Урман: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
к
ә clean up using AWB
27 юл:
Тропик һәм субтропиктарҙа үҫә торған ҡуйы, кеше үтеп сыға алмаҫлыҡ ағастар һәм ҡыуаҡлыҡларҙан торған урман [[джунгли]] тип атала.
 
Донъялағы иң ҙур дымлы тропик урман ([[сельва]]) Амазонка йылғаһы буйлап 6 миллион квадрат километрга һуҙылған. Был икһеҙ-сикһеҙ массив аша үтеп сығыу мөмкин булмағанлыҡтан, уны белгестәр элек-электән «йәшел тамуҡ» тип йөртәләр икән.<ref name="ktrb.ru">[http://ktrb.ru/print/inin-673.html Урмандарыбыҙ — Гиннесстың рекордтар китабында] {{ref-tt}}</ref>
 
== Урман байлығы ==
45 юл:
 
== Урман һәм кеше әүҙемлеге ==
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, һуңғы 10 мең йылда ул осорҙағы урмандарзың өстән ике өлөшө генә ҡалған, 500 миллион гектар ер ваҡ-төйәк ҡыуаҡтарҙан башҡа бер нәмә лә үҫмәй торған ҡыҫыр сүлгә әүерелгән. Англияла урман ерҙәренең 95 проценты ҡырылһа, [[Италия]], [[Франция]], Испания кеүек илдәрҙә был тәбиғәт байлығының 10-15 проценты ғына ҡалған.<ref>[http:// name="ktrb.ru"/print/inin-673.html Урмандарыбыҙ — Гиннесстың рекордтар китабында] {{ref-tt}}</ref> Кешелек йәшәйше өсөн мөһим булған тропик урмандар минутына 26 гектар тиҙлек менән юҡҡа сыға бара. 25 йылдан һуң уларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар, ти белгестәр. Урмандар әҙәйгән һайын, һауа сафлығын юғалтып ғына ҡалмай, йылғалар һайыға, күлдәр кибә, ер аҫты һыуҙары төпкә китә бара һәм ер йөҙөнә ҡоролоҡ янай. Ер шарындағы урмандарҙың 22 проценты Рәсәйгә тура килә. 722 миллион гектар урманда, 75 миллиард кубометр ағас запасы бар. Рәсәй урмандарының 42,7 проценты техник яҡтан өлгөргән урманға керә. Ләкин һуңғы йылдарҙағы ҙур янғындар нәтижәһендә миллион гектар урман юҡҡа сыҡты.<ref>[http://drogganoye.tatarstan.ru/tat/index.htm/news/154621.htm Һайрар ҡоштарың менән матур һин, урман!] {{ref-tt}}</ref>
 
Урмандың иң яуыз дошманы — янғын. Ҡоролоҡло йылдарҙа илдең теге йәки был төбәгендә урман янғындары ҡабына. Урман янғындары сығыуға йыш ҡына кеше сәбәпсе була, сөнки урман янғындарының 95 % ы тораҡ пункттарынан 20 километрға тиклем булған арала ҡабына. Урман янғындары, нигеҙҙә, урманда булған кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға.<ref>[http://www. name="biektaw.ru/ru/the-news/item/751-agachlarda-keshe-yazmyishyi.html?tmpl=component&amp;print=1 Ағасларҙа кеше яҙмышы]<"/ref>
 
2011 йыл БМОның Үҙәк ассамблеяһе тәҡдиме менән Халыҡ-ара «Урмандар йылы» тип иғлан ителгән. Был юҡҡа ғына түгел — урман мәйҙаны кәмегәндән кәмей бара. Биологтар билделәп үткәнсә, урман мәйҙанының кәмей барыуы глобаль әһәмиәттәге тиҫкәре процесстарға килтерә. Нәтижә булараҡ, тупраҡ эрозияға дусар була, үсемлектәр һәм хайуандар донъяһы төрлөлөго кәмей, һыу бассейндары һайыға, атмосфера һауаһында углекислы газ арта, сәнәғәт һәм яғыулыҡ маҡсаттарына ярашлы ағас күләме кәмей.<ref>[http://tat.tatar-inform.ru/news/2013/01/09/81650/ Гамәлгә куелган Халыкара Урман көне төркиләр һәм иранлыларның Нәүрүзенә туры килә]</ref>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Урман» битенән алынған