Географик координаталар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Geographic_coordinates_sphere.svg|class=cx-highlight|мини|262x262пкс]]
'''Географик координаталар''' нөктәнең ер өҫтөндәге (киңерәк әйткәндә -- — географик ҡатламдағы) урынын билдәләй. Географик координаталар сферик принцип буйынса төҙөлә. Шундай уҡ координаталар башҡа планеталарҙа, күк сфераһында ла ҡулланыла<ref>{{Ҡалып:ВТ-ЭСБЕ|Геоцентрические координаты}}</ref>.
 
== Киңлек ==
'''Киңлек'''  — урындағы төшлөк йүнәлеше менән  экватор яҫылығы араһындағы φ мөйөшө, экваторҙан ике яҡҡа 0° - — тан 90° тиклем һанала. Төньяҡ ярымшарҙа ятҡан нөктәләрҙең географик киңлеген (төньяҡ киңлек) ыңғай, көньяҡ ярымшарҙағы нөктәләр киңлеген кире тип һанайҙар. Полюстарға яҡын киңлекте ''юғары'', ә экваторға яҡындарын ''түбән'' тип йөрөтәләр.
 
Ерҙең формаһы шарҙан айырылғас, нөктәнең географик киңлеге һәм геоцентрик киңлеге (йәғни Ер үҙәгенән был нөктәгә йүнәлеше һәм экватор яҫылығы араһындағы мөйөштән) бер ни тиклем айырыла.
 
Урындағы киңлекте  секстант йәки гномон (тура үлсәм), шулай GPS йәки ГЛОНАСС (ситләтелгән үлсәм) астрономик ҡоралдар ярҙамында үлсәргә була.
 
== Оҙонлоҡ ==
# '''Оҙонлоҡ'''  — нөктә аша үткән меридиан яҫылығы һәм оҙонлоҡто һанаған нуль меридиан яҫылығы араһындағы ике ҡырлы λ мөйөшө.  Нуль меридианынан 0° - — тан 180° -ҡа көнсығышҡа табан оҙонлоҡто көнсығыш, көнбайышҡа  — көнбайыш оҙонлоҡ тип атайҙар. Көнсығыш оҙонлоҡ ыңғай, көнбайыш  — кире тип ҡабул ителә.
Нуль меридианын һайлау килешеүҙән генә тора. Хәҙер нуль меридианы -- — Лондондағы Гринвич обсерваторияһы аша үткән Гринвич меридианы. Быға тиклем нуль меридианы итеп [[Париж]], Кадис, Пулково һ.б. обсерватория меридиандары һаналған.
 
Оҙонлоҡтан урындағы ҡояш ваҡыты  бәйле.
 
== Бейеклек ==
Нөктә урынын дөрөҫ күрһәтер өсөн, шулай уҡ өсөнсө координата  — ''бейеклек кәрәк''.
Планетаның үҙәгенә тиклемге ара географияла ҡулланылмай: ул бик тәрән өлкәләр, йәки, киреһенсә, йыһандағы орбиталарҙы иҫәпләгәндә кәрәк.
 
Географик ҡатлам сиктәрендә  ''диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклек ҡулланыла, ул тигеҙләнгән йөҙ ''— геоид кимәленән һанала. Диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклек атмосфера баҫымына бәйле булыуы менән уңайлы.
 
== Географик координаттарҙы яҙыу форматы ==