Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
 
==Бер өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө==
Ҡыяҡлы иген(бойҙай, арыш, кукуруз) орлоҡтарының. төҙөлөшө башҡаса. Бойҙайҙың ҡоро емешен — бөртөксәһен тикшереп ҡарайыҡ. Бойҙайҙың оҙонса бөртөксәһе тыш яҡтан ал¬тыналтын төҫөндәге һары тиресәле емеш тышсаһы менән ҡапланған. Ул тышса орлоҡ ҡабығына шул тиклем ныҡ йәбешеп үҫкән, уны орлоҡтан айырып алыу мөмкин түгел.
Әгәр бойҙай бөртөксәһен буйға киҫеп ҡараһаҡ, бөртөксәлең күп өлөшөн он һымаҡ эндосперм тәшкил иткәнен күрербеҙ; уның күҙәнәктәре туҡлыҡлы матдәләрҙән тора.
Бойҙайҙың бәбәге бик бәләкәй, уны лупа ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Уның тамырсаһы, һабаҡсаһы һәм бөрөсәһе бар. Ләкин унда орлоҡ өлөшө берәү генә. Уның туҡлыҡлы матдәләр запасы булмай, ул эндоспермға ныҡ йәбешеп тора һәм йоҡа ғына пластинкаға оҡшаған . Орлоҡ шытҡан саҡсаҡта туҡлыҡлы матдәләр эндосперм күҙәнәктәренән орлоҡ өлөшө аша бәбәккә килә. Бәбәктәрендә бер генә орлоҡ өлөшө булған үҫемлектәрҙе бер өлөшлөләр тип атайҙар.
Бер өлөшлө башҡа үҫемлектәрҙең, мәҫәлән һуғандың, ынйы сәскәнең, орлоҡтарында шулай уҡ эндосперм була, тик ул, бойҙай һәм башҡа ҡыяҡлыларҙағы кеүек, бәбәккә бер яҡлап ҡына йәбешмәгән, ә бәбәкте уратып алған .
Шулай итеп, орлоҡтоң ҡабығы һәм бәбәге була. Ике өлөш¬лө үҫемлектәрҙең бәбәге ике орлоҡ өлөшөнән тора, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ғәҙәттә, йә бәбәктең үҙендә, йә эндо- спермда туплана. Бер өлөшлөләрҙең бәбәге тик бер орлоҡ өлөшлө, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ҡағиҙә булараҡ, эндоспермда була.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған