Австрия герцоглығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
105 юл:
Герцог Леопольд V Өсөнсө тәре походында һәм Акрҙы ҡамауҙа (1189—1191)| ҡатнаша, ҡамау ваҡытында [[Ричард I Арыҫлан Йөрәге|Ричард Арыҫлан йөрәге]] менән талаша һәм иленә ҡайтып китә. Австрия аша Англияға ҡайтып барғанда Ричард Дюрнштайн замогында тотола һәм тик ҙур йолом түләп кенә азат ителә. Был аҡсаны ул   Венгрия сигендә  Винер-Нойштадтта нығытма төҙөүгә тотона.
 
Леопольд V улы Леопольд VI, Австрияла һәм Штирияла власты бер үҙе генә тотҡан хаким, 1198 йылда Византия княжнаһы Феодора Ангелина менән никахлаша. Уларҙың ҡыҙы, Маргарита фон Бабенберг, 1225 йылда  Изге Рим империяһы императоры[ Фридрих II  улы , Германия короле  Генрих VII ҡатыны була. Вена һарайы янында билдәле миннезингерҙар, шул иҫәптән Рейнмар фон Хагенау һәм Вальтер фон Фогельвейде, йыш ҡына ҡунаҡта булалар , урта-үрге-немец телендә шиғриәт үҫешә. Версияларҙың береһенә ярашлы нәҡ Австрия ерҙәрендә эпик поэма “Нибелунгтар тураһында йыр” ( “Песнь о Нибелунгах” барлыҡҡа килгән.
 
Әммә артабанғы герцог , Леопольд V улы Фридрих II Һуғышсы (Воитель), 1230 йылда тәхеткә ултырғандан һуң Австрия аҡ һөйәктәре менән генә түгел, хатта күрше дәүләт королдәре: Чехия короле  Вацлав I, Венгрия короле  Андраш II менән — һәм хатта Австрия тәхетенә Генрих VII дәғүәләрен хуплауҙа ғәйепләп,  император Фридрих II менән дә конфликтҡа инә. Император Фридрих II батша йәберен иғлан итә һәм 1236 йылда уны  Венанан ҡыуа. Һуңынан император менән  эштәр  яйлана, әммә сиктәш конфликттар дауам итә әле  һәм 1246 йылда Лайта йылғаһындағы алышта Фридрих II үлтерелә. Ошоноң менән Бабенбергтар нәҫеленең ир тармағы тулыһынса өҙөлә.