Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
75 юл:
 
==Орлоҡтарҙы сәсеү ваҡыты һәм уларҙы күмдереү тәрәнлеге==
Орлоҡтарҙың шытып сығыуы өсөн кәрәкле шарттарҙы иҫәпкә алып, сәсеү ваҡытын билдәләйҙәр.Орлоөтарҙың шытып сығыуы өсөн һыу, һауа һәм йылы кәрәк.Быларҙың бөтәһен дә орлоҡтар үҙ ваҡытында сәскәндә генә ала. Иртә яҙ тупраҡта бик күп ямғыр һәм ҡар һыуы туплана, ләкин тупраҡ әле йылынып өлгөрмәй. Иртә яҙҙа тик һалҡынға сыҙамлы үҫемлектәрҙең (бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ ) орлоҡтарын ғына сәсәләр. Был үҫемлектәрҙең орлоҡтары түбән температурала һәм дым мул булғанда шытып сыға.
Йылыны күп талап итеүсән үҫемлектәрҙең орлоғон тупраҡ "терлек кимәлдә йылынғас сәсергә тура килә.
Шулай ҙа йылы яратыусан үҫемлектәрҙең (кукуруз, фасоль, ҡыяр, ҡабаҡ, ҡауын, томат ) орлоҡтарын сәсеүҙе һуң¬латырға ярамай. Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра, һәм туп¬раҡ кипкәндән-кибә бара. Шуға күрә был үҫемлектәрҙең орлоҡтарын сәсеүҙе һуңлатыу уңышты кәметә. «Яҙғы бер көн — йыл аҫрай» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Быны иҫәпкә алып, йылы яратыусан үҫемлектәрҙең орлоҡтарын мөмкин тиклем иртәрәк, тупраҡ 10—12° С-ҡа тиклем йылынғас та сәсергә кәрәк. һуң сәселгән орлоҡтар йылы, ләкин ҡоро тупраҡҡа эләгә, һәм улар оҙаҡ шытмай ятасаҡ, был иһә уңышты кәметәсәк.
Орлоҡтарҙың үҙ ваҡытында сәселеп тә тупраҡҡа тәрән күмелмәй ҡалыуы мөмкин. Ул ваҡытта улар яҙғы ҡояштың эҫенурҙары аҫтында кибеп бөтәсәк. Әгәр ҙә тупраҡҡа артыҡ тәрән сәселһә, шытымдар насар буласаҡ.Бик тәрән күмдергәндә үҫенделәргә һауа етешмәй. йәш үҫенделәр өҫкә тишеп сыға алмай. Шуға орлоҡтарҙы тейешле тәрәнлектә генә сәсергә кәрәк.
 
[[Категория:Биология|Үҫемлектәр ]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған