Максимилиан II (Изге Рим империяһы императоры): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
{{!}}}
}}
'''Максимилиан II''' ([[Немец теле|нем]].  ''<span lang="de">Maximilian II</span>'', <span style="white-space:nowrap;">[[31 июль]], 1527</span><span style="white-space:nowrap;"></span>, [[Вена]]  — [[12 октябрь]],<span>  </span>1576, Регенсбург)   [[Изге Рим империяһы]]  императоры һәм Австрия эрцгерцогы   1564 йылдың  25 июленән үҙенең вафатына тиклем,   Чехия  короле ( 1562 йылдың  14 майында таж кейә  ''Максимилиан I исеме аҫтында''), Германия  короле (Рим короле, 1562 йылдың 28 ноябрендә таж кейә), Венгрия  һәм Хорватия короле(1563 йылдың  8 сентябрендә таж кейә).  [[Габсбургтар|Габсбуургтар]]  династияһы вәкиле.
 
== Биографияһы ==
Максимилиан  [[Фердинанд I (Изге Рим империяһы императоры)| — Фердинанд I]]  һәм уның  ҡатыны  Анна Богемская  һәм Венгерскаяның өлкән улы,  1527 йылдың 31 июлендә [[Вена]]<nowiki/>ла тыуған  . Ул  [[Испания]]<nowiki/>ла белем ала, 1544 йылда [[Франция]]<nowiki/>ға ҡаршы үҙенең олатаһы Карл V кампанияһында, шулай уҡ Шмалькальден һуғышында хәрби  тәжрибә туплай һәм тиҙ арала империя эштәрендә ҡатнаша башлай..
 
1548 йылдың сентябрь айында Максимилиан Карл V ҡыҙы, үҙенең ике туған һеңлеһе Марияға  өйләнә.  1548 йылдан алып 1550 йылға тиклем Испанияла император наместнигы була. 1550 йылдың декабрь айында император тәхете яҙмышы хаҡында бәхәстә ҡатнашыу өсөн Германияға әйләнеп ҡайта. Карл V  үҙенең  Филипп улын (һуңғараҡ Испания короле) тәхеткә ултыртырға теләй, әммә  Габсбургтарҙың династия ерҙәре менән идара иткән Фердинанд ағаһы үҙе император титулын алырға теләк белдерә. Шулай ҙа компромисс табыла: Филипп Фердинандтың вариҫы итеп иғлан ителә. Габсбургтарҙың ике тармағы араһында мөнәсәбәттәр һалҡын була, шуның өсөн 1552 йылда Максимилиандың ауырып китеүен (ағыулауҙы иҫтә тоталар) Филипптан күрәләр.
 
Сама менән шул уҡ ваҡытта Максимилиан  Венала йәшәй башлай һәм Австрия биләмәләре менән идара итә, уларҙы төрөктәрҙән һаҡлай. Бәләкәй сағында уҡ Максимилиан протестантизм йоғонтоһона бирелә, ул протестант идарасылары менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр ҡора һәм һарайҙарындағы лютеран  священник менән бик яҡын аралаша. Уның атаһы 1558 йылда император булып китә һәм  Павел IV папаға,  улы  император тәхетенә ултырмаясаҡ, әгәр католик сиркәүҙән баш тартһа, тип вәғәҙә итә. Шулай итеп, Максимилиан ғүмеренең аҙағынаса протестанттар ҡараштарын үҙ итһә лә, формаль рәүештә католик булып ҡала.
 
1562 йылдың ноябрь айында Максимилиан Франкфуртта [[Рим]] короле йәки [[Германия]] короле булараҡ тажлана һәм император вариҫы булып китә. Алдан ул [[католик]] кенәздәрҙе уларҙың динен тотоуында  ышандыра, ә протестант кенәздәргә, император булып алғас, күмәк кеше алдында Аусбург динле икәнен иғлан итәсәге тураһында вәғәҙәләй. 1563 йылдың сентябрендә Максимилиан [[Венгрия]] короле булып китә , ә атаһы үлгәндән һуң, 1564 йылдың июлендә, шулай уҡ [[Изге Рим империяһы]] императоры, Венгрия, Хорватия һәм Богемия короле була.
 
Император булып алғас, Максимилиан үҙенең ерҙәрендә дини бүлгеләнеү менән булышырға мәжбүр була. Дингә тигеҙ ҡарау яҡлы монарх булараҡ, ул баланс тоторға тырыша һәм йыш ҡына католиктар һәм протестанттар араһында аралашсы ролен уйнай. 1568 йылда [[Ғосман империяһы]] менән сираттағы һуғыштан һуң,  Максимилиан солтан Сәлим II менән килешеү төҙә, был солохҡа ярашлы ул төрөктәргә 8 йыл дауамында яһаҡ түләргә тейеш була.
 
Максимилиан менән Филипп Испанскийҙың аралары тора-бара яйға һалына. 1568 йылда [[Испания]] инфанты Карлостың вафаты Максимилианға һәм уның улдарына Испания тәхетенә юлдар асып ебәрә. 1570 йылда император ҡыҙы Анна үҙенең ике туған ағаһы Филипп II дүртенсе ҡатын булып кейәүгә сыға. Максимилиан шулай уҡ , бигүк уңышлы булмаһа ла,  протестанлыҡҡа күскән [[Нидерландтар]]<nowiki/>ҙы яҡлап сыға, сөнки  Филипп ҡаты рәүештә Нидерландтарҙы үҙенә буйһондорорға тырыша.  1575 йылда [[Польша]] һәм [[Литва]] магнаттары Максимилианды кандидат итеп Польша тәхетенә тәғәйенләй, әммә уның популярлығы етерлек  булмағанлыҡтан, Польша короле итеп Трансильвания кенәзе Стефан Баторияны һайлап ҡуялар.
 
Максимилиан 1576 йылдың 12 октябрендә  Регенсбургта  вафат була. Үлем түшәгендә ул һуңғы причастиенан баш тарта. Император Прагала Изге Вит соборында ерләнә.  Максимилиан тәхете уның улы Рудольфҡа күсә, ә һуңғараҡ уның улы Матвей ҙа император булып китә.
 
== Ғаиләһе ==
[[Файл:Giuseppe_Arcimboldi_003.jpg|мини|Джузеппе Арчимбольдо. Портрет.   Максимилиан II ғаиләһе менән,  1563 тирәһе]]
1548 йылда  император Карл V ҡыҙы, Испания инфантаһы Марияға (1528—1603) өйләнә.  Балалары:
# Анна Австрийская  (1549-15801549—1580),  Испания короле  Филипп II  дүртенсе ҡатыны,   Филипп III  әсәһе.
# Фердинанд (1551-15521551—1552)
# Рудольф II (1552-16121552—1612),  [[Изге Рим империяһы]] императоры
# Эрнст (1553-15951553—1595), [[эрцгерцог]],   Испания  Нидерландтарының штатгальтеры
# Елизавета Австрийская  (1554-15921554—1592), Франция короле Карл  IX  ҡыҙы
# Мария (1555-15561555—1556)
# Маттиас (1557-16191557—1619), [[Изге Рим империяһы]] императоры
# үле тыуған улы(1557)
# Максимилиан III Австрийский (1558-16181558—1618), эрцгерцог, Тевтон ордены  бөйөк магистры
# Альбрехт VII (1559-16211559—1621), эрцгерцог, Испания Испания Нидерландтарының штатгальтеры,  Испания  инфанта Изабелла Клара Евгенияның ире
# Венцель (1561-15781561—1578), эрцгерцог,  Изге Иоанн ордены бөйөк приорын
# Фридрих (1562-15631562—1563)
# Мария (ваф.1564)
# Карл (1565-15661565—1566)
# Маргарита (1567-16331567—1633), монахиня
# Элеонора (1568-15801568—1580).
 
== Ата-бабалары ==