Орлоҡ — версиялар араһындағы айырма

1442 байт өҫтәлгән ,  10 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Бәбәктәре ике орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәрҙе ике өлөшлөләр тип атайҙар, мәҫәлән, имән, алмағас, кишер, астра, ҡабаҡ, көнбағыш, лютик, мәк һ. б..
Ләкин ике өлөшлө бөтә үҫемлек орлоҡтарының төҙөлөшө фасоль йә көтөүсе муҡсаһыныҡы кеүек түгел. Лютиктың һәм миләүшәнең ҙур булмаған бәбәге эндосперм — туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған махсус күҙәнәктәр менән уратып алынған. Шуға күрә күҙәнәктәрҙән торған орлоҡ ҡабығы бәбәкте түгел, ә эндоспермды уратып алған.
 
==Бер өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө==
Ҡыяҡлы иген(бойҙай, арыш, кукуруз) орлоҡтарының. төҙөлөшө башҡаса. Бойҙайҙың ҡоро емешен — бөртөксәһен тикшереп ҡарайыҡ. Бойҙайҙың оҙонса бөртөксәһе тыш яҡтан ал¬тын төҫөндәге һары тиресәле емеш тышсаһы менән ҡапланған. Ул тышса орлоҡ ҡабығына шул тиклем ныҡ йәбешеп үҫкән, уны орлоҡтан айырып алыу мөмкин түгел.
Әгәр бойҙай бөртөксәһен буйға киҫеп ҡараһаҡ, бөртөксәлең күп өлөшөн он һымаҡ эндосперм тәшкил иткәнен күрербеҙ; уның күҙәнәктәре туҡлыҡлы матдәләрҙән тора.
Бойҙайҙың бәбәге бик бәләкәй, уны лупа ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Уның тамырсаһы, һабаҡсаһы һәм бөрөсәһе бар. Ләкин унда орлоҡ өлөшө берәү генә. Уның туҡлыҡлы матдәләр запасы булмай, ул эндоспермға ныҡ йәбешеп тора һәм йоҡа ғына пластинкаға оҡшаған . Орлоҡ шытҡан саҡ
12 317

үҙгәртеү