Көнсығыш марка: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
 
== Тарих ==
Тәүге тапҡыр славян ерҙәре сиктәрендә буфер маркграфлығын булдырыу ниәте IX быуат башында башҡарыла. Карл Бөйөктөң аварҙар менән һуғыштарынан һуң франктарҙың сиктәре көнсығышҡа табан күсерелә. [[Дунай]] буйлап [[Вена]] урманына тиклем халыҡтарҙың бөйөк күсенеүенән һуң күбеһенсә славяндар көн күргән территория Бавария герцоглығы составына инә. Был ерҙәрҙә '''Бавариялы көнсығыш марка''' формалаша, төп маҡсаты уның немец колонизациялауы, христианлаштырыу һәм славян халыҡтары барымталарынан сиктәрҙе һаҡлау. Көнсығыш марканан көньяҡҡа шулай уҡ маркалар һәм кенәзлектәр — Штирия герцоглығы, Каринтия герцоглығы, Крайна һәм Истрия — булдырылалар, улар Германия һәм көньяҡ славяндар араһында буфер зонаһы булып хеҙмәт итәләр. 870 йылдарҙа Бавариялы һәм башҡа маркалар 896 йылда [[Изге Рим империяһы]] императоры булған Арнульф Каринтийский хакимлығы аҫтында берләштереләләр.
892 йылда Урта Дунай буйына империяға славяндарға ҡарағанда етди ҡурҡыныс тыуҙырған венгрҙар күсенә. 907 йылда Пресбург аҫтындағы алышта (хәҙер Братислава) немец ғәсҡәрҙәре венгрҙар армия тарафынан тар-мар ителәләр. Венгрҙар Энса тиклем территорияны баҫыа алалар һәм Бавария маркаһы ҡолатылыуына килтерә. Венгрҙар барымталары X быуаттың уртаһына тиклем дауам итәләр. Тик 955 йылда ғына Лех йылғаһындағы алышта Германия императоры Оттон I Бөйөк хәл иткес еңеү яулай һәм Австрия территорияһын азат итә.
 
53 юл:
 
== Сығанаҡтар ==
*{{cite journal |last=Semple |first=Ellen Churchill |authorlink=Ellen Churchill Semple |title=The Barrier Boundary of the Mediterranean Basin and Its Northern Breaches as Factors in History |journal=Annals of the Association of American Geographers |volume=5 |year=1915 |pages=27–59 |doi=10.1080/00045601509357037}}
* Reuter, Timothy. ''Germany in the Early Middle Ages 800–1056''. New York: Loman, 1991.