ) – Рәсәй Федерацияһының рәсми теркәлгән һул ағымдағы сәйәси партияһы. Советтар Союзының коммунистик партияһының туры вариҫы булып һанала. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында барлыҡ һайлауҙарҙа ҡатнашҡан өс партияларҙың береһе, Дәүләт Думаһының барлыҡ саҡырылыштарында урындар алған ике партияларҙың береһе.

Gennady Zyuganov, 2015
РФКП үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Г. А. Зюганов, 2015 йыл

РФКП II ғәҙәттән тыш Рәсәй коммунистарының съезында (1314 февраль 1993 йыл) яңынан ҡайтарып ҡоролған РСФСР коммунистик партияһы булараҡ ойошторолған. Төбәктәрҙә бүлектәр һаны – 81, ағзалар күләме – 157 528 кешенән артыҡ (2012) [1]. Партия Дәүләт Думаһының һәр йыйылышында күрһәтелгән, шулай уҡ төбәктәр кимәлендәге хөкүмәт органдарында үҙенең вәкиллектәренә эйә.

Партия оҙайлы киләсәктә үҙенең стратегик маҡсаты итеп Рәсәйҙә яңартылған социализмды төҙөү тип атай. Ҡыҫҡа ваҡытлы киләсәктә үҙ алдында түбәндәге бурыстарҙы ҡуя: хөкүмәткә илһөйәр көстәрҙең килеүе, тәбиғи байлыҡтарҙы һәм Рәсәй иҡтисадының ҙур әһәмийәткә эйә булған тармаҡтарын милләтләштереү, ошоноң менән бергә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты һаклау, дәүләттең сәйәси ижтимағи йүнәлешен үҫтереү. Барлыҡҡа килгәстән үк ғәмәлдәге хөкүмәткә ҡаршы тороусы партия итеп сифатлай.

Юғары орган – партия съезы, ул партияның Үҙәк комитетын һәм уның рәйесен һайлай. Партияның ның рәйесе булып 1993 йылдан Геннадий Зюганов тора, 2004 йылға тиклем РФКП үҙәк башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып Валентин Купцов булған. РФКП рәйесенең урынбаҫарҙары (2013 йылға ҡарата) — Владимир Кашин, Валерий Рашкин, Дмитрий Новиков, 2004 йылдан беренсе урынбаҫары – Иван Мельников. Тикшереүсе орган – партияның Үҙәк тикшереү-ревизия комиссияһы, рәйесе Николай Иванов.

Идеологияһы

 
РФКП ағзаһының Партия билеты. ССКП партия билетының өлгөһө һаҡланған

2008 йылда ҡабул ителгән партия программаһының яңы редакцияһында, РФКП тураһында ялланма хеҙмәт кешеләренең хоҡуҡтарын һәм милли-дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлаусы берҙән-бер сәйәси ойошма тип күрһәтелгән. Рәсәйҙә яңартылған социализмды төҙөү, XXI быуат социализмы – партияның программалағы стратегик маҡсаты тип билдәләнгән[2].

Партия маркс-ленин ғилеменә таянып эшләй һәм уны ижади үҫтерә, ватан һәм донъя фәндәренең ҡаҙаныштары һәм тәжрибәһенә таяна – тип, РФКП программаһында белдерелгән[2]. Программа документтарында һәм партия лидерҙарының эштәрендә ҙур урынды, яңы донъя тәртибе (сәйәсәт) һәм мең йыллыҡ тарихлы урыҫ халҡының ҡаршы тороуҙары, уның үҙенсәлектәре менән – берҙәмлек һәм ҡеүәтлек, тәрән ышаныстары[3], урыҫ һорауы[4] — биләй.

Үҙенең программаһы буйынса[2], РФКП илде өс этапта үҙгәртеп ҡорорға кәрәк тип иҫәпләй. Беренсе этапта РФКП башлығында коалиция шәхсилегендә хеҙмәтселәр хөкүмәтенең барлыҡҡа килеүе планлаштырыла. Был маҡсаттың уңыштары, һуңғы ун йыллыҡта хәләкәтле реформа эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итәсәк, айырыуса, 1990 йылдарҙа приватизацияға эләккән милекте милләтләштереүҙә. Шул уҡ ваҡытта, шулай ҙа, ваҡ тауар етештереүселәр ҡаласаҡ, һәм, унан да бигерәк, юғары капитал, чиновниктар һәм мафия төркөмдәре талауҙарынан һаҡлау ойоштороласаҡ. Шулай уҡ төрлө кимәлдәрҙә советтар идара итеү реформаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Икенсе этапта советтар һәм провсоюздар роле күпкә үҫәсәк. Иҡтисадта әкренләп хужалыҡтың социалистик өлгөләренә күсеү буласаҡ, шулай ҙа ваҡ шәхси капитал һаҡланып ҡаласаҡ. Ниһайәт, өсөнсө этапта социализмды төҙөү планлаштырыла.

Программа-минимумда (партияның стратегик маҡсаттарының беренсе сиратта тормошҡа ашырыу саралары) алдағы маҡсаттар ҡарала[2]:

  • хеҙмәтселәр хөкүмәтен, халыҡ-патриотик көстәрҙе булдырыу;
  • Рәсәйҙең тәбиғи байлыҡтарын һәм иҡтисадтың стратегик тармаҡтарын милләтләштереү, һәм уларҙың килемдәрен бөтә халыҡ мәнфәғәтенә һәм Рәсәйҙең именлегенә файҙаланыу;
  • алдағы иҡтисади һәм ижтимағи үҫешенә ҡулланыу өсөн Рәсәйгә сит ил банктарынан дәүләт финанс резервтарын ҡайтарыу;
  • халыҡтың матди хәлдәрен боҙоусы һәм илдең тәбиғи ресурстарын ташып бөтөрөүгә мөмкинлек биреүсе закондарҙы ҡайтанан ҡарау: льготаларҙы аҡсалатыу тураһындағы законды, хеҙмәт, торлаҡ, ер, урман һәм һыу кодекстарын;
  • күп балалы ғаиләләргә льготаларҙы кире ҡайтарыу, дөйөм ҡуллана алырлыҡ балалар баҡсаһы селтәрен яңынан барлыҡҡа килтереү, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү;
  • пенсияға сығыу йәшен күтәреүгә мөмкинлек бирмәү;
  • ярлылыҡ менән көрәшеү программаһын ҡабул итеү, иң беренсе нәүбәттә кәрәкле тауарҙарҙың хаҡы өҫтөнән ваҡытлыса дәүләт тарафынан, бигерәк тә илдең ҡатмарлы төбәктәрендә, күҙәтеү булдырыу;
  • прогрессив һалым түләүҙе индереү;
  • торлаҡ-коммуналь хужалығы алдында хөкүмәт яуаплылығын ҡайтанан барлыҡҡа килдереү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә ғаилә килеменең 10 %-тан артыҡ булмаған күләмдә түләүҙәрҙе булдырыу, кешеләрҙе ҡыуып сығарыуҙы бөтөрөү, дәүләттең торлаҡ төҙөүен йәйелдереү;
  • ваҡ һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, коррупция һәм енәйәтселекте бөтөрөү өсөн ҡәтғи саралар ҡабул итеү, яһалма банкротлыҡ практикаһын ҡырҡа бөтөрөү, компанияларҙы законһыҙ һәм дуҫтарса булмаған йотоуҙы бөтөрөү;
  • сифатлы һәм бушлай һаулыҡ һаҡлауҙы кире ҡайтарыу, табиптарға лайыҡлы эш хаҡы;
  • һайлауҙар һөҙөмтәләрен ялғанлап күрһәтеүҙе бөтөрөү, ысын бойондороҡһоҙ суд системаһын булдырыу, дәүләттең идара итеү системаһының файҙаһын күтәреү, чиновниктарҙың күләмен кәметеү, хеҙмәт коллективтарының һәм профсоюздарҙың хоҡуҡтарын арттырыу;
  • фәнде финанслауҙы арттырыу, ғалимдарға лайыҡлы эш хаҡы һәм тикшеренеү эшмәкәрлегендә бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү, дөйөм бушлай урта һәм юғары белемдең юғары стандарттарын тергеҙеү, дөйөм ҡуллана алырлыҡ һәм юғары сифатлы һаулыҡ һаҡлауҙы булдырыу;
  • йәмғиәтте киң мәғлүмәт сараларындағы әҙәпһеҙлек һәм әшәке һүҙҙәрҙән ҡурсалау, закон ситлегендә эш иткән, бөтә сәйәси көстәргә дәүләттең киң мәғлүмәт сараларына инеү мөмкинлеген биреү, Рәсәй һәм Совет тарихын ҡара яғыуҙы туҡтатыу.

РФКП, Г. А. Зюганов һүҙҙәре буйынса, православие сиркәүе менән хеҙмәттәшлек өсөн сығыш яһай, мәҫәлән, урыҫ православие сиркәүе менән берлектә сит илдәрҙән секталарҙы Рәсәйгә инеүгә ҡаршы закон ҡабул итеүҙә сығыш яһаған[5].

Шулай уҡ партия ватан тарихы мөнәсәбәтендә үҙенең ҡарашына эйә, һәм тарихсыларҙың биләгән[6] позицияһын алдаҡ тип уйлай: мәҫәлән, Украиналағы аслыҡ тураһында, Катыньдағы енәйәт, коллективлаштырыу[7]. Шул уҡ ваҡытта партия 1930- 1940-сы йылдарҙағы айырым социализм законлығын боҙоуын таный һәм уларҙы ғәйепләй [2]. Сталиндың ролен баһалағанда, РФКП вәкилдәре иҡтисади ҡаҙаныштарын, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе һәм һуғыштан һуңғы илде, «ядро ҡалҡаны» булдырыу менән бергә, аяҡҡа баҫтырыуҙы иҫәпкә алыуҙы тәҡдим итә. «Репрессияларға ҡағылғанда, 1950-се йылдарҙа уҡ партия уларҙың ярамағанлығын белдерҙе һәм уның бер ҡайсан да ҡабатланмаҫлығына ант бирҙе» – тип, билдәләне 2009 йылда Зюганов.

Үҙенең заманса күренешендә РФКП күбеһенсә милли-патриотик партия булып тора, ә коммунистик түгел. Милли ҡараштарҙы партияның төп идеологтарының береһе Алексей Подберезкинда тотоңҡорап тора [8].

Партия структураһы

РФКП етәкселәре

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек

Партия һәм киң мәғлүмәт саралары

РФКП финанстары

Иҫкәрмәләр

  1. «РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ КОМУНИСТИК ПАРТИЯҺЫ» Сәйәси партияһының төбәктәрҙәге бүлектәренең теҙмәһе (2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығы. Архивировано 9 июнь 2012 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 РФКП программаһы (2008). kprf.ru. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  3. Зюганов Г. А. Кадры партии в действии. — М.: ИТРК, 2001. — с. 11. — ISBN 5-88010-083-9
  4. См. Крепить духовную мощь народа. Доклад Г. А. Зюганова «О задачах партии по защите русской культуры как основы духовного единства многонациональной России» [1]. Васильцов Сергей, Обухов Сергей. Русский вопрос и коммунисты России [2]. Зюганов Г. А. Русский социализм — ответ на русский вопрос [3]. Новиков Д. Г. Коммунисты и русский вопрос [4]
  5. Г. А. Зюганов о кончине Алексия II. kprf.ru. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  6. Например, Государственной Думой РФ официально была признана версия части историков о вине СССР в расстреле польских офицеров см. Би-Би-Си: «Дума признала расстрел в Катыни преступлением Сталина»
  7. Защищать правду истории. kprf.ru. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  8. Лихачёв В. А. Политический антисемитизм в современной России. М.: Academia, 2003. — 240 с

Әҙәбиәт

Төп сығанаҡтар

  • Зюганов Г. А. Кадры партии в действии. — М.: ИТРК, 2001. — С. 48. — ISBN 5-88010-083-9.
  • Зюганов Г. А. Коммунисты и молодёжь в современной России. — М.: Газета «Правда», 2003. — С. 32. — ISBN 5-85020-044-9.
  • Зюганов Г. А. За единство. Беседа с коммунистами о ситуации в КПРФ. — М.: ИТРК, 2004. — С. 64. — ISBN 5-88010-191-6.
  • Зюганов Г. А. Смотреть вперёд. X Съезд КПРФ и «трудные вопросы» российского коммунистического движения. — М.: ИТРК, 2004. — С. 128. — ISBN 5-88010-205-X.
  • Зюганов Г. А. Большие испытания. КПРФ перед новым избирательным марафоном. — М.: ИТРК, 2005. — С. 126. — ISBN 5-88010-217-3.
  • Зюганов Г. А. Меморандум «О задачах борьбы против империализма и необходимости международного осуждения его преступлений». — М.: Правда-пресс, 2006. — С. 24. — ISBN 5-85024-160-4.
  • Зюганов Г. А. Защищая наш мир. О внешнеполитической деятельности КПРФ. — М.: Издательство ИТРК, 2006. — С. 240: ил.-16 с. — ISBN 5-88010-223-8.
  • Коммунистическая партия Российской Федерации в резолюциях и решениях съездов, конференций и пленумов ЦК (2001—2005). — М.: Издательство ИТРК, 2005. — С. 416. — ISBN 5-88010-216-5.

Ғилми тикшеренеү

  • March, Luke. The Communist Party In Post-Soviet Russia. — Manchester, U.K.: Manchester University Press, 2002. — 288 p. — ISBN 0-7190-6044-3.
  • Сорокин А. Наследники КПСС (КПСС и левые в постсоветской России) // Альтернативы. — 2006. — № 2. — С. 112-122.
  • Холмская М.Р. Коммунисты России: факты, идеи, тенденции. Информационно-аналитический обзор. — М.: [Б.и.], 1998. — 79 с. — ISBN 5-7952-0005-0.

Публицистика

  • Волохов А. Е. Новейшая история Коммунистической партии: 1990—2003. — М.: Импето, 2003. — С. 136. — ISBN 5-7161-0105-4. (содержание)
  • Кагарлицкий Б. Ю. Управляемая демократия: Россия, которую нам навязали. — Екатеринбург: Ультра.Культура, 2005. — 576 с. — (Klassenkampf). — ISBN 5-9681-0066-4. (оглавление)
  • Тарасов А.Н. Политическая импотенция неизлечима, или Кремль трогательно заботится о престиже своей карманной оппозиции // Революция не всерьёз: Штудии по теории и истории квазиреволюционных движений. — Екатеринбург: Ультра-Культура, 2005. — С. 384-391. — ISBN 5-9681-0067-2.
  • Тарасов А.Н. Свой своя не познаша (Комментарий на комментарий Б. Ихлова «Неужели КПРФ такая плохая?») // Революция не всерьёз: Штудии по теории и истории квазиреволюционных движений. — Екатеринбург: Ультра-Культура, 2005. — С. 392-408. — ISBN 5-9681-0067-2.

Һылтанмалар