Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
64 юл:
Шытыусы орлоҡтар кислородты йоталар һәм углекислый газ бүлеп сығаралар, йәғни һулайҙар. Был тәбиғи, сөнки үҫемлектәр — тере организмдар.
Орлоҡтар көндөҙ ҙә, төнөн дә һулайҙар, һулаған ваҡытта йылылыҡ бүленеп сыға. Әгәр шыта башлаған орлоҡтар һалынған банканы бөтә яҡтан да мамыҡ йәки кейеҙ менән яҡшылап урап, уға термометр төшөрһәк, температураның күтәрелеүен еңел күрергә була.
Орлоҡтар һулағанда бүленеп сыҡҡан йылылыҡ уларҙы йылыта. Шыта башлаған орлоҡтар һулағанда бигерәк тә күп йылылыҡ бүленеп сыға. Дымлы шытҡан орлоҡтар ҡоро шытмаған орлоҡтарға ҡарағанда көслөрәк һулайҙар. Ҡалын итеп өйөп һалынған дымлы орлоҡтар шыта һәм бик тиҙ ҡыҙа. Ундай орлоҡтарҙың бәбәктәре һәләк була. Орлоҡтар шытымһыҙға әйләнә. Бындай хәл булмаһын өсөн орлоҡтарҙы һаҡларға бары тик ҡоро килеш кенә урып-һуғып алалар һәм ҡоро, яҡшы елләтелә торған биналарҙа һаҡлайҙар. Орлоҡтарға һауа өҙлөк¬һөҙөҙлөкһөҙ килеп торорға тейеш. Был шыта башлаған орлоҡтарға ҡарағанда аҙыраҡ һулаған ҡоро орлоҡтар өсөн дә кәрәк. Хәҙерге заман иген һаҡлағыстарында (элеваторҙарҙа) орлоҡтарҙы һаҡлау өсөн бындай шарттар булдырыла.
 
==Орлоҡтарҙың туҡланыуы һәм үҫеүе==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған