Бурзянцев Александр Данилович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
ә clean up using AWB
31 юл:
 
== Биографияһы ==
Александр Данилович 1928 йылдың 19 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Йылайыр районы]]ның Ново-Преображенск ауылында контора хеҙмәткәре һәм ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Утыҙынсы йылдарҙа атаһы һис ғәйепһеҙ ҡулға алына, ә [[1943 йыл]]да Сталинград эргәһендә һуғышта һәләк була. Әсәһе өс баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Александр живопись менән тәүге тапҡыр, фронтовик рәссам Константин Ляпкин менән осрашыу һөҙөмтәһендә, ун ете йәшендә таныша. Уның кәңәше менән Пенза художество училищеһына уҡырға инә, тамамлағас, Йылайыр районында рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан [[Өфө]]гә күсеп килә һәм бында рәссамдың таланты тулыһынса асыла. Хәҙер Александр Бурзянцевтың картиналары күп музейҙарҙа — Третьяков галереяһында, Урыҫ музейында урынлаштырылған, ә иң ҙур коллекцияһы — Өфөләге Нестеров исемендәге Дәүләт художество музейында.
 
Ул 1997 йылдың майында вафат була. Ғүмеренең һуңғы йылында Александр Данилович «Быймалар — фронтҡа» тигән полотноһын төшөрә һәм уны Йылайыр тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына бүләк итә. Картинаһында рәссам үҫмер сағында Йылайыр районы сәнәғәт комбинатының быйма баҫыу цехында эшләп йөрөгән сағын һүрәтләгән.
44 юл:
 
[[Категория:РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары]]
[[Категория:БАССРБашҡорт АССР-ҙыңының халыҡ рәссамдары]]
[[Категория:Башҡортостан рәссамдары]]