Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: Орлоҡ — башланғыс үҫемлек. Ул орлоҡ бәбәгенән үҫеп китә. ==Ике өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө== Ф...
(айырмалар юҡ)

16:47, 19 апрель 2011 өлгөһө

Орлоҡ — башланғыс үҫемлек. Ул орлоҡ бәбәгенән үҫеп китә.

Ике өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө

Фасоль орлоғоноң төҙөлөшө менән танышайыҡ. Фасолдең орлоҡтары эре. Орлоҡтоң бер яғы көмрө, икенсе яғы батынҡы була.

Орлоҡ тыш яҡтан шыма ялтыр ҡабыҡ менән ҡапланған. Ул орлоҡто артыҡ ныҡ кибеүҙән һәм зарарланыуҙан һаҡлай. Ҡабыҡтың төрлө төҫтә булыуы мөмкин. Орлоҡтоң батынҡы яғында уны орлоҡ эргәлеге менән тоташтырыусы йәй— орлоҡ һабының эҙе күренә. Орлоҡ ҡабығы аҫтында бәбәк урынлашҡан. Ул ике орлоҡ өлөшөнән һәм улар араһында урынлашҡан тамырсанан, һабаҡсанан һәм бөрөсәнән тора . Уларҙы тик лупа аша ғына яҡшы күрергә мөмкин. Эре, ҡалын орлоҡ өлөштәрендә туҡлыҡлы матдәләр запасы була. Борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлы үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө лә шундай уҡ. Ләкин, мәҫәлән, тиле торманың һәм көтөүсе муҡсаһының туҡлыҡлы мат¬дәләр запасы орлоҡ өлөштәрендә генә түгел, бәлки бәбәктең башҡа өлөштәрендә лә — тамырсала һәм орлоҡ өлөштәренән түбәнерәк, һабаҡта урынлашҡан, ә бөрөсәһе әле үҫешмәгән. Бәбәктәре ике орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәрҙе ике өлөшлөләр тип атайҙар, мәҫәлән, имән, алмағас, кишер, астра, ҡабаҡ, көнбағыш, лютик, мәк һ. б.. Ләкин ике өлөшлө бөтә үҫемлек орлоҡтарының төҙөлөшө фасоль йә көтөүсе муҡсаһыныҡы кеүек түгел. Лютиктың һәм миләүшәнең ҙур булмаған бәбәге эндосперм — туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған махсус күҙәнәктәр менән уратып алынған. Шуға күрә күҙәнәктәрҙән торған орлоҡ ҡабығы бәбәкте түгел, ә эндоспермды уратып алған.