Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
49 юл:
 
==Орлоҡтарҙың шытыуы==
эрегән хәлдә генә үҙләштерә ала. Төрлө үҫемлек орлоҡтарының шытыуы өсөн һыу төрлө миҡдарҙа талап ителә. Мәҫәлән, борсаҡ орлоғо үҙ массаһынан бер ярым тапҡыр күберәк һыу һеңдерә. Шуға күрә борсаҡтың һәм ҡайһы бер башҡа йәшелсә үҫемлектәренең орлоҡтарын сәсер алдынан ебетәләр. Кукуруз орлоғона уның үҙ массаһының яртыһынан аҙыраҡ, ә тары кеүек ҡоролоҡҡа сыҙамлы ҡыяҡлы үҫемлектәргә сәселә торған орлоҡ массаһының сирек ауырлығы ҡәҙәр һыу кәрәк.
Икенсе тәжрибәне үткәреү өсөн ике стаканға бер аҙ арыш йәки бойҙай орлоҡтарын һалайыҡ. Беренсе стаканға мөлдөрәмә тултырып һыу ҡояйыҡ. Икенсе стаканға һыуҙы орлоҡтар еүешләнерлек кенә һалайыҡ. Стакандарҙы быяла менән ҡаплап, йылы урынға ултыртайыҡ. 3—4 көндән һуң аҙ һыулы стакандағы орлоҡтар шытып сығыр. Тулы һыулы стакандағы орлоҡтар бүртер, әммә шытмай ғына серер. Сөнки һыу орлоҡтарға һулау өсөн кәрәк булған һауаны стакандан ҡыҫырыҡлап сығарған.
һауа төрлө үҫемлектәрҙең орлоҡтарына төрлө миҡдарҙа кәрәк. Дөгө һәм ебәләй үләне орлоҡтары һыуҙа эрегән бик аҙ миҡдарҙағы һауа иҫәбенә хатта һыу аҫтында ла шыта. Күпселек сәскәле Үҫемлектәрҙең орлоҡтары һауаның күп булыуына мохтаж, улар һыу аҫтында шыта алмай.Бәбәге тере булған орлоҡтар ғына шыта һәм яны үҫемлеккә башланғыс бирә ала. Бәбәк ҡоротҡос бөжәктәр йәки үңәҙ бәшмәктәренең зарарлауынан, һаҡлаған саҡта ныҡ кибеүҙән йәки башҡа сәбәптәрҙән һәләк булыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта бәбәк орлоҡтарҙың үтә оҙаҡ һаҡланыуынан да һәләк була. Бәбәктәре һәләк булған орлоҡ шытымһыҙға әйләнә, йәғни шытып сыға алмай.
Орлоҡ шытып сығыуҙан элек бүртә. Орлоҡтоң эсенә ингән һыу уны бүрттерә. Шытымлы орлоҡтар ҙа, шытмай торғандары ла бүртә. Шытымһыҙ орлоҡтар бүртәләр ҙә серейҙәр, шыта торғандары — шыта. Мәҫәлән, фасоль орлоғо шытҡанда ҡабығы ярыла һәм бәбәк тамырсаһынан йәш тамыр үҫеп сыға. Ул бик тиҙ үҫә һәм тупраҡҡа нығына. Шунан һуң бәбәк һабаҡсаһы үҫә башлай, ул тупраҡ өҫтөнә орлоҡ өлөшө һәм бөрөсә ебәрә. Бөрөсәнән фасолдең япраҡтары менән ер өҫтө һабағы үҫеп китә. Борсаҡтың һәм ҡайһы бер башҡа үҫемлектәрҙең орлоҡ өлөшө тупраҡ аҫтында ҡала . Ер өҫтө үрендеһе бәбәк бөрөсәһенән үҫеп китә.
Орлоҡтар ҡағыҙ пакеттарҙа, туҡыма тоҡтарҙа, иген келәттәрендә шытмайынса оҙаҡ һаҡлана ала. Ә ергә төшкән йәки еүеш сепрәкле, йә еүеш киптергес ҡағыҙлы тәрилкәгә һалынған орлоҡтар бик тиҙ бүртеп, шытып сығалар. Быға һеҙ орлоҡтарҙың шытыуын күҙәткәндә ышандығыҙ. Бәбәк үҫеп китһен өсөн ниндәй шарттар кәрәк һуң?
Был һорауға яуап биреү өсөн тәжрибәләр ярҙам итер.
Ике стаканға йәки ике бәләкәй быяла банкаға бер үк һанда шытымлы эре ҡыяр орлоғо, һоло, арыш йәки бойҙай бөртөктәрен һалығыҙ. Беренсе стакандағы орлоҡтарҙы ҡоро көйөнсә ҡалдырығыҙ, ә икенсеһенең төбөнә бер аҙ һыу ҡойоғоҙ. Ике стаканды ла быяла менән ябып, йылы урынға ҡуйығыҙ. 3—4 көндән һуң һыулы стакандағы орлоҡтар шытып сығыр, ә ҡоро стакандағы орлоҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалыр.
Орлоҡтарҙың шытып сығыуы өсөн һыу кәрәк, сөнки бәбәк туҡлыҡлы матдәләрҙе тик
 
==Орлоҡтарҙың һулауы==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған