Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
17 юл:
Бер өлөшлө башҡа үҫемлектәрҙең, мәҫәлән һуғандың, ынйы сәскәнең, орлоҡтарында шулай уҡ эндосперм була, тик ул, бойҙай һәм башҡа ҡыяҡлыларҙағы кеүек, бәбәккә бер яҡлап ҡына йәбешмәгән, ә бәбәкте уратып алған .
Шулай итеп, орлоҡтоң ҡабығы һәм бәбәге була. Ике өлөш¬лө үҫемлектәрҙең бәбәге ике орлоҡ өлөшөнән тора, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ғәҙәттә, йә бәбәктең үҙендә, йә эндо- спермда туплана. Бер өлөшлөләрҙең бәбәге тик бер орлоҡ өлөшлө, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ҡағиҙә булараҡ, эндоспермда була.
==Орлоҡтарҙың составы==
Эндосперм йәки бәбәк күҙәнәктәрендә ниндәй туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған? Бойҙай бөртөксәләрен тарттырып он алалар. Был —нигеҙҙә, ваҡланған эндосперм. Бер аҙ бой¬ҙай онон алайыҡ та унан ҡамыр баҫып, марляға төргәс, ста¬кандағы һыуҙа йыуайыҡ 101. һыу буръяҡланыр, сөнки ҡа¬мырҙан ниндәйҙер матдә йыуылып сыға. Тиҙҙән марляла һу¬ҙылып, йәбешеп торған масса ҡалыр —был елемсә йәки үҫем¬лек аҡһымы.
Буръяҡ һыулы стаканға 2—3 тамсы йод эретмәһе тамы¬ҙайыҡ. Стакандағы һыу күк төҫкә инер. Йод менән тейгәндә крахмалдың күк төҫкә инеүе билдәле. Тимәк, һыуҙа крахмал бар. Буялған крахмал әкренләп стакан төбөнә ултырыр.
Бойҙай ононда шулай уҡ бер аҙ май ҙа бар. Ләкин көнба¬ғыш, мамыҡ һәм башҡа күп кенә үҫемлек орлоҡтарында май бигерәк тә күп.
Аҡһым, крахмал, майҙар — бөтә үҫемлектәрҙең орлоғонда була торған органик матдәләр, ләкин төрлө үҫемлектәрҙең орлоғонда уларҙың миҡдары төрлөсә. Бойҙай бөртөксәләрендә крахмал күп, аҡһым байтаҡҡа кәм, ә май бөтөнләй аҙ. Фасоль орлоғонда аҡһым күп, ә крахмал аҙ. Көнбағыш орлоғонда май күп.
Кеше үҫемлектәрҙе органик матдәләр алыу өсөн үҫтерә. Составында крахмал, аҡһым булған он һәм ярма алыу өсөн бойҙай ғына түгел, шулай уҡ арыш, арпа, кукуруз, һоло, тары, дөгө, ҡарабойҙай үҫтерәләр. Аҡһымға бай продукттар алыу өсөн борсаҡ, мал борсағы, соя, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ сәсәләр. Үҫемлек майҙары алыу өсөн көнбағыш, мамыҡ, етен, ер сәтләүеге (арахис), соя һәм башҡа майлы культуралар үҫтерәләр.
Орлоҡтарҙа органик матдәләрҙән тыш тағы нимәләр була? Был һорауға яуапты ябай тәжрибә яһап белергә мөмкин.
Пробиркаға ҡоро бойҙай бөртөксәләрен йәки башҡа үҫем¬лек орлоҡтарын һалайыҡ та талғын ғына утта ҡыҙҙырайыҡ. Тиҙҙән пробирканың стеналарында һыу тамсылары барлыҡҡа килер. Сөнки орлоҡ составында булған һыу йылытҡанда пар¬ға әйләнә. Барлыҡҡа килгән пар пробирканың һыуыҡ стена¬ларына тейеп һыуына һәм быялала һыу тамсыларына әүерелә.
Йылытыуҙы дауам итәйек. Орлоҡтар күмерләнә, һәм про¬биркала төтөн барлыҡҡа килә. Был орлоҡтағы органик матдә¬ләрҙең: крахмал, аҡһым һәм майҙарҙың яныуы. Органик мат¬дәләр янып бөткәс, көл ҡала. Ул янмай торған минераль мат¬дәләрҙән тора.
Шулай итеп, орлоҡ составына органик матдәләр, минераль матдәләр һәм һыу инә. Төрлө үҫемлектәрҙең орлоҡтарында һыу, органик һәм минераль матдәләр миҡдары бер төрлө булмай.
 
Орлоҡтарҙың составы
 
 
Миҡдарҙа
 
Орлоҡтар (100 г) һыу (г) органик минераль
матдәләр (г) матдәләр (г)
 
 
 
Бойҙай 13,4 84,7 1,9
 
 
Көнбағыш 6,7 89,8 3,5
 
һыу бойҙай бөртөгөндә көнбағыш орлоғондағыға ҡараған¬да ике тапҡыр күберәк була. Көнбағыш орлоғонда органик матдәләр бойҙай бөртөгөндәгегә ҡарағанда күберәк. Бөтә үҫем¬лектәрҙең орлоҡтарында ла органик матдәләр һыу һәм мине¬раль матдәләргә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк була.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған