Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Һуңғы йылдарҙағы ижады сағылдырылды
36 юл:
Башҡорт шиғриәтендә үҙ урынын яулаған, абруйлы исеме булған Гөлнур Яҡупова ҡәләмен сәсмә әҫәр яҙып та һынамаҡ булды бер мәл. Һәм «Йыртҡыс ҡаны» (2003) тип аталған беренсе проза йыйынтығы менән үк уҡыусыларҙың күңелен яуланы. Татарстан китап нәшриәтендә лә донъя күрҙе был китаптағы повестар («Ерткыч каны», 2011).
 
Тел байлығы, образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте Гөлнур Яҡупованың прозаһына тәм һәм ғәм бирә, уҡымлы итә. Һуңғы араларҙа әҙибә өс романдан торған «Ҡатындар» исемле трилогия ижад итте. Бер үк ваҡытта ул ижадының тағы бер йүнәлеше булған тәржемәселекте лә онотмай.
 
Был трилогия "Ҡыҙ бала","Бер һөйгәнем өсөн","Кесе йыһан - Оло йыһан" романдарынан тора.Трилогияһында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил-ҡәүем, ил яҙмышы, үҙе йәшәгән мәле һәм боронғо тарихтарға ялғап, сикһеҙ Йыһан менән бәйләндереп, фәлсәфәүи тәрән һығымталар яһаған. "Ҡатындар" трилогияһы - илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, уның айырым вәкилдәренең ХХ быуаттағы үткән юлын, ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡандағы сағыу тормошон эҙмә-эҙлекле күрһәтә алған, эпик һулышлы әҙәби панорамаға әйләнгән әҫәр. Трилогияның теле - зауыҡлы, нәфис, ситуацияға ярашлы, сюжет һыҙығына урынлы. Ул китап уҡыусыларҙа яҡтылыҡ, сафлыҡ, матурлыҡ тыуҙырыусы, юғары зауыҡ тәрбиәләүсе тел. Гөлнур Яҡупованың китабы тормошсан, ҙур ышандырыу көсөнә эйә, сөнки унда энциклопедик характерҙағы көнкүреш, сәнғәт, мөхәббәт, сәйәси, хәрби, мәғариф, медицина, география,тарих, экология һәм башҡа өлкәләргә ҡараған материалдар китап геройҙарының тормош картиналары менән органик бәйләнештә бирелгән. Шулай уҡ был трилогияла үҙҙәре айырым хикәйәттәр, повестар булырлыҡ тарихтар һүрәтләнгән. Көнкүрештең атрибуттары яҙыусы әҫәрендә бөтә илдең, халыҡтың нисек йәшәүен күрһәтеүсе әҫәр. Ул атрибуттар әҫәрҙе байытып, яҙыусының маһирлығын дәлилләүсе бер күренеш булып тора.
 
Гөлнур Яҡупова уҡыусыларҙың ҙур һөйөүен яулаған мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, хис һәм аҡыл эйәһе. Уның был тормошсан, халыҡсан трилогияһы ҡуйы һутлы, матур, шуға күрә уны Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтәге төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, күрше Татарстан халҡы ла уҡыған һайын йышыраҡ уҡыйҙар, яҙыусыны был трилогияның дауамын яҙыуҙы һорайҙар. Һуңғы өс йыл эсендә яҙыусының "Ҡыҙыл китап аманаты" китабы урыҫ телендә "Заветы Красной книги" тигән исемдә, ә трилогияһының беренсе томы "Ҡыҙ бала" "Бельские просторы" журналында "Девчоночка" исемендә тәржемә ителеп сыҡты. Хәҙерге көндә Республикабыҙҙың төрлө гәзиттәрендә шағир үҙенең шиғырҙарын яҙып сыға, ижадының тағы ла бер төрөнөң йүнәлеше булған тәржемәселекте лә онотмай.
 
== Йәмәғәт эштәре ==
Юл 56 ⟶ 60:
* «Нағыш»
* «Ҡатындар» — трилогия
* "Заветы Красной книги"
* "Девчоночка"
 
== Бүләктәре ==