Австрия герцоглығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
99 юл:
 
=== Бабенбергтар династияһы ===
Бөгөнгө Австрия башлыса [[Габсбургтар|Габсбургтарҙың]] династиядинастияһы менән күҙаллана, әммә  1246 йылға тиклем был ерҙәр менән  Бабенбергтар     династияһы хакимлыҡ итә. Австрия маркграфы Леопольд IV Гогенштауфендарҙы Вельфтар нәҫеле менән көрәштә яҡлап сыға һәм уның бер туған ағаһы , Германия короле Конрад III, Бавария герцогын Генрих X Ғорурҙы  ҡолатҡандан һуң, Бавария тәхетенә Леопольд ултыра.  Леопольд IV ҡустыһы һәм вариҫы Генрих Язомирготт  Вельфтар менән көрәште дауам итә, әммә [[Изге Рим империяһы]] тәхетенә I [[Фридрих I]] ултырғанынан һуң Баварияны Генрих Арыҫланға бирергә мәжбүр була. Компенсация сифатында Фридрих I [[1756]] йылдың 17 сентябрендә Австрия маркаһын герцоглыҡ статусына тиклем күтәргән <nowiki>''Privilegium Minus''</nowiki>ты иғлан итә.
 
Австрияның өр – яңы герцогы  Венала, буласаҡ Хофбург һарайы урынында урынлаша. Бер үк ваҡытта ул үҙенең шәхси сиркәүе сифатында ирланд монахтары йәшәй башлаған Шотландия монастыренә  нигеҙ һала.  Вена аша Венгрияға һәм Византия империяһына Кремстан һәм Маутерҙан Дунай буйлап сауҙа итеү юлында Австрия бик уңайлы урынлашҡанға күрә, Бабенбергтар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иң көслө династияларҙың береһенә әүерелә. Династия ҡеүәтлегенең пигы Австрия герцогы Леопольд V (1177—1194) һәм  Австрия герцогы Леопольд VI Данлы (1194—1230) идаралығы дәүеренә  тура килә. 1186 йылда    Отакар IV  менән,  уның вафатынан һуң Штирия Австрияға ҡушылыуы тураһында,  Санкт-Георгенберг килешеүе төҙөлә һәм 1192 йылдан 1918 йылға тиклем Штирия Австрия дәүләте менән шәхси унияла була. Герцоглыҡ территорияһы шулай уҡ , Энстан көнбайышҡа табан Траун йылғаһы буйлап, шул иҫәптән киләсәктә Үрге Австрияның административ үҙәге булып киткән Линц ҡалаһын да уҙ эсенә алып, Бавария ерҙәре менән киңәйә.