Венгрия короллеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Викилаштырыу
ә →‎Тарихы: Викилаштырыу
78 юл:
== Тарихы ==
 
900—1000 йылдар тирәһендә [[Венгрҙар|венгр]] ҡәбиләләре урта-дунай тигеҙлегенә, шулай уҡ венгрҙарға ҡәрҙәш секей һәм чангоштар биләгән [[Карпат тауҙары|Карпат]] буйына (Трансильванияға) килеп урынлашалар. Быға тиклем өс-дүрт быуат элек был ерҙәрҙә күсеп йөрөгән славян ҡабиләләренән айырмалы венгрҙар ерҙәрҙе һуңғараҡ яулай. Был халыҡ [[славяндар]] (төньяҡтан һәм көньяҡтан), [[немецтар]] (көнбайыштан) һәм румындар/валахтар менән (көнсығыштан) тәбиғи байлыҡтар өсөн ҡаты конкуренция шарттарында, ярайһы уҡ һуғышсанлыҡ күрһәтеп, яулай был ерҙәрҙе. Мадьярҙарҙы, улар артынан [[хазарҙар]]ҙыхазарҙарҙы, [[бәшнәктәр]]ҙебәшнәктәрҙе һәм [[Ҡыпсаҡтар|ҡомандарҙы (ҡыпсаҡтарҙы)]] тарихи аренаға сығарыу процесы биш быуат элек [[һундар]]ҙы, шулай уҡ башҡа дала халҡын дәртләндергән процесҡа үтә ныҡ оҡшаған. Шул уҡ социал мотивация, хәрби тактика, иҡтисади билдәләр, хатта барып етеү урыны — паннон бассейнына тиклем оҡшағандар. Тимәк урта быуат венгр тарихын яҙыусыларының [[Аттила]] вариҫтарына һылтаныуҙары һис тә осраҡлы түгел<ref name="musse">''Мюссе Л.'' Варварские нашествия на Западную Европу. — СПб.: Евразия, 2006. — С. 14 −15. — ISBN 5-8071-0211-8</ref>.
 
Венгрияның тәүге короле Арпадтар династияһынан [[Иштван I|Изге Иштван I]] була. Ул король итеп 1001 йылда, рим папаһы ''Сильвестр II'' «апостол ғәли йәнәптәре» титулын биргәс кенә ысынлап таныла. 1102 йылда венгр короле ''Кальман I'' хорват бейҙәре менән килешеү төҙөй. Уның буйынса Шәхси уния һөҙөмтәһендә ике дәүләттең короле тип билдәләнә. Хорват ерҙәренә идара итеү менән башлыса хорват Бандары шөғөлләнә. XII—XIII быуаттарҙа венгр короллеге словак, хорват, румын һәм украин ерҙәренең бер ни тиклемен үҙенә буйһондора.
[[Файл:Crown, Sword and Globus Cruciger of Hungary.jpg|thumb|left|200px|Изге Иштван коронаһы]]
 
Арпадтар династияһы көсһөҙләнгәс венгр коронаһын Анжуй династияһы вариҫҡа ала. Ә Анжуйҙарҙан һуң поляк Ягеллондары һәм башҡа династияһыҙ етәкселәр вариҫ булалар. Янош Хуньяди бер юлы етәксе лә полководец та була һәм 1456 йылда Белградты яуларға теләгән османдарғосмандар яуын кире ҡаға. Бының менән ул Венгрияға 70 йылға етерлек бәйһеҙлек бирә. Вафатынан һуң уның улы Матьяш Хуньядины король итеп һайлайҙар. Ул Европалағы [[Яңырыу]] осороноң иң сағыу етәкселәрнең береһе була. 1527 йылда сабор Цетин замогында [[Габсбургтар]] ырыуынан эрцгерцог Фердинандты Хорватия короле итеп һайлай. 1526 йылдан Габсбургтар венгр коронаһына ла эйә булалар; [[Австро-Венгрия]] 1918 йылда тарҡалғанға тиклем уны үҙҙәрендә һаҡлайҙар.
 
1541—1699 йылдарҙа боронғо Венгр короллеге хәрби-иҡтисади бөлгөнлөк кисерә һәм дунай алды Венгрияһының күп өлөшө төрөк-османғосман ҡулына күсә. Австрия ҡайһы бер сиктәш региондарҙы контролгә ала. [[Ғосман империяһы]] регионды исламлаштырыу буйынса әүҙем (ярайһы уҡ уңышлы) кампания йәйелдерә. Әммә уларҙы Габсбург империяһының ҡаршылыҡ күрһәтеүе тотҡарлай. XVIII быуат башына төрөктәр тулыһынса илдән ҡыуыла, ә Венгрия [[Австрия империяһы]] составына ҡушыла, әммә венгр башлыҡтары буйһонмай һәм автономия өсөн көрәшеүен дауам итә.
 
== Австро-Венгрия ==