Троя: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл:
|nocatcoord = 1
}}
'''Троя''' ({{lang-el|Τροία, Τροίη или ''Wilios''}}, йәиһә '''Илион''' ({{lang-el|Ἴλιον}}, хетт. ''Wilusa'' (<sup>URU</sup>''Wi-lu-ša'')), '''Дардания''' һәм '''Скамандр''' — [[Кесе АзиялаАзия]]ла [[Эгей диңгеҙе|Эгей диңгеҙенән]] йыраҡ булмаған боронғо нығытылған биләмә, Төркиә провинцияһы [[Дарданелдар боғаҙы|Чанаккалелағы Дарданелла]] боғаҙынан алыҫ түгел. Трояға [[Илиада|«Илиада»]] поэмаһында дан йырлана, уның авторы тип [[Гомер]] иҫәпләнә. Гомер һүрәтләгән ваҡиғаларҙы хәҙерге тарихсылар крит-микен осоро тип ҡарай. Трояла йәшәгән халыҡ [[Боронғо Греция|боронғо грек]] сығанаҡтарында тевкрҙар тип аталған.
 
== Атамаһы ==
[[Файл:Troas.png|слева|мини|Троада картаһы]]
Трояның иртә ҡатламдары үҙенсәлекле көнбайыш анатолия цивилизацияһына ҡарай. Әкренләп Троя үҙәк Анатолияның[[Анатолия]]ның йоғонтоһон нығыраҡ кисерә (хаттар, һуңыраҡ — хеттар).
 
«Троя» атамаһы Тариуш кеүек Богазкей архивында хетт шына яҙыулы яҙмаларында табыла. [[Рамсес III|Рамзес III]] осорона ҡараған мысыр стелаһында уның диңгеҙ халҡы "турша"ны еңеүе телгә алына. Был атаманы йыш ҡына «тереш» халҡы менән бер рәткә ҡуялар, улар алдараҡ, билдәле стела Мернептахта осрай. Был килмешәктәр трояндар булғанмы, юҡмы, был хаҡта фән донъяһында фекерҙәр төрлөсә. Бындай нигеҙле исемдәр микен текстарында осрай<ref>Гиндин Л. А., Цымбурский В. Л. Гомер и история Восточного Средиземноморья. М., 1996. С.208 </ref>, мәҫәлән, отряд командиры '''to-ro-о'''<ref>Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. Л., 1986. С.134 </ref>.
 
Быға тиклем «Троя» һәм «Илион» терминдары боронғо бер үк дәүләттең төрла ҡалаларын белдереүе, йәки был терминдарҙың береһенең баш ҡаланы, икенсеһе дәүләтте белдереүе һәм "Илиада"ла ғына бер терминға берләшеүе (Гиндин һәм Цымбурскийға ярашлы, Троя — илдең, ә Илион ҡаланың атамаһы<ref>Гиндин Л. А., Цымбурский В. Л. Гомер и история Восточного Средиземноморья. М., 1996. С.100-103 </ref>) тураһында фекерҙәр осрай. Бындай фекер нигеҙһеҙ түгел, сөнки "Илиада"ла, үҙ сиратында, параллель сюжетлы фрагменттар бирелә, йәғни, бер үк сюжетты төрлөсә һөйләүҙәр булыуы ихтимал, шул уҡ ваҡытта, «Илиада» Троян һуғышы ваҡиғаларынан күп быуаттар үткәс барлыҡҡа килә һәм был мәлгә күп деталдәр онотолоуы ихтимал.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Троя» битенән алынған