Фердинанд I (Австрия императоры): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
28 юл:
[[Файл:1_талер_1842_Австрия.JPG|слева|мини|300x300пкс| Император Фердинанд I портреты менән 1842 йылдың Австрия талеры]]
Император [[Франц II|Франц I]] өлкән улы; [[1835 йыл|1835 йылда]] атаһының вафатынан һуң тәхеткә ултырҙы. Насар һаулығы менән айырыла, эпилепсия һәм гидроцефалия менән ыҙалай. Фердинанд тураһында һау булмаған, хатта  аҡылға зәғиф кеше һымаҡ күҙаллау  бигүк ғәҙел түгел.  Көнөнә егерме тапҡырға тиклем көҙән тотоуы сәбәпле ул ғүмеренең күпселек өлөшөн  официаль сараларҙа ҡатнашмаған, әммә был хәл уға биш телде белергә, фортепьянола уйнарға  өйрәнергә, эҙмә - эҙлекле һәм аныҡлы итеп көндәлек һәм хатлашыуҙы алып барырға ҡамасауламаған. Шул уҡ ваҡытта ауырыуҙар  ысынбарлыҡта дәүләт менән һөҙөмтәле  идара итеүҙә кәртә була, сөнки император бер нисек тә кеше күп йыйылған тантаналарҙа була алмай.1832 йылда уны үлтерергә маташыуҙан һуң Фердинанд ныҡ тетрәнеү кисерә һәм, артабан  ботаника менән шөғөлләнеп,  үҙ эсенә йомола.
 
 
 
Сәйәси яҡтан уның идаралығы бер нисек тә атаһының ҡаты хакимлығынан айырылмай, сөнки [[Клеменс фон Меттерних|Меттерних]] ғәмәлдәрендә тағы ла ҙурыраҡ иреклек алып, элеккесә империяның барлыҡ эштәре менән етәкселек итә. Фердинанд характеры буйынса йомшаҡ, мәрхәмәтле, тыныс холоҡло кеше  була, әммә аҡыл яғынан теүәл булһа ла, сиктән тыш һүлпән һәм баҙнатһыҙ булып ҡала,  абсолют монарх булараҡ эште алып барыр өсөн  ихтыяр көсө етешмәй. Ул эш менән булышырға ҡыйынһына, улар менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай һәм аңламай, шул уҡ ваҡытта ул бик йәнле итеп фән һәм техника менән ҡыҙыҡһына, тимер юлдарын төҙөүҙә булышлыҡ итә. Меттерних, Коловрат һәм эрцгерцог Людвиг империя менән идара итеү өсөн үҙенә күрә регентлыҡ ойошторалар, Фердинанд уға бирелгән ҡағыҙҙарға  ҡул ғына ҡуя. Фердинандтың аҡылы һайлығын иҫбат итеүсе тарихи анекдот һаҡланып ҡалған. Йәнәһе, ғүмерендә бер тапҡыр ғына аныҡ рәүештә, уның ашнаҡсыһы был сезонда  абрикос булмауы сәбәпле абрикостан ыумас әҙерләй алмауы тураһында әйткәс, Фердинанд указ биргән: "Мин император һәм мин ыумас теләйем!".